Бәндәбикә менән Ерәнсә
Бәндәбикә менән Ерәнсә — зирәк ҡатын һәм уның ире сәсән Ерәнсә тураһында башҡорт легендаһы[1][2].
Бәндәбикә менән Ерәнсә | |
Атамаһы | Бәндәбикә менән Ерәнсә |
---|---|
Ил |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1987 |
Место действия | Башҡортостан |
Персонаждар | Бәндәбикә менән Ерәнсә |
Тарихы
үҙгәртергәТәүге тапҡыр Ерәнсә-сәсән тураһында легенданы 1911 йылда Ырымбур губернаһы Ҡаныкүл ауылы кешеһе Сәйетов Миңлебай Мәмбәт улынан билдәле башҡорт шағиры, фольклорсыһы Мөхәмәтша Буранғолов яҙып ала (научный архив, ф.3, оп.12, д.445,Л.162-165; Башкирское народное творчество. Т. 10. Исторический эпос. — Уфа, Китап, 1999. — 392 с. Страница 382). Башҡортостандың көньяҡ райондарында борон-борондан шағир Ерәнсә һәм уның зирәк ҡатыны Бәндәбикә тураһында риүәйәттәр тарала.
Ерәнсә күп башҡорт әкиәттәренең һәм легендаларының геройы була («Ерәнсәнең Әбелхәйер ханға әйткәне», «Аҫкар тауының үлеме», «Ерәнсә сәсән менән хан», «Ерәнсә сәсәндең килен эҙләгәне» и т. д.). Башҡорт яҙыусыһы Тәлғәт Ишемғолов Күгәрсен районында булған риүәйәттәрҙе йыя һәм уларҙы «Бәндәбикә һәм Ерәнсә» исеме аҫтында нәшер итә. Ул шулай уҡ «Бәндәбикә» повесын яҙа[3].
1968 йылда Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы зыяратында Бәндәбикәнең урта быуат кәшәнәһен асалар. Таш саркофагта табылған ҡатындың һөйәктәрен Мәскәү дәүләт университетының антропология институтына алып китәләр, әммә Бәндәбикәнең тышҡы ҡиәфәтен тергеҙергә тейеш булған М.С. Акимова үлеп ҡала, һәм Бәндәбикә мәйетенең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ ҡала.
Яҡынса XIV—XV быуаттарҙа йәшәгән зирәк һәм тапҡыр Ерәнсә сәсән тураһында риүәйәттәр күп төрки халыҡтар: (ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр) араһында таралған. Ҡайһы саҡ төрки халыҡтар уны хатта Йәнибәк хан вәзире тип тә атайҙар.
Сюжеты
үҙгәртергәРиүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә, Бәндәбикә — бик зирәк һәм ҡыйыу ҡатын, яҡынса XIV—XV быуаттарҙа хәҙерге Башҡортостандың көньяғында йәшәгән. Боронғо замандарҙа башҡорттарҙы ҡаҙаҡ һәм башҡорт ҡәбиләләрәнең үҙ-ара һуғыштары ҡаҡшатҡан. Бәндәбикә күрше башҡорт ырыуҙарын бер-береһе менән татыу йәшәргә өгөтләй ("беҙҙең бөтә нәмә лә бар бит"), ә артабан ҡаҙаҡтар сираттағы барымта менән килгәндә һис шикләнмәй башҡорт ғәскәре башында ҡаҙаҡтарға ҡаршы сыға. Ҡаҙаҡ аҡһаҡалдары менән һөйләшеп, килешә һәм ҡан ҡойош туҡтатыла. Шул ваҡыттан алып күршеләр оҙаҡ татыу йәшәйҙәр.
Уға кәңәш һорап күптәр килә һәм иң башта: «Бәндәбикә өйҙәме, ҡайыш ҡамсы сөйҙәме?»-тип һорау биргән. Башҡорт ауылдарында әле лә килгән ҡунаҡ хужаларҙы шулай сәләмләү ғәҙәте бар.
Боронғо йола буйынса Бәндәбикә үҙенең һәләк булған иренең ҡустыһына кейәүгә сыға, тимәк йәш иренән күпкә өлкәнерәк һәм тәжрибәлерәк була. Ваҡыт үтеү менән Бәндәбикә ҡартая,ауырый башлай, ә йәш Ерәнсә яу ҡырында дан ҡаҙанғыһы килә. Һәм ул күрше ҡаҙаҡтарға һөжүм итеү тураһында уйлай башлай. Бәндәбикә ҡырҡа ҡаршы тора, ҡаҙаҡтар менән тыныс йәшәргә ант биргәнбеҙ, антыбыҙ башыбыҙға төшөр,ти, иренә еңелеү юрай, әммә Ерәнсә барымтаға юллана.
Ерәнсә сәсәндең ғәскәре еңелә. Ҡаҙаҡ батыры Ерәнсәне һөңгө ҡаҙап үлтерергә йыйынғанда, сәсән ҡысҡырып көлөп ебәрә. Ҡаҙаҡтар уның көлөүенең сәбәбен һорай, Ерәнсә ҡатыны Бәндәбикәнең башҡорттарға еңелеү юрағанын һөйләй. Ҡағаҡ аҡһаҡалдары Бәндәбикәгә хөрмәт йөҙөнән башҡорттарҙы ҡайтарып ебәрергә риза була. [4].
