Боғбонлы мәсете
Боғбонлы мәсете (үзб. Bogʻbonli masjid/Боғбонли масжид; рус. Мече́ть Богбонлы́) — Ичан-Ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Инеү урынындағы таш пластиналағы шиғырҙарҙағы яҙыуға ярашлы, мәсет 1809 йылда төҙөлгән (һижри 1224 й.), бында шулай уҡ бинаны проектлаған оҫта Пахлаван-ҡулиҙың исеме күрһәтелгән. Ишектә ағасты һырлау оҫтаһы — Әдин Мөхәммәттең улы Ырыҫ (Руз) Мөхәммәттең исеме күрһәтелгән. Был семәрле ишек Яңыарыҡ районының Астана ҡышлағындағы Шәйех Мөхтәр Вәли кәшәнәһенә ҡуйылған.
Мәсет | |
Ил | Үзбәкстан |
Өлкә | Хорезмская область |
Адресы | ул. Бухарская[1] |
йүнәлеш, мәктәп | сөнни |
Мәсет төрө | квартальная[1] |
Төҙөүсе | Пехлеван-ҡули[1] |
Төҙөлөш | ???—1809[1] йылдар |
Дөйөм майҙаны | 291,2 м²[1] |
Бейеклек | 13,0 м[1] |
Материал | кирбес |
Торошо | памятник архитектуры |
Мәсет Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәРиүәйәт буйынса, мәсет ағалы-ҡустылы баҡсасылар, йәғни, боғбонлылар (боғ-бағ — төрки телдәргә фарсысанан ингән һүҙ[2]) һалған хәйриә аҡсаһына төҙөлгән.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәМәсет тура мөйөшлө итеп һалынған, ике колонналы айваны һәм көмбәҙле ҡышҡы бинаһы бар. Дөйөм майҙаны 26×13,3 м. Айвандың семәрле ағас колонналары сәнғәти йәһәттән ҡиммәте булып тора һәм Йәмиғ мәсете колонналарының орнаментын хәтерләтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Маньковская Л., Булатова В. Памятники зодчества Хорезма / науч. ред. Г. А. Пугаченкова. — Ташкент: Издательство литературы и искусства имени Гафура Гуляма, 1978. — С. 141—142. — 192 с. — 5000 экз.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 104-се б.
Тәҡдим ителгән әҙәбиәт
үҙгәртергә- Маньковская Л., Булатова В. Памятники зодчества Хорезма / науч. ред. Г. А. Пугаченкова. — Ташкент: Издательство литературы и искусства имени Гафура Гуляма, 1978. — С. 141—142. — 192 с. — 5000 экз.
- Боғбонли масжид — Национальная энциклопедия Узбекистана (узб.). — Ташкент, 2000—2005.