Буҙ ҡорт (Серый волк) (әзерб. Boz Qurd, төр. Boz Kurt) — төрки халыҡтарҙа борон замандарҙан йәшәп килгән риүәйәт. Бүре тиреһенең тылсымлы көсө тураһында боронғо яҙма сығанаҡтарҙа әйтелә (Казлы Тимофей V быуат, Нәжиб Хәмәдәни Х быуат яҙмаларында):

Буҙ ҡорт

«Бүре тиреһенән дөңгөр (барабан) эшләп, уйнаһаң, ҡалған дөңгөрҙәр шартлап ярылыр. Бүре тиреһе менән һаҙаҡты ҡөпләп, кереште тартһаң, ҡалған бөтә тарттырылған керештәр ҙә шартлап өҙөлөр».

Шуға күрә төрки яугирҙәр һөжүм иткән ваҡытта бүре олоуына оҡшатып олоған, был дошманынының ҡотон алған, һәм улар бик тиҙ еңеүгә өлгәшкән. Ысынында, төркиҙәр үлтерелгән бүренең тиреһен бер ваҡытта ла файҙаланмаған, сөнки был хилаф эш һаналған һәм ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу ҡурҡынысын тыуҙыған. Тимофей менән Нәджиб Хәмәдәни, һуғышҡа киткәндә "Буҙ Ҡорт"то (Серый Волк) алыр булған, улар шамандарҙың бүре тиреһенән эшләнгән дөңгөр һәм йәйәһен илаһи көскә эйә тип иҫәпләгән.

Төрки халыҡтарҙан башҡорт халҡы этнонимын шулай тип тә аңлаталар: башҡорт — «баш бүре». Бынан тыш башҡорт ырыуҙарының береһе [[бүре]] тип атала.

Әзербайжандарҙа бүрегә табыныу

үҙгәртергә

Әзербайжандар әле лә бүрене изге лә, яуыз да йән эйәһе икән тип ышана. «Ҡорҡот ата китабы»нда ҡайһы бер мәҡәлдәр («Бүре күреү яманлыҡҡа») һәм хөрәфәттәр яҙылған(«Юлында бүре осраған уңыр, ҡара бесәй осраған — уңмаҫ»). Ҡуйға (һарыҡҡа) ла ҡараш ике төрлө. В. Ғәбиб-уғлының: «Әзербайжанда бүрене тотем итеп табыныу бик таралған булған», — тип раҫлауы дөрөҫлөккә тап килмәй. Ул таянған әзербайжан, төрки халыҡтарының һәм Урта Азия фольклор һәм әҙәбиәт белгестәренең береһенең хеҙмәте лә быны раҫларлыҡ дәлил була алмай, сөнки әзербайжан фольклорында әзери ырыуҙарының сығышын бүре менән бәйләү осрамай. Бүре бында — юл күрһәтеүсе, алдан барыусы. Бүре — төркиҙәрҙе һәләкәттән ҡотҡарыусы һәм уларҙә ҡоро сүллектән уңдырышлы ерҙәргә алып сыҡҡан юлбашсы.

Әзербайжандарҙың риүәйәт һәм хикәйәттәрендә бүрегә ҡараш ике төрлө. Бүре ҡиәфәтендәге өрәктәр ҡанһыҙ һәм яуыз. Борондан ҡалған хөрәфәт буйынса:

«Ҡатын-ҡыҙ киске яҡта ишек алдына яулыҡ ябынмаған килеш сыҡһа, инә бүре — Залхаға әйләнеүе бар. Залханың бер күлдәге бар. Төндә ул күлдәген кейеп ала ла, кеше ауларға сығып китә. Ҡайтҡас, күлдәген сисеп, яңынан кешегә әүерелә»

Тағы бер ышаныу буйынса — бүре кешеләрҙе ыҙғыштыра, айыра ала :

«Бүре майын ҡатын кешенең кейеменә һөртһәң, ире уның менән ыҙғыша балаясаҡ, уны күрә алмай башлап, айырып ебәрәсәк. Шулай уҡ иренең кейеменә һөртһәң дә, ир кеше ҡатыны менән ыҙғыша башлай, уны күрә алмай һәм айырылыша»

Бүре мәҡәлдәрҙә лә иҫкә алына:

«Бала имеҙгән ҡатындың түшенә өс тапҡыр бүре тәпейе менән һуғып алһаң, түштәге шеш ҡайтасаҡ»

«Түлһеҙ ҡатын йылан тиреһе менән бүренең баш һөйәге һалынған һыуҙа йыуынһа, ул бала табасаҡ»

Шулай итеп, бүре халыҡ хәтерендә яҡлаусы, тотем һәм шул уҡ ваҡытта зыян килтереүсе булараҡ тә һаҡлана. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙә был ике төрлө ҡараш ап-асыҡ күренә.

Бүренең изгелеге тураһында

үҙгәртергә

Әзербайжан тексының транскрипцияһы:

Гурд гурда арха чевирмәз.
Гурд эти гурда харамдыр.
Гурд урейи йейиб!
Гурддан гурд торейер.
Гурд гаранлыг север.
Гурд узу мубарекдир.