Өйгә юлда Ерәнсә сәсән ҡатынының үлеме тураһында хәбәр ала. Ерәнсә бейек ҡаянан ташланып, һәләк була тиҙәр. Хәҙер был ҡаяны Өргөн ауылы халҡы «Кәмшәткә тауы» (Кәңшәт) тип атай. Ерәнсә сәсән был ҡаяға яҡын ғына ерҙә ерләнә, әле был урында ҙур таш ята.
Бәндәбәбикә үҙ өйөндә ерләргә васыят әйтеп ҡалдыра. Өйөн ер һәм таштар менән күмеп, һуңыраҡ өҫтөндә таш кәшәнә төҙөйҙәр. Ваҡыт үтеү менән ул туҙа һәм емерелеп төшә[5].
2007 йылда был урында яңы кәшәнә төҙөлә, ул дүрт арка менән һигеҙ ҡырлы формала. Ауыл халҡы Бәндәбикә һөйәктәре тыуған яғына ҡайтыр һәм иҫке кәшәнә яңынан төҙөлөр тип өмөт итә.
Әһәмиәте
үҙгәртергәБашҡа төрки халыҡтар кеүек үк башҡорт халҡы ла борондан шиғриәтте яратҡан, сәсәндәрҙе, йырсыларҙы ҙурлаған. Сәсәндәр ата-бабаларҙың, әхлаҡи башланғыстарҙың күп йыллыҡ аҡылын йыйыусылар булып һанала һәм йыш ҡына күрше халыҡтар, башҡа ырыуҙар һәм ҡәбиләләр менән һөйләшеүҙәр ваҡытында халыҡ вөкилдәре булып сығыш яһай[6]. Сәсәндәрҙең әҫәрҙәре бөтә халыҡ байлығына әүерелә һәм телдән-телгә тапшырыла, халыҡ араһында халыҡ ижадының өлгөһө (бәйеттәр, ҡобайырҙар, әкиәттәр, йырҙар, аҡыллы фекерҙәр) булараҡ һаҡлана. Шул шағирҙарҙың береһе Ерәнсә сәсән[7]. Сәсән шәхси дан йәки файҙа тураһында түгел, ә үҙенең халҡының именлеге тураһында уйларға тейеш — был риүәйәттең төп мәғәнәһе.
Бәндәбикә — Ерәнсә сәсәндең лайыҡлы тормош юлдашы. Ире йәш һәм тәжрибәһеҙ сағында үҙенең Ҡыпсаҡ ырыуы менән идара итә, ә һуңынан Ерәнсә ир ҡорона ултырғас, Бәндәбикә уға аҡыллы кәүәштәр бирә. Бәндәбикә ырыуҙаштарының яҙмышына йоғонто яһарлыҡ, көслө һәм тәүәккәл кеше була. Ошо ғәҙәттән тыш сифаттары өсөн уны башҡорттар ғына түгел, улар менән күрше йәшәгән ҡаҙаҡтар ҙа хөрмәт иткән. Уны ил инәһе тип атағандар. Ул ҡан ҡойоуҙы туҡтата һәм күршеләр араһында оҙак тыныслыҡ урынлаштыра алырлыҡ аралашсы була[8]. Бәндәбикәнең даны быуаттар буйына башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар араһында һаҡланып килә.
Был риүәйәт үҙ ғаиләңдең һәм яҡындарыңдың ҡәҙерен белергә, башҡаларҙың фекере менән иҫәпләшергә өйрәтә. Бары тик үҙ яҡындарының һәм халҡының именлеген ҡайғыртыусы кеше генә хөрмәткә лайыҡ тип һанай халыҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирское народное творчество. Предания и легенды. / Сост., автор вступительной статьи и комментариев Ф. А. Надршина. Уфа, 1987. 573 с.
- Башкирское народное творчество. Исторический эпос. / Сост., автор вступительной статьи и комментариев Н. Т. Зарипов. Уфа, 1997. 395 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия. Ерэнсэ-сэсэн . Дата обращения: 8 ноябрь 2022. Архивировано 8 ноябрь 2022 года.
- ↑ [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/EacUewtknZ3onAUPmkiSSjc7VB54bqDEOJm9gQ3T.pdf 2022 йыл 8 ноябрь архивланған. 104.Бэндэбикэ и Ерэнсэ ]
- ↑ Т.Ишемгулов. Бэндэбикэ . Дата обращения: 8 ноябрь 2022. Архивировано 8 ноябрь 2022 года.
- ↑ Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән
- ↑ [ http://bashenc.online/ru/articles/82100/ 2022 йыл 8 ноябрь архивланған. Бэндэбикэ кэшэнэ ]
- ↑ [ http://www.rusnauka.com/18_EN_2009/Philologia/48644.doc.htm 2020 йыл 17 февраль архивланған. Р. Ф. Хасанов. Тема поэта и поэзии в башкирском историческом романе]
- ↑ Башкирские сказки, предания, легенды . Дата обращения: 8 ноябрь 2022. Архивировано 8 ноябрь 2022 года.
- ↑ Б.Хайретдинов. В стране сэсэнов-импровизатовров . Дата обращения: 8 ноябрь 2022. Архивировано 8 ноябрь 2022 года.