Бухштабер Виктор Матвеевич

Виктор Матвеевич Бухштабер (1 апрель 1943, Ташкент) — СССР һәм Рәсәй математигы, профессор, физика-математика фәндәре докторы (1977), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006).

Бухштабер Виктор Матвеевич
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1 апрель 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш) или 1945[2]
Тыуған урыны Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө математик, тополог, университет уҡытыусыһы, тәржемәсе
Эшмәкәрлек төрө топология, төркөмдәр теорияһы, математик физика[d][2], ғәмәли математика[d][2], Алгебраик топология[2], группа Ли[d], combinatorial geometry[d][2], переводы с английского[d][2], перевод на русский язык[d][2] һәм төркөм[2]
Эш урыны Манчестер университеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[3]
Ғилми исеме РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Сергей Петрович Новиков[d]
Аспиранттар Панов, Тарас Евгеньевич[d][3], Svetlana Yurievna Shorina[d][3], Serge Ochanine[d][3], Konstantin Eduardovich Feldman[d][3], Malkhaz Bakuradze[d][3], Виталий Александрович Курлин[d][3], Philipp Busato[d][3], Natalia Eduardovna Dobrinskaya[d][3], Изместьев, Иван Вениаминович[d][3], Iosif Viktorovich Polterovich[d][3], Oleg Konstantinovich Mironov[d][3], Evgeniy Arkadievich Zelenyuk[d][3], Petr Vladimirovich Yagodovskii[d][3], Dmitry Vladimirovich Gugnin[d][3], Andrew Graham Fenn[d][3], Nickolai Erokhovets[d][3], Elena Bunkova[d][3], Anton Andreevich Ayzenberg[d][3], Vadim Volodin[d][3], Andrey Kustarev[d][3], Mikhail Gorsky[d][3], Grigory Dmitrievich Solomadin[d][3] һәм Ғәйфуллин Александр Александрович
Уҡыусылар Панов, Тарас Евгеньевич[d], Efim Antonovsky[d][3] һәм Yury Ustinovskiy[d][3]
Кемдә уҡыған Сергей Петрович Новиков[d]
Әүҙемлек урыны СССР[2]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: алгебраик топология, Ли төркөмдәре теорияһы, функциональ тигеҙләмәләр, Абель функциялары теорияһы, математик физика, ғәмәли математика[4].

Биографияһы

үҙгәртергә

1943 йылдың 1 апрелендә Ташкентта совет офицеры — хәрби инженер Матвей Исаакович Бухштабер ғаиләһендә тыуған. Әсәһе — Вера Петровна Бухштабер — педагог.

1960 йылда Ташкент дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә. Уҡыу йылдарында, 1963 йылда, Ташкентта уҙған 3-сө Бөтә Союз Топологик съезының ойоштороу комитеты эшендә ҡатнаша, был Виктор Бухштаберҙың яҙмышында билдәләүсе роль уйнай. 1964 йылда академик П. С. Александровтың ярҙамы менән ул МДУ-ның механика-математика факультетына күсерелә, уны 1966 йылда тамамлай. 1966—1969 йылдарҙа С. П. Новиков һәм Д. Б. Фукс етәкселегендә мехматтың математика бүлеге аспирантураһында уҡый.

1969 йылдан академик А. С. Христиановичтың саҡырыуы буйынса Бөтә Союз физика-техник һәм радиотехник үлсәүҙәр ғилми-тикшеренеү институтында (ВНИИФТРИ) эшләй башлай. 1993 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының юғары геометрия һәм топология кафедраһында (2000 йылдан — профессор), 1996 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының геометрия һәм топология бүлегендә (2006 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр), ә 2007 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Харкевич исемендәге мәғлүмәт тапшырыу проблемалары институтында.

2006 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. 2004 йылда Эдинбург Король йәмғиәте — Шотландия Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы итеп һайлана. Манчестер университетының математика факультетының почетлы профессоры (2010 йыл), Воронеж дәүләт университетының почетлы докторы (2015 йыл) маҡтаулы исемдәре бар.

В. М. Бухштабер етәкселегендә 30-ҙан ашыу кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана; уның дүрт уҡыусыһы хәҙерге ваҡытта профессорҙар.

В. М. Бухштабер Мәскәү, Америка, Лондон математик йәмғиәттәр ағзаһы булып тора.

Наградалары

үҙгәртергә
  • 1971 йылда А. С. Мищенко менән берлектә K-теорияһына һәм кобордизмдар теорияһына индергән өлөшө өсөн Мәскәү Математика йәмғиәтенең йәш ғалимдар өсөн премияһы менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә