Борчин Валерий Викторович

Борчин Валерий Викторович (11 сентябрь 1986 йыл, Поводимово, Дубно районы, Мордва АССР-ы) — Рәсәй еңел атлеты, спорт йөрөшөнөң мордва мәктәбе вәкиле. Милләте эрзя[2]. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (2006, 2008, 2009). 2008 йылда 20 км ярышта Олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Борчин Валерий Викторович
рус. Валерий Борчин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 11 сентябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (37 йәш)
Тыуған урыны Поводимово[d], Дубёнский район[d], Мордовская Автономная Советская Социалистическая Республика[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортивный ходок, еңел атлет
Спорт командаһы ағзаһы Центральный спортивный клуб армии[d]
Масса 63 килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы спортивная ходьба[d]
Ҡатнашыусы Олимпиада уйындары 2012 һәм Летние Олимпийские игры 2008[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены
Бейеклеге/буйы 178 сантиметр
 Борчин Валерий Викторович Викимилектә

Спорт һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Йыл Турнир Ҡала Урын Һөҙөмтә Дистанция
2005 Спорт йөрөшө буйынса Рәсәй чемпионаты Адлер, Рәсәй 2 39:56

Допинг-тест ярыштан һуң ыңғай һөҙөмтә бирә

10 км
2006 Спорт йөрөшө буйынса Рәсәй чемпионаты Саранск, Рәсәй 1 1:21.48 20 км
2006 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты Гётеборг, Швеция 2 1:20.00 20 км
2007 Европаның 6-сы йәштәр чемпионаты Дебрецен, Венгрия 1 1:20.43 20 км
2007 XI Донъя чемпионаты Осака, Япония финишҡа барып етмәй 20 км
2008 Спорт йөрөшө буйынса Рәсәй чемпионаты Адлер, Рәсәй 1 1:17.55 20 км
2008 XXIX йәйге Олимпия уйындары Пекин, Ҡытай 1 1:19.01 20 км
2009 Спорт йөрөшө буйынса Рәсәй чемпионаты Адлер, Рәсәй 1 1:17.38 20 км
2009 XII Донъя чемпионаты Берлин, Германия 1(DQ) 1:18.41 20 км
2011 XIII Донъя чемпионаты Тэгу, Көньяҡ Корея 1(DQ) 1:19.56 20 км
2011 IAAF Race Walking Challenge Ла-Корунья, Испания 1(DQ) 38:42 10 км
2012 XXX йәйге Олимпия уйындары Лондон, Великобритания финишҡа килеп етмәй 20 км

Аңын юғалтыу үҙгәртергә

2012 йылдың 4 авгусында Валерий Борчин, 20 километрлыҡ дистанцияла финишҡа яҡынса бер километр ҡалғас, өлөшләтә аңын юғалта һәм кәртәгә йығылып, ярышты тамамлай алмай.

Допинг үҙгәртергә

2005 йылдың мартында Борчин эфедрин ҡабул итеп тотола, һәм тиҙҙән бер йылға дисквалификациялана[3]. Пекин олимпиадаһы алдынан Борчиндың тренеры Виктор Чегин 2008 йылдың апрелендә ҡарауҙағы кешеһенең эритропоэтинға допинг-тикшереүе ыңғай һөҙөмтә бирҙе, тип белдерә[4]. Шуға ҡарамаҫтан тарихы дауам итә алмай.

2012 йылдың декабрендә Халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһы (ИААФ) Бөтә рәсәй еңел атлетика федерацияһына (ВФЛА) Рәсәйҙең биш төп йөрөксөһөнөң насар гематологик профиле тураһында хәбәр итә, улар иҫәбендә Валерий Борчин да була[5]. Ике йыл үткәс, 2015 йылдың 20 ғинуарында Рәсәй антидопинг агентлығы (РУСАД) Валерий Борчинды һигеҙ йылға дисквалификациялау тураһында иғлан итә, ул 2012 йылдың 15 октябренән башлана һәм уның өс осрҙағы һәҙәмтәләре юҡҡа сығарыла: 2009, 2011 һәм 2012 йылдар[6].

2016 йылдың 24 мартында Лозаннала үткән Спорт арбитраж суды Борчиндың 2009 йылдың 14 авгусынан алып 2012 йылдың 15 октябренә тиклем бөтә һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыу буйынса ҡарар сығара[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

 
Валерий Борчин Ҙур кремль һарайының Олимпия уйындары призерҙарына дәүләт наградалары тапшырыуында
  • Дуҫлыҡ ордены — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2008 йылда Пекиндағы XXIX Олимпия уйындарында юғары ҡаҙаныштары өсөн[8]
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
  • Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте Министрлығының Почёт грамотаһы, — РФ йыйылма командаһы составында XII еңел атлетика буйынса донъя чемпионатындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн[9]

Әүҙем спорт карьераһын тамамлауы үҙгәртергә

2013 йылдың 8 ноябрендә еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Валентин Маслаков, Валерий Борчин үҙенең спорт карьераһын тамалауы тураһында белдерҙе, тип хәбәр итә[10].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Valeriy Borchin // https://worldathletics.org/athletes/-/14221873
  2. Российские надежды в Лондоне-2012: Валерий Борчин
  3. Athletes Sanctioned for a Doping Offence Committed During 2005
  4. Еще двух российских атлетов отстраняют от участия в Олимпиаде
  5. Пресс-релиз ВФЛА по дисквалификации пяти ходоков. RusAthletics — Лёгкая атлетика России (20 ғинуар 2015). Дата обращения: 17 ғинуар 2015. 2015 йыл 21 ғинуар архивланған.
  6. Информация о дисквалификации: легкая атлетика. Российское антидопинговое агентство «РУСАДА» (20 ғинуар 2015). Дата обращения: 17 ғинуар 2015. 2015 йыл 20 ғинуар архивланған.
  7. Кирдяпкин лишен золота Лондона-2012, Каниськина — серебра Новость на сайте sports.ru от 24 марта 2016 года
  8. УКАЗ Президента РФ от 02.08.2009 № 885 «О награждении государственными наградами РФ» webarchive|url=https://web.archive.org/web/20130426170635/http://document.kremlin.ru/doc.asp?ID=53859&PSC=1&PT=1&Page=1%7Cdate=2013-04-26
  9. Приказ Минспорттуризиа № 274-нг от 27.08.2009 2010 йыл 1 март архивланған.
  10. Ольга Каниськина, Валерий Борчин и Денис Нижегородов завершили спортивную карьеру

Һылтанмалар үҙгәртергә