Бүҫер үләне (рус. Гры́жник гла́дкий, грыжник го́лый, лат. Herniária glábra) — ҡәнәферҙәр ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 5-15 см. Май-август айҙарында һарғылт сәскә ата.
35-ләп төрө билдәле, Европала, Азияла, Төньяк һәм Көньяк Африкала киң таралған.
Йыраҡ Төньяҡтан тыш бөтә Европа өлөшө, Көнбайыш Себер, Кесе һәм Урта Азия, Төньяҡ Африкала таралған.
Башҡортостанда Белорет, Дыуан, Йылыйыр, Салауат райондарында күпләп осрай.
Йылға буйҙарында, туғайҙарҙа, ҡоро һәм дымлы яландарҙа үҫә.
5-20 см оҙонлоҡтағы күп йыллыҡ үҫемлек. Үҙәк тамырлы. Һабағы киң тармаҡлы. Япраҡтары ҡара-ҡаршы, ваҡ, эллипс формаһында. Сәскәләре ваҡ, күҙгә ташланмай, япраҡ ҡуйынтығына урынлашҡан. Емештәре — һәр береһендә берәр орлоғо булған асылмай торған тартмасыҡтар. Май-август айҙарында сәскә ата. Емештәре июль-августта өлгөрә. Орлоҡтарҙан үрсей. Үҫемлектең ер өҫтөндәге өлөшөндә сапониннар, флавоноидлар, кумарин, май бар. Халыҡ медицинаһында үләндән яһалған төнәтмәһе бөйөр һәм бәүел юлдары ауырыуҙары ялҡынһынған ваҡытта файҙаланыла. Ағыулы үҫемлек.
- Все о цветах лесов, полей и рек / Выпуск. ред. С. Ю. Раделов — СПб: ООО «СЗКЭО», 2008. — С. 208. — 224 с. — ISBN 978-5-9603-0092-6.
- Сорные растения СССР / Под ред. Б. А. Келлера — Л.: Изд-во АН СССР, 1934. — Т. 2. — С. 183—184.
- Лазьков Г. А. Семейство гвоздичные (Caryophylleae) во флоре Кыргызстана. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — С. 99—70. — ISBN 5-87317-319-2.
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1