Юл буйынса тәржемә:

Ҡорт (бүре)ҡортҡа һырты менән боролмаҫ.
Ҡорт ите ҡортҡа харамдыр.
Ҡорт йөрәген ейгән!
Ҡорттан ҡорт тыуыр.
Ҡорт ҡараңғылыҡ һөйә(Бүре төндә йөрөй)
Ҡорт уҙыу- мөбәрәктер (яҡшыға).

Бүренең яуызлығы тураһында

үҙгәртергә

Әзербайжан тексының транскрипцияһы:

Гурд думанлы йер ахтарар.
Гурда гойун тапшырмаг олмаз
Гурда сән тикмек ойрет, йыртмаг анасынын пешесидир.
Гурду евде сахламагла ев хәйваны олмаз.
Гурдун узу аг олсайды, гундуз чоле чыхарды.

Юл буйынса тәржемә:

Ҡорт томанлы ер эҙләр.
Ҡортҡа ҡуй тапшырыу ярамаҫ.
Ҡортты тегергә өйрәт, йыртырға ул инәһенән өйрәнгән.
Ҡортто йортта ҡараһаң да йорт хайуаны булмаҫ.
Ҡорттоң уйы аҡ булһа, көндөҙ йөрөр ине.

Ҡай бер боронғо хөрәфәттәрҙә һәм риүәйәттәрҙә бүре (ҡорт) яуыз йән эйәһе итеп һүрәтләнә. Ошондай легенда бар:

«Хан түбәһендә бер Шарабаныу исемле ҡатын йәшәгән. Бер ваҡыт төндә Шарабаныу һыу йылытып, ихатала йыуына башлаған. Ҡатын-ҡыҙға төндә сығырға ярамай бит инде, юҡһа, берәй аламалыҡ булыуы бар. Шарабаныу йыуынғанда, нимәлер уның янынан үтеп китә, һәм ул ҡурҡып, өйгә табан йүгерә. Ләкин ул өйгә инеп өлгөрмәй, уның өҫтөнә бүре тиреһе ябыла. Был ҡатын ас бүрегә әйләнеп, ҡалаға ауға сығып китә. Бер ни ҙә тапмағас, кире өйөнә ҡайта. Ире менән балалары йоҡлап ята. Ул иң бәләкәй балаһының бер бармағын тешләп өҙөп, йота, һәм уның тәмен тоя. Ул яңынан тышҡа сығып китә, ете ауылды әйләнә, бер ни тапмай, кире ҡайта һәм бәпесте һоғоноп ҡуя. Иртәнсәк ире уянғас, баланың юҡлығын күрә, ә ҡатынының ауыҙы ҡан. Эш ниҙә икәнен ул аңлап ала. Ҡатынын ишек алдына ағас аҫтына алып сығып, туҡмай башлай. Шарабану ысҡынып, сығып ҡаса. Халыҡ уны бүре Шарабану, тип йөрөтә башлай. Төндәрен ул ауылдар буйлап йөрөй, балаларҙы урлап, йотоп ҡуя. Ул бер ваҡыт беҙҙең ауылға ла килгән. Был хәл йәй көнө була. Ағайымдың ғаиләһе өй башында йоҡлай. Бүре минең ике туған ағайымды урларға иткән саҡта, баланың әсәһе уянып китеп, бүре менән һуғыша башлай. Тауышҡа өйҙәгеләр, күршеләр йүгереп килеп етә. Шарабану ҡасып китә, тик ағайымдың улының битен умырып ала, шунлыҡтан уның сикәһендә яра эҙе тороп ҡала. Барыһы ла уның артынан ҡыуырға сығалар, ләкин һыбайлы килеш тә уны тотоп булмай. Бүре Шарабаныу ете ауылды әйләнә, шунан ҡалаға ҡайта, харабаларҙа төн сыға. Ҡайһы ваҡытта үҙ йортона ла ҡайтыштыра, тик иренән ҡурҡып, өйгә инмәй. Бер ваҡыт кешеләр Шарабануҙы күҙәтеп йөрөп, уның бүре тиреһен сисеп, таштар араһына йәшергәнен күреп ҡалалар. Улар шыпырт ҡына бүре күлдәген алып китәләр. Шарабану быны шунда уҡ белеп ҡала, күлдәген таптырып, илай, ҡурҡыта башлай. Ләкин кешеләр уны утҡа ташлай. Шарабану аңын юғалта, шунан кире аңына килә. Шул ваҡыттан алып, ул бүре булыуҙан туҡтай һәм балаларға теймәй башлай»

«Ҡорҡот-ата китабында» бүре ыңғай яҡтан иҫкә алына

үҙгәртергә

Эпостың XI-се бүлегендә Ҡазан хан уның боронғо ата-бабалары бүрене ырыу башы, тип танығанын әйтә.

Әзербайжанса:

«Эзвай гурд энуги еркегинде бир кокум вар»

Тәржемәһе:

«Мин ҡурҡыу белмәҫ ҡорт ырыуынан»

Уғыҙ эпосының II-се бүлегендә ][1] бүрегә һөйөү һәм хөрмәт ярылып ята.

Әзербайжанса:

«Гара башым гурбан олсун, гурдым, сана»

Тәржемәһе:

«Ҡара башым һиңә ҡорбан булһын, ҡортом»

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Научные исследования Академии Наук Азербайджанской Республики. Институт Востоковедение им. Зия Бунядова. V выпуск. № 1-2 — Баку, «Нурлан», 2003, с. 8-12.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Китаби деде Коркуд» // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.