Брест өлкәһенең ҡурсаҡ театры

Брест өлкәһенең ҡурсаҡ театры (бел. Брэсцкі абласны тэатр лялек, Ҡалып:Lang-be-tarask) — Беларуссияның Брест өлкәһе ҡурсаҡ театры. 1963 йылда нигеҙләнгән. Ленин проспектында урынлашҡан был театрҙың төп бинаһы реконструкциялау арҡаһында театр ваҡытлыса Партизан урамы, 15 йорт бинаһында эшләй[1].

Брест өлкәһенең ҡурсаҡ театры
Нигеҙләү датаһы 1963
Рәсем
Рәсми атамаһы Брэсцкі абласны тэатр лялек һәм Берасьцейскі абласны тэатар лялек
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Брест
Рәсми сайт puppet-brest.by
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Q101476783?
Карта

Театр Европа һәм Азия илдәре театрҙарының фестивалдәрендә уңышлы сығыш яһай. Абруйлы наградалары бик күп, шулар араһында Прагала үткәрелгән Бөтә донъя ҡурсаҡ театрҙары фестивалдәрендә өс тапҡыр Гран-при бүләгенә лайыҡ була. Театр Халыҡ-ара «Белая Вежа» театр фестивален ойоштороусыларҙың береһе[2].

Тарих үҙгәртергә

1963 йыл театрҙың барлыҡҡа килгән рәсми датаһы тип иҫәпләнә. Ошо йылда Брест драма театрынан сыҡҡан ҡурсаҡ төркөмө үҙаллы коллективҡа әүерелә.

Белорус ҡурсаҡ сәнғәтен сит илдәрҙә популярлаштырыу һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһағаны өсөн театр Беларусь Республикаһы Президенты тарафынан «Халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн» махсус премияһы менән бүләкләнә. 2007 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн Беларусь Республикаһы Министрҙар Советы театрға «Беларусь Республикаһының атҡаҙанған коллективы» тигән почетлы исем бирә[2]. Ололар өсөн Андрей Платоновтың «ФРО» әҫәре буйынса ҡуйылған спектакле 2016 йылда Беларусь милли театр премияһының «ҡурсаҡ театрҙарының иң яҡшы спектакле» һәм «иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияларында лауреаты тип табыла[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  2. 2,0 2,1 «Брестский театр кукол» \ О театре. Брестский областной театр кукол. Дата обращения: 2 ноябрь 2018. 2018 йыл 24 сентябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «p-b» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Брестский театр кукол. Белгородский Государственный театр кукол. Дата обращения: 2 ноябрь 2018.