Булгаково (Һарыҡташ районы)
Булгаково — Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл. Гавриловка ауыл Советы составына инә.
Булгаково | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Гавриловский сельсовет[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 133 кеше (2010)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 129 метр |
Почта индексы | 462119 |
Булгаково Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөнөң төньяҡ-көнсығышында, дала зонаһында[3], Себенле йылғаһының уң яҡ ярында, райондың административ үҙәге Һарыҡташтан төньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 18 километр (туранан) алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 129 метр[4].
Тарихы
үҙгәртергәБулгаково ауылына XVIII быуат аҙағында йәки XIX быуат башында Себенле йылғаһының Һаҡмар йылғаһына ҡойған урынынан алыҫ түгел ерҙә нигеҙ һалына. Булгаково ауылы (Гавриловка, Правда ауылдары) халҡында һаҡланып ҡалған риүәйәттәргә ярашлы Һаҡмар буйында элек башҡорттар йәшәгән, һәм бындағы ерҙәр бөтәһе лә уларҙыҡы булған. Булгаково ауылы барлыҡҡа килгән Себенле йылғаһы буйындағы ер участкаһын Екатерина II бер эре алпауытҡа бүләк итә (уның исеме һәм фамилияһы халыҡ хәтерендә һаҡланмаған), ул бүләккә алған ошо ерҙе икенсе алпауытҡа — статский советник Булгаковҡа кәрткә уйнап оттора. Булгаковтың инде Быҙаулыҡ өйәҙендә, Божий Промысел ауылында (хәҙер Быҙаулыҡ районының Мирный ҡасабаһы) крепостной крәҫтиәндәре менән ҙур алпауыт усадьбаһы була. Булгаков Быҙаулыҡ өйәҙенән крепостной крәҫтиәндәренең бер өлөшөн бында улар хеҙмәт итеп күберәк килем килтерһен өсөн Ырымбур өйәҙенә яңы участкаға Себенле йылғаһына яҡын күсерергә ҡарар итә. Күсенеп килеүгә оҙаҡ ҡаршылашҡан крәҫтиәндәренә яза биреү маҡсатынан Булгаков уларҙы тауға урынлаштыра. Тауҙағы ерҙәр ташландыҡ була, тупраҡ таштан һәм ҡомдан торғанлыҡтан иген культуралары сәсеүгә һәм көтөүлектәр өсөн яраҡлы булмай. Унда тик ҡый үләндәр һәм дегәнәк кенә үҫкән. Шуға ла тауҙа төҙөлгән Булгаково ауылының бер өлөшө (русса репей -дегәнәк һүҙенән) Репьевка исемен ала.
- Климаты
Климаты оҙайлы һалҡын ҡышы һәм сағыштырмаса ҡыҫҡа эҫе ҡоро йәйе менән ҡырҡа континенталь. Уртаса һауа температураһы иң йылы айҙа (июль) — 20-22 °C; иң һыуыҡ (ғинуар) — 16–15,5 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 350-450 мм тәшкил итә
- Сәғәт бүлкәте
Булгаково ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5]. |
Халҡы
үҙгәртергә2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 138 кеше йәшәй.
- Енси состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылда мәғлүмәттәре буйынса ауылда халыҡтың енси структураһында ир-аттар 51,1 %, ҡатын — ҡыҙҙар 48,9 % тәшкил итә.
- Милли составы
2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы халыҡтың милли структураһында 138 кешенән урыҫтар 75 процент тәшкил итә[6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Приказ Министерства природных ресурсов Российской Федерации от 28 марта 2007 г. № 68 «Об утверждении Перечня лесорастительных зон и лесных районов Российской Федерации»
- ↑ Bulgakovo (ингл.). GeoNames.
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России» .