Бохинь (слов. Občina Bohinj) — Словенияның 212 муниципаль берәмектәренең береһе (община). Словенияның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Тарихи Үрге Крайна өлкәһенең Гореньск регияһына (статситик район) инә.[2] . Административ үҙәге — Бохиньска Бистрица ауылы. 1994 йылдың 4 октябрендә ойошторола. Бохинь күленән алып Номенгә тиклем, Юлий Альптарында көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Триглав тауы янында, Блед ҡалаһынан көнбайышҡа табан яҡынса 25 км алыҫлыҡта һәм баш ҡаланан, Любляна ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 80 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Биләмәһенең ҙур өлөшө Триглав Милли паркына инә.

Бохинь
слов. Občina Bohinj
Герб
Рәсем
Дәүләт  Словения
Административ үҙәк Бохиньска Бистрица[d]
Административ-территориаль берәмек Словения
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Гореньский регион[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Slovenia/Bohinj.map
Халыҡ һаны 5360 кеше (1 июль 2020)[1]
Ир-егеттәр 2706[1]
Ҡатын-ҡыҙҙар 2654[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 585 метр
Туғандаш ҡала Рамзау[d]
Майҙан 333,7 км²
Почта индексы 4265
Рәсми сайт bohinj.si
Урынлашыу картаһы
Номер тамғаһы коды KR
Карта
 Бохинь Викимилектә

Община территорияһында боҙлоҡ сығышлы, Словенияның ынйыһы булып торған Бохинь күле урынлашҡан[3]. 1689 йылда Бохинь күле хаҡында һоҡланып Янез Вайкард Вальвазор яҙып сыға[4]. Бохинь күлендә XIV быуат башындағы сиркәү урынлашҡан, ул орнаментлы көмбәҙҙәр һәм диуар сәнғәтендәге һыҙма-яҫылыҡлы стиль менән биҙәлгән[5]. Юлий Альптарында урынлашҡан Вогель һәм Сеножета халыҡ күп йөрөгән халыҡ-ара класлы тау саңғыһы курорттары тип иҫәпләнә[6].

Вальвазор бигерәк тә Крайнала 13 тимер руднигынан Бохинь тимер руднигын билдәләй. Ул XVIII быуатта Словенияла металлургия үҙәктәренең береһе булып тора. Бохинда металлургия үҫешенә башланғысты 1730 йылда Микеланджело Цойс һала (1694—1777). Уның улы, меценат һәм ғалим, Словен милли-ағартыу түңәрәге ағзаһы, барон Жига (Сигизмунд) Цойс (1747—1819) Бохинь туризмының башлап ебәреүсеһе тип һанала. Ул Бохиньға үҙенең күп дуҫтарын һәм таныштарын саҡыра.[4]. XX быуат башында Есеница — Триест Бохинь тимер юлы төҙөлә.

Тадеуш Конвицкий «Бохинь» повесын яҙа (Bohin, 1987), уны поляк теленән Ксения Старосельская тәржемә итә. Польшала китап бестселлерға әүерелә һәм Ивашкевич исемендәге әҙәби премия ала. Лидия Алексеева Бохинь күле тураһында «Прозрачный след» шиғырҙар йыйынтығында «Бохинь» шиғырын яҙа[7].

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 "Prebivalstvo po starosti in spolu, občine, Slovenija, polletno"Statistical Office of the Republic of Slovenia.
  2. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  3. Гребенщиков, Олег Сергеевич. Жемчужины Югославии : Этюды о городах. — М.: Мысль, 1978. — С. 63. — 155 с.
  4. 4,0 4,1 Низовский А. Ю. Словения. Путешествие за здоровьем. — Вече, 2003. — С. 108. — 312 с. — (Исторический путеводитель). — ISBN 5-9533-0091-3.
  5. Большая российская энциклопедия: [в 35 т.]/ гл. ред. Ю. С. Осипов.— М.: Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  6. Большая российская энциклопедия: [в 35 т.]/ гл. ред. Ю. С. Осипов.— М.: Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  7. Алексеева, Лидия. Бохинь // Прозрачный след: Третья книга стихов. — Нью-Йорк, 1964. — С. 48. — 58 с.