Бригитта Кристина Шерзенфельд
Бригитта Кристина Шерзенфельд, кейәүҙә Бернов, Линдстрём, Цимс, Ренат, (швед. Brigitta Kristina Scherzenfeldt; 1684 йыл, Беккаскуг (хәҙер — Скона ленаһы), Швеция — 1736 йылдың 4 апрелендә, Стокгольм, Швеция) — Жунғар ханлығының хакимдары Цэван-Рабдан һәм Галдан-Цэрэн һарайында 17 йыл буйы тотҡонлоҡта йәшәгәнен иҫтәлектәрендә яҙып, билдәлелек алған туҡыу һөнәре буйынса швед уҡытыусыһы; Ю.-Г. Ренаттың ҡатыны.
Бригитта Кристина Шерзенфельд | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 1684 |
Тыуған урыны | Беккаскуг[d], Кристианстад[d], Кристианстад[d], Швеция |
Вафат булған көнө | 4 апрель 1736 |
Вафат булған урыны | Стокгольм, Швеция |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, яҙыусы |
Биографияһы
үҙгәртергәСкона ленаһындағы Беккаскуг (Bäckaskog) алпауыт ерендә лейтенант Кнут Шерзенфельд һәм Бригита Транандер ғаиләһендә тыуған. 1699 йылда хәрби Матс Берновҡа кейәүгә сыға һәм 1700 йылда Төньяҡ һуғышына уның артынан эйәреп киткән: башлыса Ригала йәшәгән. 1703 йылда Торунь янындағы ҡаты алышта ире һәләк булғандан һуң, икенсе тапҡыр офицер Юхан Линдстрёмға кейәүгә сыға, ләкин бер йылдан һуң, рус ғәскәрҙәре 1704 йылда Нарваны алғанда, икеһе лә әсирлеккә эләккән һәм Мәскәүгә оҙатылған. 1711 йылда тол ҡалған, әммә бер йылдан сығышы менән немец булған швед армияһының әсирлеккә алынған лейтенанты Михаэль Цимсҡа яңынан кейәүгә сыға. Тиҙҙән ире менән бергә Тубылға күсерелгән.
1715 йылда Цимс рус армияһына хеҙмәткә алына һәм икенсе йылға себер губернаторы М. П. Гагарин Ямышевский ҡәлғәһе гарнизонына ярҙам итеү маҡсатында, составында һаҡсы төркөм, швед тотҡондары, сауҙагәрҙәр һәм сәнәғәтселәр — барлығы 700 кешене ебәрә. Был ваҡытта ун мең ғәскәре менән яҡын торған жунғар хунтайжийы Цэван-Рабдан, төбәктә рус ғәскәре барлыҡҡа килеүенә ризаһыҙлығын белдерә, ҡәлғә начальнигы И. Д. Бухольцтың бынан китеүен талап итә. Уның талабынан баш тартҡан өсөн 1716 йылдың 10 февралендә Цэван-Рабдан ҡәлғәгә һөжүм итә, ә Ямышев күленән 52 саҡрым алыҫлыҡта, Иртыштағы Коряков Яр буйында, хәрби конвойҙы уратып алып, ҡыйрата. Бригитта-Кристинаның ире һуғышта һәләк була, ә ул үҙе жунғарҙрға әсирлеккә эләгә.
Уның ҡул-аяғына бығау кейҙерәләр, көсләргә маташалар, әммә ул шул тиклем ныҡ ҡаршы тора, хатта көсләүсе ойраттың аяғын имгәтә. Ул ҡатынды үлтерергә теләй, ләкин уны алдаштыралар, һәм, ахыр сиктә, уны, ярым ялағасты, башҡа әсирҙәр менән бергә Или йылғаһы үҙәненә, Ҡулжалағы хан ставкаһына алып киләләр һәм шәхсән Цэван-Рабданға күрһәтәләр. Хаким, ҡыҙыҡһынып, ҡатындың шулай ҡарышыуының сәбәбен һораған. Ул шведтарҙа бындай ҡылыҡ юҡ тигән, һәм Цэван-Рабдан уға шуға оҡшаған һөжүмдәрҙе тыйған һәм Бригиттаны үҙ ҡатыны, ҡалмыҡ ханы Әйүкә тайшаның ҡыҙы, Сэтэржавҡа хеҙмәтсе итергә бойороҡ биргән. Тиҙҙән уны туҡыу һәм тегеү эштәре уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнгәндәр, һәм Цэван-Рабдандың ҡыҙҙарының береһен, Цэцэнды ҡарарға ҡуйғандар. Ике йыл дауамында Бригитта Кристина кенәз ҡыҙы Цэцэндың Яркендтағы һатып алыуҙарын башҡарған; мөмкинлек сыҡҡан һайын Жунғар ханлығында тотҡонлоҡта булған европалы әсирҙәренең хәлен бер аҙ яҡшыртырға тырышҡан.
