Бурһыҡ шишмәһе (Ишембай районы)
Бурһыҡ шишмәһе — Башҡортостандың Ишембай районындағы шишмә. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Ишембай ҡалаһын һыу менән тәъмин иткән һыу ҡыуҙырыу станцияһынан көньяҡтараҡ 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Бурһыҡ шишмәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Ишембай ҡалаһының көньяҡ микрорайоны — Тирмән-Йылға ҡасабаһы һәм Алаҡай ауылы араһындағы Олотау итәгенең көнбайыш яғында Бурһыҡ (урындағы һөйләш буйынса «Бурҫыҡ») соҡоронда, көнсығыштан көнбайышҡа табан аға. Шишмә яҙын, ҡар һыуҙары ирегән осорҙа мул һыулы. Шишмә һыуҙары тауҙан түбәнгә, Ағиҙел туғайына табан ағып төшөп, Ағиҙел үҙәнендәге күлдәр һәм бәләкәй йылғалаларға ҡушыла.
Йәйге осорҙа һыуы әҙәйә, йәй ҡоро килгән саҡта бөтөнләй ҡороп, ер аҫтына китә. Бурһыҡ соҡорондағы шишмә үҙәнендә төрлө файҙалы үҫемлектәр, дарыу үләндәре үҫә.
1950—1960 йылдарҙа Бурһыҡ соҡорон һөрөп эшкәртеү маҡсатында унда үҫкән ҡыуаҡлыҡтар,бүре муйылы,зелпе һәм ҙур майҙанды алып торған сейәлек юҡ ителә. Шишмәнән йыраҡ түгел төҙөлгән Ишембай һыу ҡыуҙырыу станцияһы урыны әле лә халыҡ араһында «Сейәлек» тип атала. Урыҫтар уны «Чилижник», йәки «Селеклек» ти. Бында 1990 йылдар аҙағына тиклем «Аҡсарлаҡ» («Чайка») санаторийы эшләне. Һуңғы осорҙа Бурһыҡ соҡоронан төньяҡтараҡ ятҡан ерҙәр шәхси йорт төҙөлөшө өсөн халыҡҡа бүлеп бирелгән, уның буйында шәхси йорттар ҡалҡып сыҡан.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКарта
үҙгәртергә- Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.