Бөгөлмә өйәҙе

(Бугульминский уезд битенән йүнәлтелде)

Бөгөлмә өйәҙе — Рәсәй империяһы һәм РСФСР-ҙың 1781—1920 йылдарҙағы административ-территориаль берәмеге. Өйәҙ ҡалаһы — Бөгөлмә.

Бөгөлмә өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна Һамар губернаһы
Үҙәге Бөгөлмә
Барлыҡҡа килгән 1781
Бөтөрөлгән 1920
Майҙаны 10 803,1 саҡрым²
Халҡы 299 884[1] (1897)

Географик урыны

үҙгәртергә
 
1912 йылға Бөгөлмә өйәҙе картаһы

Өйәҙ Һамар губернаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан,Ҡазан губернаһының - Чистай, Өфө губернаһының Миңзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәре менән сиктәш булған. Майҙаны 1897 йылда 10 803,1 саҡрым² (12 294 км²) тәшкил иткән.

Өйәҙ 1781 йылда Өфө наместниклығы Өфө өлкәһе составында Бөйөк Екатерина реформаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. 1796 йылдан Ырымбур губернаһына ингән.

1851 йылда яңы барлыҡҡа килгән Һамар губернаһы составына бирелгән.

1920 йылда бөтөрөлгән, уның территорияһында Татар АССР-ы составындағы Бөгөлмә кантоны ойошторолған.

1897 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәре буйынса өйәҙҙә 299 884 кеше, шул иҫәптән урыҫтар — 95036, татарҙар — 62406, типтәрҙәр — 43568, мордвалар — 37498, башҡорттар — 29647, сыуаштар — 25406, Бөгөлмәлә 7 581 кеше йәшәгән.

Административ бүленеше

үҙгәртергә

1913 йылда өйәҙҙә 4 стан һәм 38 улус[2]: булған.

  • Әбдекәй ауылы,
  • Аҙнаҡай — Аҙнаҡай,
  • Александровский — Аҡбаш ауылы,
  • Әлкәй,
  • Әлмәт — Әлмәт,
  • Баулы — Баулы ауылы,
  • Богоявленский — Сула ауылы,
  • Борискинский,
  • Борисоглебский — Секретарка ауылы,
  • Варваринский — Кичуй ауылы,
  • Үрге Ҡармал — Сирмешән ҡәлғәһе,
  • Добринский,
  • Дымский,
  • Елизаветинский — Келәүле ауылы,
  • Ивановский — Поповка ауылы,
  • Ҡаратай — д. Зәй-Ҡаратай ауылы,
  • Костюнькинский,
  • Керәжле,
  • Кузайкинский,
  • Мәсәғүт,
  • Микулинский,
  • Мордва-Афонькинский,
  • Мордва-Ивановский — Иҫке Суркино,
  • Мордва-Ҡармал,
  • Түбәнге Ширшеле,
  • Яңы Письмянский — (Лениногорск) Яңы Письмянка ауылы,
  • Сәлих,
  • Спасский,
  • Спиридоновский,
  • Стерлетамаҡ — Сарлы ауылы,
  • Сумароковский,
  • Сходневский,
  • Тимәш,
  • Тымытыҡ,
  • Урсалы — Яңы Нәдер ауылы,
  • Чеканский,
  • Сытырлы,
  • Шенталинский.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә