Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (Астана)
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (ҡаҙ. Тәуелсіздік алаңы) — Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астаналағы төп майҙан.
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны | |
Нигеҙләү датаһы | октябрь 2009 |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ-территориаль берәмек | Астана |
Урынлашыуы
үҙгәртергәБойондороҡһоҙлоҡ майҙаны Астананың Алматы районында урынлашҡан[1]. Тауелсиздик проспекты буйлап тура дүртмөйөш формаһында көньяҡ-көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-төньяҡ-көнсығыш буйлап һуҙылған. Арҡыры йүнәлештә майҙан Байтурсынов һәм Нажимеденов урамдары менән сикләнгән[2].
Архитектура ансамбле
үҙгәртергәМайҙан уртаһында «Казах ели» монументы ҡуйылған — Ҡаҙағстандың азатлыҡ һәм сәскә атыуы символы[3].
Майҙан тирәләй киләһе объекттар урынлашҡан (сәғәт уғы буйынса)[2][3]:
- Хәҙрәт Солтан Мәсете;
- Ҡаҙаҡ милли сәнғәт университеты;
- Донъя диуары;
- Бойондороҡһоҙлоҡ Һарайы;
- Ҡаҙағстан республикаһы милли музейы;
- Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы һәм президент паркы.
Ваҡиғалар
үҙгәртергәМайҙан 2009 йылда үҙәҡ объекты булған «Казах ели» монументы менән бер ваҡытта барлыҡҡа килә. Монумент тирәләй бер нисә скульптур төркөм һәм фонтандар урынлашҡан[4].
2015 йылдың сентябрь айында Ҡаҙаҡ ханлығы ойошторолоуҙың 550 йылллығы уңайынан майҙанда тантаналы саралар үтә. Тантана барышында майҙан тарихи ауыл формаһына әүерелә[5].
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында Ватанды һаҡлаусылар һәм Конституция көнө уңайынан хәрби парадтар үтә[6][7]. 2015 йылдың 7 майында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парад ваҡытында Еңеү байрағының күсермәһен алып сығыу тантанаһы була[8].
Был майҙан Науруз байрам сараларын үткәреү урыны булып тора[9]. Яңы йылда майҙанда боҙ ҡаласыҡтары ойошторола[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Как Астана готовилась к Новому году 20 лет назад - видео (30 декабрь 2020). Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ 2,0 2,1 Площадь Независимости. Нур-Султан (Астана), Казахстан . Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ 3,0 3,1 Площадь Независимости и монумент «Қазақ елі» . Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ Astana Travel Information (ингл.). Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ Zhazira Dyussembekova. Kazakh Eli Square Transformed into Historic Village for Anniversary of Kazakh Khanate (ингл.) (15 сентябрь 2015). Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ Historic Scenes, Retro Military Equipment to be Presented in Victory Parade . Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ Глава государства Нурсултан Назарбаев принял участие в параде войск, посвященном Дню Конституции . Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ Посещение военного парада, посвященного Дню защитника Отечества и 70-летию Победы в Великой Отечественной войне . Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ Nauryz celebrations held on Kazakh Eli square in Astana (ингл.) (22 март 2012). Дата обращения: 10 апрель 2021.
- ↑ Как Астана готовилась к Новому году 20 лет назад - видео (30 декабрь 2020). Дата обращения: 10 апрель 2021.