Буралы (Татарстан)
Буралы (татар. Буралы, рус. Буралы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
Буралы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Чубар-Абдулловское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 380 кеше (2002)[2] |
Почта индексы | 423322 |
География
үҙгәртергәАуыл Буралы йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александр-Ҡарамалы административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында ауылда һыу тирмәне, мәсет, мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[3].
Халҡы
үҙгәртергә1840 йылда ауылда 293 башҡорт, 289 ҡаҙна һәм дәүләт кәрҫтиәндәре (татарҙар) иҫәпләнгән[4].
1897 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
857 | 778 | 805 | 716 | 660 | 729 | 480 | 294 | 379 |