Быстров Лука Вонифатьевич
Лука Вонифатьевич Быстров (11 октябрь, 1887 йыл — 23 август, 1916 йыл) — рус дини яҙыусыһы.
Лука Вонифатьевич Быстров | |
Файл:Быстров Лука Вонифатьевич2.jpg | |
Тыуған көнө: |
11.10.1887 |
---|---|
Тыуған урыны: |
Дон Ғәскәре өлкәһе Поповка ауылы |
Вафат булған көнө: |
23.8.1916 |
Вафат булған урыны: |
<!— --> |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Жанр: |
дини проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Биографияһы
үҙгәртергәБыстров Лука Вонифатьевич 1887 йылдың 11 октябрендә Дон ғәскәре өлкәһенең Поповка ауылында тыуа. Был ауылдың руханийы уның ҡартатаһы була. Ҡартатаһы малайҙы дини китаптар буйынса уҡырға өйрәткән, шунлыҡтан ете йәшлек Лука мәхәлләгә йөрөүселәргә сиркәү клиросында дини китаптар уҡыған.
Луканың атаһы ла рухани була, ул үҙенең ғаиләһе менән Дон Ғәскәре өлкәһенең алыҫ районына күсеп китә. Бында Лука казак офицерынан арифметикаға һәм яҙырға өйрәнә. Матур йырлай белгәнлектән, Лука 15 йәшенән алып сиркәү хорының бер клиросында өлкән йырсы вазифаһын башҡара. Ике йылдан һуң Лука Вонифатьевич Икенсе Дон округының Нижнечирская станицаһында йәшәргә төпләнә. Унда Лука әҫәрҙәр яҙа башлай һәм уҡытыусылыҡҡа имтихандар тоторға әҙерләнә. 1908 йылда ул имтихандарҙы бирә һәм Лука Вонифатьевич, халыҡ уҡытыусыһы исемен алып, эшләй башлай. Йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе ныҡ тәнҡитләгән өсөн ул Константиновская төрмәһенә эләгә.
Иреккә сыҡҡас, ул уҡытыусылыҡ эшен ташлай һәм үҙ белемен арттырыу өҫтөндә эшләй, Новочеркасскиҙа ике йыллыҡ курстарҙа уҡый, өлгөргәнлек аттестаты ала, Донда сиркәү-ағартыу эштәре алып бара һәм әҙәбиәт менән шөғөлләнә.
Лука Вонифатьевич 1916 йылдың 23 авгусында фронтта һәләк була.
Ижады
үҙгәртергәЛука Вонифатьевич 1908 йылда яҙған әҫәрҙәрен нәшер итә башлай. Әҫәрҙәренең сюжетын Нижнечирская станицаһы тормошонан ала. Үҙенең хикәйәләрендә һәм очерктарында ул колоритлы казак көнкүрешен һүрәтләй. Уның әҫәрҙәре Рәсәйҙең «Церковь», «Церковное пение» һәм башҡа журналдары һәм гәзиттәрендә сыға.
«Доля горькая», «На борьбу с пьянством», «Миссионерский подлог», «Владыка», «Самообман», «Хоровое пение», «К уставщикам и певцам» мәҡәләләрендә, «Повесть старого леса» повесында ул үҙ заманына хас рухи һәм мәҙәни мәсьәләләрҙе күтәреп сыға.
Христиандарҙың иҫке йола буйынса матбуғаты барлыҡҡа килгәс, ул «Старообрядческая мысль» баҫмаһында үҙ әҫәрҙәрен яҙып сығара.
Быстровтың «Психология отступничества», «Вольтер о нетерпимости», «К вопросу о певческих книгах» тигән очерктары билдәле. Быстров христиандарҙың иҫке йолаһына ҡараған мәктәптәре өсөн уҡыу әсбаптары сығара. Л. В. Быстровтың китаптары һәм әҫәрҙәре революцияға тиклемге Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Киевта сыға.