Булат тауы

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

Булат тауы (рус. Булатовская гора) — Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы Ырымбур өлкәһендәге тау.

Булат тауы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

1998 йылда төбәк әһәмиәтенә эйә геология-геоморфология тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән булған[1].

Географияһы

үҙгәртергә

Булат тауы Ырымбур өлкәһенең Башҡортостан сигенә яҡын Абдулла районында урынлашҡан. Артемьевка ауылынан 2 км төньяҡ-көнбайыштараҡ, Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса Кама һыу бассейны округына ҡараған Булат йылғаһының һул ярында тора.

Координаттары (градустары): киңлеге — 53.71 , оҙонлоғо — 53.48[1].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

2016 йылдың 24 февралендә Ырымбур өлкәһе хөкүмәте өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары исемлеген раҫлай[2]. Бындай ҡомартҡылар иҫәбенә райондың Ерекле имәнлектәре һәм сәтләүеклектәре, Емелька ауылының бәрҙеле шишмәләре менән бер рәттән Булат тауы ла индерелә.

Ырымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында мәғлүм ителеүенсә,Булат тауының дөйөм майҙаны — 4 га, геологик йәһәттән геоморфологик типҡа ҡарай. Эрозияға бирелгән киртләстәре менән үҙенсәлекле.

Дәүләт ҡурсыуына ҡазан ҡатламы (ярусы) ултырмаларынан торған яр буйы ярлауҙары алынған, улар горизонталь ҡатлы-ҡатлы аргиллиттарҙан, мергелдәрҙән һәм эзбизташтарҙан тора.

Тауҙың Булат йылғаһы ярына сыҡҡан текә ҡаялы уң яғындағы битләүен пермь ҡазан ҡатламының горизонталь рәүештә урынлашҡан аргиллит, мергель, һыҙат-һыҙат эзбизташ тоҡомдары тәшкил итә[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Чибилев А. А., Павлейчик В. М., Чибилев А. А.(мл) Природное наследие Оренбургской области: особо охраняемые природные территории. Оренбург: УрО РАН, Печатный дом <Димур>, 2009.- 328 с.
  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Краткий топонимический словарь. — Свердловск, 1987.
  • Матвеев А. К. Древнеуральская топонимика и ее происхождение // Вопросы археологии Урала, вып.1, Свердловск, 1961.
  • Матвеев А. К. Основные задачи изучения уральской топонимики // Вопросы топономастики. Свердловск, 1967, вып.3.
  • С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 123—124.