Бойнице ҡәлғәһе
Бойнице ҡәлғәһе - (рус. Бо́йницкий Зáмок), (словак. Bojnický zámok, нем. Schloss Weinitz, венг. Bajmóc vára) — словак ҡалаһы Бойницелағы ҡәлғә.
Бойнице ҡәлғәһе | |
Нигеҙләү датаһы | XII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Bojnický zámok[1] |
Дәүләт | Словакия[2] |
Административ-территориаль берәмек | Бойнице[d] |
Архитектура стиле | неоготика[d] |
Обитатель | Slovak National Museum - Bojnice castle[d] |
Расположено на линейном объекте | Hiking trail 0811[d] |
Мираҫ статусы | Национальные памятники культуры Словакии[d] |
Рәсми сайт | bojnicecastle.sk |
Бойнице ҡәлғәһе Викимилектә |
Ҡәлғә бөгөн
үҙгәртергәХәҙерге күренеше XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. Бөгөн ул илдә иң күп кеше йөрөгән музейҙарҙың береһе. Словакияның милли мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.
Тарихы
үҙгәртергәҠәлғә беренсе тапҡыр 1113 йылда Зобор аббатлыҡ документтарында телгә алынған. Ул тәүҙә ағастан һалынған булған, әммә айырым элементтары яйлап таш менән алмаштырыла барған, ә тышҡы яҡ ҡабырғаларын тау рельефтарына ҡулайлаштырылып һалғандар. Беренсе хужаһы ул ғәмәлдә бөтә көнбайыш һәм үҙәк Словакияның хакимы Матуш Чак була. Ҡәлғә уға 1302 йылда Венгрия короле Вацлав III тарафынан бирелгән.
XV быуатта йылда ҡәлғә Венгрия короле Матьяш I (Матьяш «Корвина» Хуньяди) биләмәһендә урынлашҡан булған, ул үҙ сиратында 1489 йылда ҡалаға хужа булыу хоҡуғын ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа үҙенең никахһыҙ тыуған улы Янош Корвинға тапшыра. Матьяш Бойнице ҡәлғәһенә бик ҙур ихласлыҡ менән килеп йөрөй һәм король указдары сығара. Ғәҙәттә, ул үҙенең яратҡан йүкәһе аҫтында сәркәтибенә әйтеп тороп яҙҙырған, был ағас бөгөн "король Матьяш йүкәһе" исеме менән билдәле.
Матьяш вафат булғандан һуң ҡәлғә Запольяи венгр магнаттары заты милкенә күсә.
Венгрия короллегенең төньяҡ төбәгенән бай Турзолар ғаиләһе ҡәлғәне 1528 йылда һатып ала һәм бик күп үҙгәрештәр индерә. Ҡәҙимге ҡәлғә ренессанс ҡәлғәгә әйләндерелә.
1646 йылда ҡәлғә Пальфи заты биләмәләренә ингән, улар ҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр индерә [3].
Ян Пальфи үҙгәртеүҙәре
үҙгәртергәНиһайәт, Ян Пальфи Бойнице ҡәлғәһен капиталь рәүештә үҙгәртеп ҡорорға тотона, был үҙгәртеүҙәр 1888 йылдан 1909 йылға тиклем бара. Ҡәлғәнең бөгөнгө күренеше барлыҡҡа килә, ул Луара йылғаһы буйҙарында урынлашҡан француз ҡәлғәләрен хәтерләтеп тора. Пальфи шәхсән үҙе архитектор ҙа, график дизайнер сифатында ла был процестарҙа ҡатнаша. Ул шулай уҡ антик гобелендар, үҙ заманының картиналарын һәм скульптураларын йыйыу менән шөғөлләнгән эре коллекционерҙарҙың береһе була.
Замокты үҙгәртеп ҡороуы уның шәхси тормошо менән дә бәйле була. Ян Пальфи француз аристократы ғаиләһе ҡыҙына ғашиҡ була. Ул Пальфиҙың тормошҡа сығырға тәҡдимен ҡабул итә, әммә ҡәлғә күсергә йыйынмай, сөнки ул үҙенең тыуған йортона оҡшамай. Һөҙөмтәлә ҡәлғә француз стилендә үҙгәртеп төҙөлә, әммә ул үҙгәртеүҙәр 21 йыл дауам итә. Был ваҡыт эсендә француженка кейәүгә сыға, ә Ян Пальфи вафат булып ҡала[4]..
20-се быуатта
үҙгәртергәПальфиҙың вафатынан һуң уның вариҫтары 1939 йылда ҡәлғәне һыу шифаханаһы һәм ерҙәре менән Ян Антонин Батяға һатып ебәрәләр. Батя аяҡ кейемдәре концерны башлығы башлығы була. 1945 йылда Батяның мөлкәтен Чехословакия дәүләте тартып ала, ҡәлғәлә төрлө дәүләт институттары урынлаштырыла.
1950 йылдың 9 майында ҡәлғәлә янғын сыға, ул ҙур зыян килтерә. Хөкүмәт Бойнице ҡәлғәһен тергеҙеүгә аҡса бүлә. Тергеҙеү эштәренән һуң бында Словак халыҡ музейы филиалы урынлаша. Ул постмодернизм архитектура стилендәге документация һәм презентацияһы йүнәлешендә махсуслаштырылған.
Бынан тыш, романтик ҡәлғә фильм-әкиәттәр төшөрөү өсөн популяр урынға әйләнгән (шул иҫәптән, «Алтын роза мәмерйәһе» («Пещера золотой розы») фильмы). 2006 йылда Бойнице ҡәлғәһенә яҡынса 200 мең кеше килеп киткән[5]..
Галерея
үҙгәртергә-
Ҡәлғә күренеше
-
Ҡәлғәнең парктан күренеше
-
Ҡәлғә күренеше
-
Ҡәлғәләге арба
-
Һарай ҡоҙоғо
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.skgeodesy.sk/files/sk/slovensky/ugkk/geodezia-kartografia/standardizacia-geografickeho-nazvoslovia/nazvy-hradov-zamkov/hrady_zamky_zoznam-stranku.pdf (словак.) — Úrad geodézie, kartografie a katastra Slovenskej republiky, 2020.
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ História zámku[1]
- ↑ História zámku[2]
- ↑ História zámku[3]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Бойницкий замок темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Официальный сайт Бойницкого замка (словак.), (инг.), (нем.)
- Бойницкий замок на сайте Castlesinfo 2018 йыл 19 ғинуар архивланған. (инг.)