Бәләкәй Венеция
«Бәләкәй Венеция» (әзерб. Kiçik Venesiya) — Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла диңгеҙ буйына бульвары территорияһында урынлашҡан ял итеп йөрөү өсөн һыу каналы системаһы. «Кесе Венеция» 1960 йылдан[1] барлыҡҡа килә, диңгеҙ буйы паркы паркының иҫтәлекле һәм кешеләрҙең яратҡан ял итеү урыны булы иҫәпләнә[2]. Дөйөм оҙонлоғо — 1350 м, тәрәнлеге — 1,3 м, каналды һыу менән тултырыу өсөн 7 мең м³ һыу тотонола. Ҡаласыҡ территорияһының майҙаны 9740 м² тәшкил итә.
Бәләкәй Венеция | |
әзерб. Kiçik Venesiya | |
Нигеҙләү датаһы | 1960 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Алиш Джамилевич Лемберанский[d] |
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Баҡы |
Бәләкәй Венеция Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәXX быуаттың 50-се йылдарында Баҡының башҡарма комитеты рәйесе Алиш Лемберанский Венецияла була.Ҡаланың гүзәллеге, зиннәтлелегенә таң ҡалған Лемберанский, Бакуға кире ҡайтып, «Кесе Венеция» төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә, ә урынын диңгеҙ буйы бульварынан һайлайҙар. Проект ҡаралһа ла, 1960 йылда «Кесе Венеция», ә Баҡы бульвары элекке СССР-ҙа беренсе һәм берҙән-бер бындай иҫтәлекле урынлы парк була[3].
Каналдар буйлап гондолалар йөҙә, яр буйында ҙур булмаған кафе һәм парктар асыла, ә кисен территория яҡтыртыла[3]. Совет заманында балалар өсөн каналдар системаһы булараҡ билдәле була һәм, шаяртып, «Баҡы Венецияһы» тип атала[4]. Һуңға тиклем моторлы кәмәләр йөрөгән каналды баҡылар яратып файҙалана[5]. Бында күп ял итеүселәр килә[6]. 2011 йылдың 30 мартында Әзербайжан президенты Илһам Әлиев, Әзербайжан келәме музейын төҙөү менән танышҡанда, "Кесе Венеция"ны үҙгәртеп ҡорорға ҡуша. 2012 йылдың 28 майында «Кесе Венеция» капиталь реконструкциянан һуң асылған. Реконструкция барышында дөйөм структураһын һаҡлап ҡалына, каналдар киңәйтелә, яңы кәмәләр — гондола һатып алына. Шулай уҡ өҫтәмә күпер, «Шарг» («Көнсығыш») һәм «Италия»[7] ресторандары[3] асыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Малая Венеция» в Баку — сказка на воде // trend.az. — 2015.
- ↑ В Бакинском городке «Малая Венеция» открылся Европейский клуб гостеприимства // Халг газети. — 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Проект «Мой Баку»: венецианская сказка на берегу Каспия // news.day.az. — 2013.
- ↑ Бретаницкий Л. С. Баку: архитектурно-художественные памятники. — М.: Искусство, 1970. — С. 213. — 245 с.
- ↑ К. К. Гюль, А. Н. Гулиев, А. А. Надиров. Советский Союз : географическое описание в 22-х т. // Азербайджан / отв. ред. Г. А. Алиев. — М.: Мысль, 1971. — С. 164. — 317 с. — 90 000 экз.
- ↑ Лупандин С. А., Пеунов В. Г. Туристские путешествия по СССР. — М.: Профиздат, 1978. — С. 181. — 223 с.
- ↑ Ильхам Алиев ознакомился с ходом работ по реконструкции на территории Приморского национального парка // Официальный интернет сайт Президента Азербайджанской Республики. — 2011.