Богданов Радик Ғарифулла улы
табиб, етәксе, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Юғары Советы депутаты
Богданов Радик Ғарифулла улы (22 июль 1939 йыл — 22 сентябрь 2009 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1965—1967 йылдарҙа Балтас, 1967—1978 йылдарҙа Дәүләкән район үҙәк дауаханаларының баш табибы. 1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы.
Богданов Радик Ғарифулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 июль 1939 |
Тыуған урыны | Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 22 сентябрь 2009 (70 йәш) |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРадик Ғарифулла улы Богданов Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Спирт заводы ҡасабаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
- 1946 йылдан 1956 йылға тиклем Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбендә уҡый.
- 1956 йылдан 1958 йылға тиклем Ҡырмыҫҡалы спирт заводы бухгалтерияһында бухгалтер булып эшләй.
- 1958 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтына (хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты) уҡырға инә.
- 1964 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы дауаханаһының табип-терапевы, баш врач урынбаҫары, Ҡырмыҫҡалы туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш табибы.
- 1965—1967 йылдарҙа Балтас районы дауаханаһының баш табибы.
- 1967—1978 йылдарҙа Дәүләкән районы дауаханаһын етәкләй. Был осорҙа кардиология бүлеге бинаһы (1971), инфекция бүлеге корпусы (1974), 240 урынлыҡ дауахана бинаһы һәм поликлиника (1975) төҙөлә[1].
- 1980 йылдың авгусында Өфөлә яңы төҙөлөүсе күп профилле 21-се дауаханаһына баш табип итеп күсерелә һәм 1983 йылда был дауахана комплексын төҙөп бөтә, дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн 76 фатирлы торлаҡ йорт, 300 урынлы ятаҡ төҙөтә.
- 1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә микрохирургия, яңаҡ-йөҙ хирургияһы, проктология йүнәлештәрен үҫтереүсе.
- Яңы дауалау ысулдарын, бригада ысулын индереүсе, көндөҙгө стационар эшен ойоштороусы.
- 40 ғилми эш һәм биш рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған врачы (1976)
- РСФСР-ҙың «Ҡыҙыл тәре» йәмғиәтенең Маҡтау ҡағыҙы
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны - Лена Әхнәф ҡыҙы, акушер-гинеколог.
- Улы - Богданов Ринат, медицина фәндәре докторы, анестезология-рениматология профессоры
- Ҡыҙы -Гүзәл Исхаҡова, инглиз теле уҡытыусыһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Страницы истории родного края. Давлекановский район: Краеведческий сборник/Сост. М. М. Гатуллина-Давлеканово,2005.-170 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Большая биографическая энциклопедия. 2009 г./https://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_biography/11553/Богданов.
- Журнал «Медицинский вестник Башкортостана» том № 4,номер № 5,стр.98-99.Рубрика «Памятная дата»