Бәйрәкә (ауыл, Татарстан)
Бәйрәкә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Бәйрәкә ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Бәйрәкә татар. Бәйрәкә | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
1557 человек (2000) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423963 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Бәйрәкә йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан төньяҡ-көнбайышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәБәйрәкә — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Ҡырғыҙ улусына ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан улусы составына керә.
1859 йылда 3 мәсет теркәлгән. 3-сө йәмиғ мәсете ҡарамағындағы «Ғөбәйҙиә» мәҙрәсәһе Һамар губернаһында иң абруйлы һәм иң ҙур мосолман уҡыу йорттары рәтенә кергән. ХХ быуат башында ауылда 5 мәсет, 5 һыу тирмәне булған; кесаҙна һайын баҙар үткәрелгән. 1906 йылда ауылда крәҫтиәндәр күтәрелеше булған[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1859 йылда 2528 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәне (татар сығышлы) йәшәй[3].
1859 | 1886 | 1897 | 1922 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2528 | 2565 | 4064 | 4334 | 3719 | 2387 | 1783 | 2009 | 2159 | 1937 | 1510 | 1557 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән; ауыл хужалығы техникаһы һәм ауыл хужалығы химияһы предприятиелары эшләй. Ауылда урта мәктәп, дауахана, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә5-се йәмиғ мәсете һәм «Ғөбәйҙиә» мәҙрәсәләр комплексы биналары XIX быуат аҙағы — XX быуат башы архитектура ҡомартҡылары булып тора[1].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәбиҙуллин Мәсәғүт — журналист, дин әһеле. 1917 йылда Һамар губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалығына кандидат итеп һайлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 127. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 580-581. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.