1723 йылда Цэван-Рабдан Волгаға Әйүкәнең улына ҡыҙын димләү тәҡдиме менән илсе ебәрә. Башланған һөйләшеүҙе дауам итеү өсөн Волганан Жунғар ханлығына 1724 йылда Цэван-Рабдан хандың ҡыҙҙарын Әйүкәнең өс улына кәләшлеккә димләү маҡсатында, зайсанг Ехе Абуғай ебәрелә, һәм илсене Жунғарҙа бик йылы ҡаршылайҙар. Цэцэн, Ҡалмыҡ ханлығына күсергә йыйынғас, Бригитта Кристинаны ла үҙе менән алырға уйлай, әммә Бригиттаға бындай күсеү тыуған илгә ҡайтыу теләгенән һаман алыҫлайтыр кеүек күренә. Шуның өсөн ҡатын, бер ваҡыт үҙенең оҫтаханаһына туҡыу станоктары ла эшләп биргән, ханлыҡта пушкалар ҡойоу һәм китап баҫтырыу эшен етәкләгән жунғарҙарҙа әсирлектә булған швед офицеры Ю.- Г. Ренат менән ялған никахлаша. Һәм шул никахы арҡаһында кенәз ҡыҙының һарайынан китә. Әммә 1727 йылда, Волганан сираттағы илселәре килгәндән һуң бер аҙ ваҡыт үтеүгә Цэван-Рабдан вафат була. Уның өлкән улы Галдан-Цэрэн атаһының вафатында ҡалмыҡ илселәрен, үҙенең улын Жунғар тәхетенә ултыртырға теләүҙә үгәй әсәһе Сэтэржавты һәм уның ҡыҙҙарын ғәйепләй. Сэтэржавты һәм уның ҡыҙҙарын, шул иҫәптән Цэцэнды ғазаплайҙар һәм язалап үлтергәндәр, әммә Бригитта Кристина үҙенән шик ҡайтара ала һәм Галдан-Цэрэнды ышандырып, 134 рус һәм 19 швед әсирен иреккә ебәреү форсатын таба.
1733 йылда Бригитта Кристина һәм Ренат, уның икенсе жунғар-маньчжур һуғышында артиллерия әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн азат ителә, һәм рәсәй илсеһе һәм бүләк ителгән егерме ҡалмыҡ хеҙмәтсеһе оҙатыуында Жунғар ханлығынан ҡалдырып китәләр. Уларҙың алтыһын илселек тотҡарлай, тағы бер нисәүһе Мәскәүгә килеп еткәнсе һәләк була. Мәскәүҙә Бригита-Кристина унда йәшәгән инглиз ҡатыны Вигорға үҙенең бәлә-ҡазаға тарыуын һөйләй, һәм был хәтирәләр Вигорҙың Рәсәй тураһында яҙған китабында урын алған[1]. Мәскәүҙә улар ахыр сиктә Ренат менән никахлаша һәм рәсәй властарынан Швецияға ҡайтып килеү рөхсәте ала, әммә 1734 йылда Стокгольмға киләләр һәм Рәсәй империяһына кире ҡайтмайҙар. Улар менән ҡалған өс ҡалмыҡ ҡатыны: Алтан, Ламакис һәм Зара Анна-Катарина, Мария-Стина һәм Сара-Грета исеме менән суҡынып ирле-ҡатынлы Ренаттарҙың хеҙмәтселәре була. Ике йылдан һуң, 4 апрелдә, Бригитта-Кристина вафат була.
Стокгольмдың Ливрусткаммарен музейында уның ҡыҙыл ебәктән тегелгән жунғар кейеме әлегә тиклем күрһәтелә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Alf Åberg. Fångars elände. I Karolinerna 1700—1723 Ryssland. — Lund: och Natur kultur, 1991. — ISBN 91-27-02265-X (швед.)(швед.)
- Blomquist Gunvor. Starka Kvinnor. — Kvinnor Starka, 1986. — ISBN 91-522-1658-6 (швед.)(швед.)