Буджурова Лилиә Рөстәм ҡыҙы

Ҡырым татарҙары шағирәһе һәм журналисы, Украинаның атҡаҙанған журналисы

Лилиә Рөстәм ҡыҙы Буджурова (ҡырымтат. Lilâ Rustem qızı Bucurova, Лиля Рустем къызы Буджурова, укр. Ліля Рустемівна Буджурова; 1 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (65 йәш), Ангрен[d], Ташкент өлкәһе[d]) — Ҡырым татарҙары шағирәһе һәм журналисы. Украинаның атҡаҙанған журналисы (2005).

Буджурова Лилиә Рөстәм ҡыҙы
ҡырымтат. Lilâ Rustem qızı Bucurova
укр. Ліля Рустемівна Буджурова
Тыуған көнө

1 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (65 йәш)

Ил

 СССР
 Украина
 Рәсәй[1]

 Буджурова Лилиә Рөстәм ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1958 йылдың 1 ноябрендә Үзбәкстандың Ангрен ҡалаһында тыуған. 1979 йылда Ташкент өлкә дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай[2]. 1979—1991 йылдарҙа шунда уҡ рус һәм сит ил әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй[3].

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1989 йылда беренсе үҙбаҫма «Некупленный билет» йыйынтығын, һуңынан «Когда мы вернемся» йыйынтығын баҫтырып сығара. Ҡырымға 1991 йылда күсеп килә. 1991 йылдан 1997 йылға тиклем «Авдет» ҡырым-татар гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй, уның һүҙҙәренсә, Мостафа Йәмилевты тәнҡитләгән өсөн эштән бушатыла[4]. .

1991 йылдан 2011 йылға тиклем тәүҙә ҡырым-татар редакцияһында мөхәррир, һуңынан «Ҡырым» Дәүләт телерадиокомпанияһының баш мөхәррире булып эшләй. Төрлө йылдарҙа бында «Әсә-Йорт», «Хәүефле зона», «Баш мөхәррир» авторлыҡ программаларын алып бара[3]. 2004 йылдан 2014 йылға тиклем «Первая Крымская» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй[3], 1992 йылдан 2009 йылға тиклем «СТБ» телеканалы хәбәрсеһе, 1992 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем «France Press» агентлығы хәбәрсеһе. «Украинская правда» интернет-гәзитендә баҫыла. 1997 йылдан Ҡырым ирекле журналистар ассоциацияһы рәйесе.

2012 йылдан АTR телеканалының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса генераль директоры урынбаҫары, «Гравитация» сәйәси-социаль теле-шоу авторы. 2015 йылдың 1 апрелендә телеканал ябылыу менән бәйле был вазифанан китә. 2015 йылдың авгусынан «QaraDeniz production» продюсер — студияһы директоры урынбаҫары. Йыл һайын үткәрелеүсе «Сanlı ses» балалар таланттары конкурсын ойоштороусыларҙың береһе[5]. 2016 йылда Ҡырым мосолман тотҡондарының балаларына ярҙам итеү өсөн «Бизим балалар» («Беҙҙең балалар») йәмәғәт хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе була.

Сәйәсәте үҙгәртергә

1991 йылда Ҡырым татарҙарының II Ҡоролтайы делегаты итеп һайлана. Ике тапҡыр Ҡырым татарҙары Мәжлесенә һайлана (1991 йылдан 1997 йылға тиклем ағза), 1994 йылдан 1998 йылға тиклем — Ҡырым Автономиялы Республикаһының Юғары Советы депутаты. 2015 йылдың 2 ноябрендә Ленур Исламовҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу менән бәйле уның өйөндә тентеү үткәрелеүе тураһында хәбәр итә[6].

Наградалары үҙгәртергә

  • Ике үҙбаҫма шиғырҙар йыйынтығы һәм публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн Исмаил Гаспринский премияһы лауреаты (1992)
  • Ҡырым Автономиялы Республикаһы Министрҙар Советының почет грамотаһы (2000; авторҙар коллективы составында)[7]
  • Василий Стус премияһы лауреаты (2001)
  • Украинаның атҡаҙанған журналисы (2005)
  • III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены кавалеры (2015)[8]
  • «Журналистиканың юғары стандарттары» премияһы (Украина, 2018) — «Сифатлы төбәк медиа-проекты өсөн» категорияһында, медиа — Crimean Tatars[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://zachestnyibiznes.ru/fl/910216646905
  2. ЛИЛЯ БУДЖУРОВА: «КАЖДЫЙ ИЗ НАС ОДНАЖДЫ СПРАШИВАЕТ СЕБЯ, КТО Я: ЖУРНАЛИСТ ИЛИ ЧЕЛОВЕК ИЗ ОБСЛУГИ?» 2017 йыл 26 сентябрь архивланған.  (рус.)
  3. 3,0 3,1 3,2 Известные люди юга России. Дата обращения: 11 апрель 2017. Архивировано 17 сентябрь 2019 года. 2019 йыл 17 сентябрь архивланған.
  4. Лиля Буджурова: Правда стоит сломанных рук 2017 йыл 25 июнь архивланған.  (рус.)
  5. Публикация этих фото — самый сильный ход пресс-службы Совмина Республики Крым со времён начала «Светопредставления» 2017 йыл 26 сентябрь архивланған.  (рус.)
  6. Лиля Буджурова: не пугайте автоматами мою семью и мой народ 2021 йыл 19 апрель архивланған.  (рус.)
  7. О награждении Почетной грамотой Совета министров Автономной Республики Крым. Верховна Рада України. Законодавство АР Крим. Дата обращения: 23 март 2022.
  8. Указ Президента України від 5 червня 2015 року № 313/2015 «Про відзначення державними нагородами України з нагоди Дня журналіста» (укр.)
  9. У Львові оголосили переможців премії «Високі стандарти журналістики-2018» (укр.). Премія «Високі стандарти журналістики» (15 декабрь 2020). Дата обращения: 23 март 2022. Архивировано 12 декабрь 2020 года. 2020 йыл 12 декабрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә