Бокерия Лео Антонович
Леонид (Лео) Антонович Бокерия (груз. ლეო ანტონის ძე ბოკერია; . 22 декабрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй табип-кардиохирургы, уйлап табыусы, медицина фәндәрен ойоштороусы, профессор. РФА (2011) һәм РАМН (1994) академигы, РАМН Президиумы ағзаһы (2013 йылға тиклем). Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге директоры. (1994—2019), 2019 йылдың 25 ноябренән ошо уҡыу йортоноң почетлы президенты. «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты. Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Палатаһы Секретары урынбаҫары.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994). Пенин премияһы (1976), СССР-ҙың дәүләт премияһы (1986), Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2002) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2003) лауреаты. «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
үҙгәртергәЛеонид Антонович Бокерия 1939 йылдың 22 декабрендә Очамчира ҡалаһында (Абхаз АССР-ы, Грузин ССР-ы) тыуа. Атаһы — Бокерия Антон Иванович (1900—1943). Әсәһе — Бокерия Ольга Ивановна (1905—1971).
1965 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын, 1968 йылда шунда уҡ аспирантура тамамлай.
1968 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институтында тәүҙә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, һуңынан гипербарик оксигенация лабораторияһы мөдире итеп күсерелә. Ошо уҡ йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен яҡлай[3].
1973 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһен ала[4]. Профессор дәрәжәһенә эйә була.
1977 йылда фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала1993 йылға тиклем эшләй, һуңынан Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге ойошторолғас, уның Кардиохирургия институты директоры итеп тәғәйенләнә.
1994 йылдың сентябренән Л. А. Бокерия вазифа башҡарыусы була, ә 1994 йылдың ноябренән 2019 йылдың ноябренә тиклем — РАМН-дың А. Н. Бакулев исемсендәге НЦССХ директоры (һуңынан үҙәк Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына күсерелә). 2019 йылдың 25 ноябренән— А. Н. Бакулев исемендәге НЦССХ президенты[5].
И. М. Сеченов исемендәге Беренсе МДМУ-ның 2-се йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы кафедраһы һәм МГМСУ-ның диплом алды белем алыу факультетының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы кафедраһы мөдире[6].
1994 йылда РАМН-дың «кардиохирургия» специальносы буйынса ғәмәлдәге ағзаһы.
2011 йылда Рәсәй фәндәр академияһының Физиология һәм фундаменталь медицина бүлеге буйынса ғәмәлдәге ағзаһы итеп һайлана.
Ҡыҙҙары — Бокерия Екатерина (1971), балалар кардиологы, медицина фәндәре докторы[7]; Бокерия Ольга (1973), кардиолог, РФА мөхбир ағзаһы (2016).
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- Ленин премияһы лауреаты (1976)
- СССР дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- Американың торакаль хирургтары ассоциацияһының мөхбир ағзаһы (1991).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994).
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999).
- 1997, 1999, 2002 йылдарҙа — «Йыл кешеһе», Рус биографик институты.
- 2000 йыл — «Ун йыллыҡ кешеһе» («медицина» номинацияһында), Рус биографик институты.
- Рус православие сиркәүенең II дәрәжә Изге Сергий Радонежский ордены (2001).
- «Кеше-легенда» титулы (2002).
- Фән һәм техника өлкәһендә РФ дәүләт премияһы (2002).
- Халыҡ-ара «Алтын Гиппократ» премияһы (донъяның иң яҡшы кардиохирургтарына бирелә) (2003)
- «Йыл кешеһе — 2003»
- Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәт премияһы (2003).
- «Быуат меценаты» Хәйриә фондының «Меценат» награда-ордены (2004).
- «Йәмәғәт танылыуы» Алтын почет билдәһе (2004).
- «Триумф» премияһы (2004).
- «Йыл кешеһе — 2004» (Рус биографик институты).
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2004).
- «За честь, доблесть, созидание, милосердие» ордены (2004).
- «Милләт һаулығы» (Атлас) «Йылдың иң яҡшы китаптары һәм нәшриәттәре» премияһы (2005).
- «Йыл кешеһе — 2005» (Рус биографик институты).
- Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы[8]
- «Чечен Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2007)[9].
- «Бала саҡ рыцары» маҡтаулы исеме (2007)[10].
- «Йыл рәсәйлеһе» Милли премияһы (2008)[11].
- «Данк миҙалы» (2008, йыл, 1 сентябрь, Ҡырғыҙстан)[12].
- 2010 йыл — IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены[13].
- «Йыл кешеһе — 2013»[14]
- Александр Невский ордены (2015 йыл, 22 август)[15]
- «Муз-ТВ»-ның махсус премияһы (2016)[16].
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2020)[17].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #292450510 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bokerija, Leonid Antonovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Бокерия, Леонид Антонович Гипербарическая оксигенация при прекращении кровообращения: (Экспериментальное исследование) : Автореф. дис. … канд. мед. наук / Первый Моск. мед. ин-т им. И. М. Сеченова. — М.: [б.и.]. — 28 с.
- ↑ Бокерия, Леонид Антонович. Гипербарическая оксигенация в кардиохирургии: (Экспериментально-клиническое исследование) : Автореф. дис. … д-ра мед. наук. (14.00.27) / АМН СССР. Ин-т сердечно-сосудистой хирургии им. А. Н. Бакулева. — Москва: [б. и.], 1973. — 23 с.
- ↑ Лео Бокерия спустя 25 лет ушел c поста директора центра Бакулева . РБК. Дата обращения: 25 ноябрь 2019.
- ↑ Бокерия Лео Антонович на официальном сайте МГМСУ
- ↑ Алена Корк. «Я научилась помогать детям внутриутробно». Врач Екатерина Бокерия — о человеческом сердце, любви и призвании . Православие и мир (17 июнь 2020). Дата обращения: 5 июль 2020.
- ↑ Состав РАХ 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
- ↑ Указ о награждении . Дата обращения: 3 май 2011. Архивировано из оригинала 11 ғинуар 2012 года.
- ↑ О награждении Почётным званием «Рыцарь детства» Л. А. Бокерия 2014 йыл 31 октябрь архивланған.
- ↑ «Россиянин года» на сайте Российской Академии бизнеса и предпринимательства
- ↑ Указ Президента Кыргызской Республики от 1 сентября 2008 года № 297 «О награждении медалью „Данк“ Бокерия Л. А.»
- ↑ Президент России
- ↑ Лео Антонович Бокерия — лауреат премии «Человек года» 2013 йыл 17 декабрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 августа 2015 года № 431 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Спецноминация «За вклад в жизнь»: Лео Бокерия 2018 йыл 8 март архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 23.06.2020 № 409 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации . publication.pravo.gov.ru. Дата обращения: 24 июнь 2020.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Леонида Антоновича Бокерии РФА рәсми сайтында
- Лео Бокерия // Научный центр сердечно-сосудистой хирургии им. А. Н. Бакулева
- Бокерия Лео Антонович // Международный объединённый биографический центр
- Парпиева Р. М. Лео Бокерия: Кто спас сердце кардиохирурга? // Телепрограмма «Белые ночи». — Телеканал «Спас», 21.09.2020.