Босния һәм Герцеговина географияһы

Босния һәм Герцеговина Европаның  көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Майҙаны 51,1 мең км². Төньяҡтан Ховатия менән  932 км сиге бар. Көнбайыш һәм көньяҡтан Сербия менән сиктәш (357 км).  Көньяҡ-көнсығышта Черногория менән 249 км сиге бар.

Босния һәм Герцеговина географияһы
карта: Босния һәм Герцеговина географияһы
Донъя ҡитғаһы Европа
Регион Балкандар
Координаталар 44° с. ш. 18° в. д.
Майҙаны
  • урыны 128
  • 51 197 км² км²
  • ҡоро ер: 99,8% %
  • һыу: 0,2% %
Яр буйы оҙонлоғо 23 км
Сиктәре 1459 км
Хорватия: 932 км
Сербия: 357 км
Черногория: 249 км
Иң юғары нөктә 2386 м (гора Маглич)
Иң түбән нөктә 0 м (Адриатик диңгеҙ)
Иң ҙур йылға Босна
Цинцар тауы (2085 м)

Босния һәм Герцеговинаның төньяҡ өлөшөнән башҡа өлөшө Динар таулығында ята. Динар тауының бүлгеләнгән параллель тау һырттары төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған. Тау һырттары араһындағы соҡорлоҡтарҙа илдең  күпселек тораҡ пунктары урынлашҡан. Тау һырттары бейеклеге үҙәктән төньяҡҡа һәм көньяҡҡа түбәнәйә. Маглач — иң бейек тау түбәһе, уның бейеклеге 2386 м. Эзбис ҡатламынан торған тау катламдары карст формалы рельеф барлыҡҡа килтерә (карст мәмейәләр, ер аҫты йылғалары, карры).  Тау араһындағы котловандарҙа карст яландары урынлашҡан, иң ҙуры Ливаньско-Поле яланы — 405 км². Динар тауының көньяғында, Неум ҡалаһы янында Боцния һәм Герцеговинаның Адриатик диңгеҙгә сығыу юлы бар (тик яр буйы һыуҙары Хорватияныҡы). Урта Дунай уйһыулығында Савы йылғаһының үҙәнендә илдең төньяҡ өлөшө ята.

Ил биләгән территория Альп ҡатламдары барлыҡҡа килгән осорҙа формалашҡан һәм тулыһынса Альп-Гималай тотороҡһоҙ поясында урынлашҡан. Динар таулығының сейсмик тотороҡһоҙлоғо шуға бәйле. 1969 йылдың 27 октябрендәге ҡот осҡос ер тетрәү Баня-Лука ҡалаһын тулыһынса емерҙе.

Босния һәм Герцеговина боксит, баҡыр, ҡурғаш, цинк, хром, кобальт, марганец, лигнитам, һоро күмер, тимер, терекөмөш рудалары, таш тоҙо кеүек файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Шулай уҡ балсыҡ, гипс, ҡом һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмаларҙы билдәләп үтергә була. 

Босния һәм Герцеговина биләмәләренең күп өлөшөндә йылы йәйле һәм уртаса һалҡын ҡышлы уртаса-континенталь климатлы. Илдең көньяҡ-көнсығышы ҡоро эҫе йәйле һәм дымлы йылы ҡышлы Урта диңгеҙ буйы субтропик климатлы. Илдең континенталь өлөшөндә тигеҙлектәрҙә  яуым-төшөм күләме 800—100 мм һәм таулыҡтарҙа 1500—1800 мм. Адриатик диңгеҙе буйында ноябрь-декабрь айҙарында  яуым-төшөм кимәле 1600 мм.

Илдең йылғалары Дунай (3/4) һәм Адриатик диңгеҙе (1/4) бассейнына ҡарай. Дунай бассейнына ҡараған Ул, Врбас, Сер (йылға), Дрин (сава ҡушылдығы) йылғалары төньяҡҡа аға.  Неретва йылғаһы Адриатик диңгеҙенә ҡоя. Ҙур энергетик потенциаллы тау йылғаларында (Бушко Блато, Ябланица) 30 ГЭС төҙөлгөн. 

Ил территорияһының яртыһын, башлыса тауҙарҙы,  урман биләй. Ауыл хужалығы биләмәләре урынлашҡан ерҙәрҙә урман ҡырылған. Тауҙарҙың түбәнге өлөшөндә киң япраҡлы урман, 900 м бейеклектә шыршы-пихта урмандыры, 1700 м бейеклектә субальп далаһында кәкере ҡарағайҙар үҫә. Таулыҡтың көньяҡ-көнбайыш битләүе Урта диңгеҙ буйындағы мәңге йәшел үҫемлектәр менән ҡапланған.

Босния һәм Герцеговинаның физик-географик картаһы
Ҡалып:Физико-Географическая карта Боснии и Герцеговины (Карта изображения)
Илдең бейек тауҙары, ҙур йылғалары
Тауҙар Йылға
1. Маглич (2386. м.) 1. Сава (945 км)
2. Волуяка (2336. м.) 2. Дринк (346 км)
3. Чврсница (2222. м.) 3. Сер (271 км)
4. Враница (2110 м) 4. Врбас (240 км)
5. Прень (2103. м.) 5. Неретва (218 км)
6. Треска (2086. м.) 6. Ул (214 км)
7. Врана (2047 м) 7. С (140 км)
8. Белашница (2066 м) 8. Спреча (112 км)
9. Лелия (2032 м) 9. Требишница (96 км)
10. Зеленгора (2014 м) 10. Усор (77 км)