Бүленмәүлек методы
Бүленмәүлек методы (рус. Метод неделимых) — геометрик фигураларҙың майҙанын йә геометрик есемдәрҙең күләмен иҫәпләү ысулдарының йыйылмаһы. Бүленмәүлек методы XVI быуаттың аҙағында барлыҡҡа килә.
Кәвәлйери принцибы
үҙгәртергәЯҫы фигуралар өсөн Кәвәлйери принцибы былай әйтелә: әгәр ике фигураны теләһә ниндәй бер тура һыҙыҡҡа параллель тура һыҙыҡтар менән киҫеүҙән тигеҙ хордалар барлыҡҡа килһә, был фигураларҙың майҙандары үҙ-ара тигеҙ була.
Арауыҡ фигуралары өсөн: әгәр арауыҡтағы ике фигураны теләһә ниндәй бирелгән яҫылыҡҡа параллель яҫылыҡтар менән киҫеүҙән тигеҙ ҙурлыҡтағы киҫемдәр яһалһа, был фигураларҙың күләмдәре тигеҙ була
Был теореманы итальян математигы Бонавентура Кәвәлйери иҫбатлаған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- История математики / Под редакцией А. П. Юшкевича, в трёх томах. — М.: Наука, 1970. — Т. II.
- Лурье С. Я. Теория бесконечно-малых у древних атомистов. — М.-Л.: Изд. АН СССР, 1935.
- Хрестоматия по истории математики. Математический анализ. Теория вероятностей / Под ред. А. П. Юшкевича. — М.: Просвещение, 1977. — 224 с.