Буров Николай Евгеньевич
Буров Николай Евгеньевич (19 декабрь 1930 йыл — 11 ғинуар 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-табиб-анестезиологы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Милли «Танылыу» премияһы лауреаты (2008)
Буров Николай Евгеньевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1930 |
Тыуған урыны | Һарытау өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 11 ғинуар 2020 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Рәсәй өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү медицина академияһы[d] |
Уҡыу йорто | Һарытау дәүләт медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Евгеньевич Буров 1930 йылдың 19 декабрендә Һарытау өлкәһенең Куриловский районы Шировка ауылында тыуған[1]
1954 йылда Һарытау дәүләт медицина институтын тамамлай. 1954 йылдан алып 1960 йылға тиклем — Псков өлкә клиник дауаханаһында врач-хирург. 1957 йылда анестезиология һәм күкрәк хирургияһы кафедраһы профессоры Е. Н. Мешалкин етәкселегендәге заманса эндотрахеаль наркоз буйынса Табиптар белемен камиллаштырыу үҙәгендә ике айлыҡ курс тамамлай һәм был ысулды Псков өлкә клиник дауаханаһында уңышлы индерә[2].
1963 йылда «Влияние пассивной гипервентиляции на клинику наркоза» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм өҙлөкһөҙ профессиональ белемдең Рәсәй медицина академияһының (ЦИУВ) анестезиология һәм реаниматология кафедраһында уҡытыусы булып ҡалдырыла. 1968 йылдан 1973 йылға тиклем ЦИУВ уҡытыусылар составының квалификацияһын күтәреү факультетының декан урынбаҫары була[2].
1974 йылда «Нарушения функции дыхания и кровообращения, пути их коррекции на этапах наркоза и операции у урологических больных с почечной недостаточностью» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1976 йылда СССР Министрҙар Советының Юғары аттестация комиссияһы ҡарары менән уға «медицина фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһе бирелә, ә 1978 йылда реаниматология һәм анестезиология кафедраһы буйынса «профессор» вазифаһына һайлана[3].
1980 йылдан 1995 йылға тиклем — Мәскәүҙең баш анестезиологы, төп эшмәкәрлегенән тыш СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Үҙәк аттестация комиссияһының хирургия бүлеге рәйесе, Мәскәү Һаулыҡ һаҡлау комитетының аттестация һәм лицензия комиссияһы ағзаһы һәм анестезиологтар һәм реаниматологтарҙың Мәскәү ғилми йәмғиәтенең почётлы ағзаһы[2].
2020 йылдың 11 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була[2].
Библиография
үҙгәртергә- Буров Н. Е. Влияние пассивной гипервентиляции на клинику наркоза / М-во здравоохранения СССР. Центр. ин-т усовершенствования врачей. — М.: [б. и.], 1963 г. — 15 с.
- Буров Н. Е. Гипервентиляционный режим управляемого дыхания в клинической анестезиологии / М-во здравоохранения СССР. Центр. ин-т усовершенствования врачей. — М.: [б. и.], 1966 г. — 77 с.
- Буров Н. Е. Нарушения функции дыхания и кровообращения и пути их коррекции на этапах наркоза и операции у урологических больных с почечной недостаточностью / Центр. ин-т усовершенствования врачей. — М.: [б. и.], 1974 г. — 23 с.
- Буров Н. Е., Потапов В. Н., Макеев Г. Н. Ксенон в анестезиологии : Клинико-экспериментальные исследования / М. : Пульс, 2000 г. — 291 с. — ISBN 5-93486-006-2
- Буров Н. Е., Китиашвили И. З., Фрейдлин И. С., Хрыкова Е. В. Динамика иммуноглобулинов и цитокинов у хирургических больных под влиянием ксенона и закиси азота / Вестник интенсивной терапии : научно-практический журнал. -М.: 2005 г. — N4. — С. 47-51
- Буров Н. Е. Применение анальгетиков в анестезиологии и реаниматологии / Русский медицинский журнал. — М. : 2005 г. — Том 13, N20. — С. 1340—1345
- Буров Н. Е., Китиашвили И. З., Срибный И. В. Послеоперационная динамика уровня цитокинов в крови в зависимости от использованных вариантов общей анестезии / Цитокины и воспаление. — М.: 2005 г. — Том 4, N4. — С. 27-33
- Буров Н. Е. Показатели иммунитета и их динамика под влиянием факторов хирургического стресса и компонентов общей анестезии / Вестник новых медицинских технологий : периодический теоретический и научно-практический журнал. — М.: 2005 г. — Том 12, N 3/4. — С. 152—155
- Буров Н. Е. Перспективы и негативы парацетамола в хирургической клинике / Русский медицинский журнал. — М.: 2006 г. — Т.14, N12 (Хирургия. Урология). — С. 879—881 .
- Буров Н. Е., Белогривцев А. Н. Использование иммунологических показателей для оценки прогноза послеоперационных осложнений и обоснования выбора метода анестезии / Вестник новых медицинских технологий : периодический теоретический и научно-практический журнал. — М.: 2006 г. — Том 13, N 1. — С. 84-87
- Буров Н. Е., Руденко М. И. Конференция о применении инертных газов в медицине / Военно-медицинский журнал. — М.: 2009 г. — Том 330, N3. — С. 94-95
- Буров Н. Е., Потапов В. Н. Ксенон в медицине (Очерки по истории и применению медицинского ксенона) / М. : Пульс, 2012 г. — 639 с. — ISBN 978-5-93486-066-1
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005)
- РФА Атом тикшеренеүҙәр институтының алтын миҙалы (2005 — «ксенон наркозын эшләгәне һәм хирургия практикаһына индергәне өсөн»)
- Милли «Танылыу» премияһы (Рәсәйҙәге иң яҡшы табиптарға) (2008 — «инертлы газ ксенондан наркоздың яңы төрөн ҡулланыуҙың технологияһын эшләгәне өсөн һәм анестезиологияла һәм медицинаның башҡа өлкәләрендә инертлы газ ксенонды ҡулланыу буйынса яңы йүнәлеште булдырғаны өсөн»)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Буров Николай Евгеньевич.Российская медицинская академия непрерывного профессионального образования.Дата обращения 11 февраля 2020.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Памяти Николая Евгеньевича Бурова . Дата обращения: 11 февраль 2020. 2020 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ Буров Николай Евгеньевич . Дата обращения: 11 февраль 2020. 2019 йыл 17 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Журнал Анестезиология и реаниматология // Николай Евгеньевич Буров (К 75-летию со дня рождения) / М.: Издательство «Медицина» (Москва), № 2 — 2006 г. — 74 с.