Бранкица Михайлович

серб волейболсыһы

Бранкица Михайлович (сер. Бранкица Михајловић; 13 апрель 1991 йыл) — серб волейболсыһы, «Фенербахче» төрөк клубы һәм Сербия йыйылма командаһы һөжүмсеһе. Донъя кубогының көмөш призеры, Европа, Евролига, Донъя чемпионатының гран-приһын, Баҡыла тәүге Европа уйындары чемпионаттарының бронза миҙалдарын яулаусы[9]. Лондонда йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы[10]. Рио-де-Жанейрола үткән Олимпия уйындарының көмөш призеры.

Бранкица Михайлович
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Босния һәм Герцеговина
 Сербия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Сербия[1]
Тыуған көнө 13 апрель 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2] (33 йәш)
Тыуған урыны Горни-Рахич[d], Брчко[d], Округ Брчко[d]
Һөнәр төрө волейболист
Командалағы уйын позицияһы доигровщик[d]
Спорт командаһы ағзаһы ŽOK Jedinstvo Brčko[d], Волеро Цюрих[d], Suwon Hyundai Engineering & Construction Hillstate Volleyball Team[d], Расинг[d], Rio de Janeiro Vôlei Clube[d], Волеро Цюрих[d], Hisamitsu Springs[d], Фенербахче[d][2], Tianjin Bridgestone[d], JT Marvelous[d], Веро Воллей[d][3], Фенербахче[d][3][2], Женская сборная Сербии по волейболу[d], Ленинградка (волейбольный клуб)[d], Liaoning Brilliance Auto[d][4], Волеро Ле-Канне[d][4][5] һәм Zeren SK[d][5]
Масса 64 килограмм
Спорт төрө Волейбол[6]
Ҡатнашыусы Волейбол на летних Олимпийских играх 2012 (женщины)[d][7], Волейбол на летних Олимпийских играх 2016 (женщины)[d][7], Волейбол на летних Олимпийских играх 2020 (женщины)[d][7], Чемпионат мира по волейболу среди женщин 2022[d][8], Чемпионат Европы по волейболу среди женщин 2015[d], Чемпионат Европы по волейболу среди женщин 2017[d], Чемпионат Европы по волейболу среди женщин 2019[d], Чемпионат мира по волейболу среди женщин 2018[d] һәм Чемпионат Европы по волейболу среди женщин 2013[d]
Бейеклеге/буйы 189 сантиметр[3]
 Бранкица Михайлович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Бранкица Михайлович 1991 йылдың 13 апрелендә СФРЮ-ның Брчко муниципалитетының Горни-Рахич ауылында тыуа. Бала саҡтан волейбол менән әүҙем шөғөлләнә, 2006—2009 йылдарҙа урындағы «Берҙәмлек» клубында уйнай һәм халыҡ-ара ярыштарҙа Босния һәм Герцеговиня исеменән сығыш яһай, шунан бер нисә сезон үҙен швейцар һәм корея клубтарында һынап ҡарай, ә 2012 йылда «Расинг» француз клубына күсә һәм Сербия исеменән сығыш яһай башлай.

Өлкәндәрҙең халыҡ-ара кимәлендә тәүге етди уңышҡа 2012 йылда, серб милли йыйылма командаһының төп составына ингәс һәм Карловы Варыла ҡатын-ҡыҙҙар Евролигаһының турнирында булғандан һуң өлгәшә, унан бронза миҙал менән ҡайта. Күп кенә уңышлы сығыштары арҡаһында ул Лондонда йәйге Олимпия уйындарында ил намыҫын яҡлау хоҡуғына лайыҡ була, әммә бында сербтарҙың уйыны уңышлы булмай — команда үҙ төркөмөндә бер генә мәрәй ҙә йыя алмай һәм плей-офф кимәленә сыҡмай.

2013 йылда Михайлович Бразилияның "Унилевер"ына күсә, был команда менән Бразилия чемпионатында еңеү яулай һәм Цюрихта донъя клуб чемпионатында көмөш миҙал ала. Шул уҡ ваҡытта Серб йыйылма командаһы составында Саппорола Донъя гран-приһында өсөнсө урынды яулай. Бер йылдан һуң «Хисамицу Спрингс» япон клубына барып ҡушыла, әммә Японияла ҙур уңышҡа[11][12] өлгәшә алмай.

2015 йылда «Фенербахче» төрөк клубы һөжүмсеһе була, уның составында Төркиә Кубогы хужаһы була. Сербия волейбол командаһының төп составында сығыш яһауын дауам итеп, Баҡыла беренсе Европа уйындарында һәм Белгияла һәм Нидерланта Европа чемпионатында бронза миҙалдар яулай. Японияла, тик Ҡытай йыйылма командаһынан ғына ҡалышып, Донъя кубогының көмөш миҙалыни ала[13].

  • 2006—2009:   Берҙәмлек (Брчко)
  • 2009—2011:   Волеро (Цюрих)
  • 2011—2012:   Хёндэ Хилстейт (Сувон)
  • 2012—2013:   Расинг (Канны)
  • 2013—2014:   Унилевер (Рио-де-Жанейро)
  • 2014—2015:   Хисамицу Спрингс (Кобе)
  • с 2015:   Фенербахче (Истанбул)

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Йыйылма командала

үҙгәртергә
  • Олимпия уйындарының көмөш призёры: 2016
  • Волейбол буйынса Донъя кубогының көмөш призёры: 2015
  • Европа чемпионатының бронза призёры: 2015
  • Евролигның бронза призёры: 2012
  • Гран-приның бронза призёры: 2013
  • I-се Европа уйындарының бронза призёры: 2015

Клубтарҙа

үҙгәртергә
  • Бразилия чемпионы: 2014
  • Төркиә Кубогы еңеүсеһе: 2015
  • Донъя клубного чемпионатының көмөш призеры: 2014

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://oks.org.rs/sportisti/brankica-mihajlovic
  2. 2,0 2,1 2,2 12 MHAJLOVIC BRANKICAФедерация волейбола Турции.
  3. 3,0 3,1 3,2 https://www.legavolleyfemminile.it/player/-/MIH-BRA-91 — 1987.
  4. 4,0 4,1 https://www.instagram.com/p/C2sObeYMZib/
  5. 5,0 5,1 https://www.instagram.com/p/C6ljmRjMOpo
  6. https://www-old.cev.eu/PlayerDetail.aspx?PlayerID=1782 (ингл.)
  7. 7,0 7,1 7,2 Brankica Mihajlović (ингл.) — 2006.
  8. PlayersХалыҡ-ара волейбол федерацияһы.
  9. Women's Volleyball. London2012.com. Дата обращения: 30 июль 2012. Архивировано 31 март 2013 года. 2013 йыл 31 март архивланған.
  10. Women's Volleyball. London2012.com. Дата обращения: 30 июль 2012. Архивировано 31 март 2013 года. 2013 йыл 31 март архивланған.
  11. Vakifbank Istanbul fly to first Women’s Club World Champs title, China claim bronze. Zurich, Switzerland: FIVB (13 октябрь 2013). Дата обращения: 13 октябрь 2013.
  12. Hisamitsu Springs. ブランキツァ・ミハイロビッチ選手入部のお知らせ. Дата обращения: 28 ноябрь 2014. 2014 йыл 5 декабрь архивланған.
  13. The New Transfer of Fenerbahce Grundig Brankica Mihajlović !

Һылтанмалар

үҙгәртергә