Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы (1991)

Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы 1991 йылдың 8 сентябрендә Югославия социалистик федератив республикаһынан Македонияның бойондороҡһоҙ булыуын иғлан ителеүен хуплау өсөн үткәрелә. Һайлаусыларҙың күпселеге, һайлауға килгәндәрҙең 76%-ы, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә (96,4 %)[1].

Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы
Дәүләт  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Юрисдикция таралышы Төньяҡ Македония
Төп тема независимость[d]
Ваҡиға ваҡыты 8 сентябрь 1991

Эре милли диаспоралар йәшәгән АҠШ, Канада һәм Австралияла алдан тауыш биреүҙәр үткәрелә. Македонияның бөтә сәйәси лидерҙары тауыш биреүгә саҡыра. Шуға ҡарамаҫтан албан милләтенән булғандар, үҙҙәрен ҡыйырһытылған аҙ һанлы халыҡ тип иҫәпләп, референдумға бойкот иғлан итә.

Һөҙөмтәләр

үҙгәртергә
 
Референдум һөҙөмтәләре.

1991 йылдың 8 сентябрендә, тауыш биреү көнөндә кис менән, Македонияның баш ҡалаһы Скопьеның Иосип Броз Тито майҙанында (хәҙер площадь Македонии (англ.) референдумдың һайлау комиссияһы рәйесе тәүге һөҙөмтәләрҙе иғлан итә һәм Македонияның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш биреүен белдерә. Президент Киро Глигоров граждандарҙы азат, мөстәҡил һәм бойондороҡһоҙ Македония менән ҡотлап сығыш яһай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Snežana Trifunovska. Yugoslavia through documents: from its creation to its dissolution. Martinus Nijhoff Publishers, 1994