Бусыгин Александр Иванович

Александр Иванович Бусыгин (1900, Дондағы Ростов — октябрь 1941, Вязьма янында һәләк булған) — рус совет прозаигы, очерктар яҙыусы, «На подъёме» Төньяҡ Кавказ журналының баш мөхәррире, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Александр Иванович Бусыгин
Исеме:

1900

Тыуған урыны:

Дондағы Ростов

Вафат булған көнө:

1941

Вафат булған урыны:

Смоленск өлкәһе, Вязьма

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы, СССР

Эшмәкәрлеге:

прозаик, публицист, журналист, мөхәррир

Жанр:

проза, хикәйә, повесть, роман, публицистика, очерк

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

А.И. Бусыгин (слева) и М.А. Шолохов, 1930-е годы.

Биографияһы

үҙгәртергә

А. И. Бусыгин эшсе ғаиләһендә тыуа. 1915-1924 йылдарҙа Владикавказ тимер юлының төп оҫтаханаһында эшсе була.

Граждандар һуғышында — бронепоезд яугире.

Һуғыш тамамланғас, А. И. Бусыгин оҫтаханаға эшкә ҡайта. Һуңғараҡ журналистика һәм әҙәбиәт эшеменән шөғөлләнә: башта эшсе хәбәрсе, артабан «Советский юг» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй.

Тәүге очерктарын һәм хикәйәләрен 1923 йылда нәшер иттерә.

Төньяҡ Кавказда һәм Дондағы Ростовта Төньяҡ Кавказ пролетар яҙыусылар ассоцияцияһын (СКАПП) ойоштороусыларҙың береһе була, В. М. Киршон, М. А. Шолохов, А. А. Фадеев, В. П. Ставский менән хеҙмәттәшлек итә.

19241926 йылдарҙа уның хикәйәләре һәм «Двое», «Отомстил», «Посёлок Кремнёвка» исемле повестары баҫыла.

1920-се йылдарҙың уртаһынан алып — Төньяҡ Кавказдың «На подъёме» журналында баш мөхәррир. М. А. Шолоховтың яҡын дуҫы була.

А. И. Бусыгин 1934 йылдың авгусында үткән Беренсе Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы делегаты.

1928 йылда «Московский рабочий» нәшриәтендә уның «Закалялась сталь» китабы нәшер ителә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан А. Бусыгин «Семья Бесергеневых» романын яҙа башлай, тик яҙып бөтөрөргә өлгөрмәй.

Бер төркөм яҙыусылар менән бергә 19-cы армияның «К победе» гәзите редакцияһы составында Көнбайыш фронтҡа китә. Был гәзиттең хәрби хәбәрсеһе була. Смоленск урмандарында Ярцево һәм Вязьма янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша.

1941 йылдың октябрендә һуғыш барышында ике аяғы ла йәрәхәтләнеүгә ҡарамаҫтан, дошман пуляһы тарафынан юҡ ителгән станковый пулемёт янына шыуышып барып етә, унан һуңғы патроны бөткәнсе атып, хәрби иптәштәренең артҡа күсенеүен тәьмин итә.

Файл:РНД-Памятная доска Бусыгину.jpg
Памятная доска в Ростове-на-Дону
  • Ростов паровоздар ремонтлау заводына ингән ерҙә: «Здесь с 1915 по 1924 г. работал Бусыгин Александр Иванович, рабочий, писатель-коммунист, героически погибший в боях за Родину в октябре 1941 г.» тигән иҫтәлекле таҡтаташ тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә