Борзик Вера Михайловна

совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы

Вера Михайловна Борзик (Самойлова) (19201990) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Борзик Вера Михайловна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 30 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Ростов өлкәһе, Константиновский район[d],Николаевская[d]
Вафат булған көнө 7 февраль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе, Октябрьский район[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы золотая медаль ВДНХ серебряная медаль ВДНХ бронзовая медаль ВДНХ

БиографияһыҮҙгәртергә

Вера Борзик 1920 йылдың 30 сентябрендә Николаевская станицаһында (хәҙер — Ростов өлкәһе, Константиновский районы) тыуған.

Шахты районында йәшелсәселек тресында эшләй. Немец оккупацияһын кисерә. 1943 йылдан башлап «Горняк»[1] тоҡомсолоҡ һөт-тауар фермаһында һауынсы булып эшләй.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Борзик юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бер нисә тапҡыр СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ВДНХ ҡатнаша. 1960-сы йылдарҙа үҙенә беркетелгән йыл эсендә һәр һыйырҙан һауымды 500 килограммға арттырған, ә 1970 йылда 1 һыйырҙан йыллыҡ һауым 4700 кг тәшкил итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрель указы менән, «ауыл хужалығы призводствоһы үҫешендә һәм дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу буйынса биш йыллыҡ планын үтәүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән өсөн», Вера Борзик Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы[1] тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була.

Октябрь районы Красногорняцкий ҡасабаһында йәшәгән.

1990 йылдың 7 февралендә[1] вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
  • СССР ВДНХ-һында ҡатнашҡаны өсөн, алтын, көмөш һәм бронза миҙал менән бүләкләнә.
  • Завод, район һәм өлкә почёт китабына индерелә.

ХәтерҮҙгәртергә

Красногорняцкий ҡасабаһының бер урамы[1] Борзик исемен йөрөтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

  • Список Героев Социалистического Труда Ростовской области

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Борзик Вера Михайловна // Герои труда Дона: биобиблиографический справочник / Донская гос. публичная библиотека. — Ростов-н/Д, 2008.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Борзик Вера Михайловна. «Герои страны» сайты.