Болонья процесы — юғары белемдең Европа киңлеген булдырыу маҡсатында Европа илдәренең юғары белем системаһын яҡынлаштырыу һәм гармониялаштырыу процесы. Процестың рәсми башланыу көнө тип 1999 йылдың 19 июне, Болонья декларацияһына ҡул ҡуйылған көн һанала[1].

Логотип

Юғары белемдең Европа киңлеген булдырыу ирекле процесында ҡатнашыу ҡарарына Болоньяла 29 ил вәкиле ҡул ҡуя. Бөгөнгө көндә Европа Советының мәҙәни конвенцияһын ратификациялағана(1954) 49 ҡатнашыусы илдең 48-е процеста ҡатнаша. Ҡушылырға теләгән башҡа илдәр өсөн Болонья процесы асыҡ.

Рәсәй был процесҡа 2003 йылдың сентябрендә, Европа илдәре мәғариф министрҙарының Берлиндағы осрашыуы ваҡытында ҡушыла. 2005 йылда Бергенда Украинаның мәғариф министры Болонья декларацияһына ҡул ҡуя. 2010 йылда Будапештта Ҡаҙағстан ҡушылырға ҡарар итә. Ҡаҙағстан — Үҙәк Азия дәүләттәре араһынан Европа мәғариф киңлегендә тулы хоҡуҡлы ағза тип танылған берҙән-бер дәүләт[2]. Ҡушылыу тураһында Белоруссия 2015 йылдың 14 майында Ереванда ЕПВО илдәренең мәғариф министрҙары конференцияһында һәм Болонья сәйәсәте буйынса форумда ҡарар ҡабул итә[3].

«Болонье процесы» сиктәрендә элекке совет Рәсәйендә мәғариф системаһын реформалау көнбайыш илдәренең мәғариф системаһына оҡшаш белем биреү системаһы төҙөүгә йүнәлтелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә