Бәширов Рив Миңлехан улы

юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1991). БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры, Рәсәй

Бәширов Рив Миңлехан улы (7.11.1936, БАССР-ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылы) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1991). БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры (1980), Рәсәй Федерацияның почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Дуҫлыҡ (1997) һәм Салауат Юлаев (2005) ордендары кавалеры. Радик Миңлехан улы Бәшировтың энеһе[1].

Бәширов Рив Миңлехан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ноябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Ҡыйғы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 март 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (86 йәш)
Һөнәр төрө инженер
Ғилми исеме профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены Дуҫлыҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рив Миңлехан улы Бәширов 1936 йылдың 7 ноябрендә БАССР-ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын 1959 йылда тамамлаған. 1963 йылдан алып шунда уҡ эшләй[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Бәширов Рив Миңлехан улы 1967—1980 йылдарҙа һәм 1984—2004 йылдарҙа машина-трактор паркын эксплуатациялау кафедраһы мөдире,

1980—1985 йылдарҙа ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы.

Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығында машина-трактор һәм транспорт парктарының етештереүсәнлеген составтарҙы ҡулайлаштырыу, агрегаттарҙы һәм транспорт сараларын операциялар һәм йөк ташыу линиялары буйынса бүлеү, машиналарҙы файҙаланыуҙың нормативтарын камиллаштырыу юлы менән күтәреүгә арналған. 160-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы[3].

Ғилми хеҙмәте

үҙгәртергә
  • Оптимизация эксплуатационных параметров и распределения машинно-тракторных агрегатов по операциям. Уфа, 1998; Оптимизиция состава машинно-тракторного парка и распределения агрегатов по видам работ. Уфа, 2000; Оптимизация плана использования транспортных средств в сельском хозяйстве. Уфа, 2001[4].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә