Бретт Уигдорц (ингл. Brett Wigdortz) — АҠШ эшҡыуары, «Teach First» белем биреү хәйриәлек ойошмаһын нигеҙләүсе һәм уның баш башҡарма директоры. Ойошма эшмәкәрлеге түбән ғаилә килеме проблемаларын хәл итеүгә һәм белем биреү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уигдорц Американың Оушен Тауншип ҡалаһында (Нью-Джерси) тыуған, американ һәм британ гражданлығына эйә[1].

Бретт Уигдорц
Brett Wigdortz
Тыуған көнө

1973({{padleft:1973|4|0}})

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар 

Уигдорц әлеге ваҡытта «National College for Digital Skills» менән «Future Leadersтың» ышаныҡлыһы булараҡ сығыш яһай[2], улар үтә һәләтле мәктәп директорҙары быуынын әҙерләй. Уигдорц шулай уҡ Венди Копп менән бергә „Teach For All“ ойошмаһын нигеҙләгән һәм уның ышаныҡлыһы булып тора[3], ойошманың маҡсаты — башҡа илдәрҙәге социаль эшҡыуарҙарға мәғарифтағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эшмәкәрлеге менән мәшғүл булған глобаль социаль предприятиелар селтәрен хасил итеү.

Биографияһы

үҙгәртергә

Уигдорц 1995 йылда Ричмонд университетында иҡтисад һәм халыҡ-ара тикшеренеүҙәр өлкәһендә бакалавр дәрәжәһе[4] һәм Гавайи университетында иҡтисад өлкәһендә магистр дәрәжәһе менән юғары белемгә эйә[5].

Гавайи университетында уҡығанда ул Гонолулуҙа «Көнсығыш-Көнбайыш үҙәктә» тикшеренеүсе булып эшләй, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла һәм Тымыҡ океан утрауҙарында энергетик һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен өйрәнә. Ул — Азия энергетика ағымдары (China and Central Asia’s Volatile Mix : Energy, Trade, and Ethnic Relations) тураһындағы мәҡәләнең авторҙашы.[6]

1998 йылда Индонезияла һәм Гонконгта журналист булып эшләй. 2000 йылда Уигдорц «McKinsey & Company»ға консультант сифатында ҡушыла.

2002 йылдың июлендә 11 хеҙмәткәрҙән торған командалы «Teach First» ойошмаһы барлыҡҡа килә. Артабан Уигдорц ойошмаға генераль директор булараҡ етәкселек итә.

Нигеҙләнгәндән алып «Teach First» 6000-дән ашыу кешегә ярҙамлаша. Хәйриәлек ойошмаһы Англия менән Уэльстың туғыҙ төбәгенә йәйелә, уларҙа 500-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй.

2007 йылда Бретт эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм мәғариф тураһында хәстәрлек күргәне өсөн «UK Ernst & Young Social Entrepreneur of the Year»[7] һәм «CASE European Leadership Award»[8] наградаларына лайыҡ була. «The Evening Standard» уны 1 000 иң йоғонтоло лондонлының береһе тип иғлан итә[9]. 2013 йылда Британ империяһы ордены менән бүләкләнә[10]. 2015 йылда Бретт Бөйөк Британияның иң абруйлы кешеләренең береһе булараҡ «Debrett’s 500» исемлегенә индерелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Teaching’s man with a mission to free young Britons from 'slavery', The Guardian, 29 October 2012
  2. Future Leaders.« 2014 йыл 28 октябрь архивланған.
  3. Teach For All.» 2012 йыл 23 июль архивланған.
  4. University of Richmond.» 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. Department of Economics Newsletter, Winter 2003.
  6. JAMES P.
  7. Ernst and Young «Ernst and Young Entrepreneur of the year London and South Region Award Receipts» 2015 йыл 28 май архивланған..
  8. The Council for Advancement and Support of Education.
  9. Evening Standard (7 November 2011)«London’s 1000 most influential people 2011: Education».
  10. New Year Honours 2013: full list of recipients, The Daily Telegraph (29 December 2012). 16 февраль 2014 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә