Благоева Вела
Благоева Вела (болг. Вела Благоева; Виктория Атанасова Живкова 1859 йылдың 29 сентябре, Велико-Тырново, Ғосман Болгарияһы — 1921 йылдың 21 июле, София, Болгария) — болгар яҙыусыһы, журналист, педагог. Болгарияла ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн хәрәкәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип һанала. Димитр Благоевтың ҡатыны.
Благоева Вела | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Болгария[1] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | болг. Виктория Атанасова Живкова |
Тыуған көнө | 29 сентябрь 1858[2] |
Тыуған урыны | Велико-Тырново[d], Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 21 июль 1921[1] (62 йәш) |
Вафат булған урыны | София, Болгария[1] |
Бер туғандары | Georgi Zhivkov[d] һәм Nikola Zhivkov[d] |
Хәләл ефете | Димитр Благоев[d] |
Балалары | Dimitar Blagoev[d], Благоева, Стелла[d], Natalia Blagoeva[d] һәм Vladimir Blagoev[d] |
Һөнәр төрө | журналист, яҙыусы, мөхәррир |
Архивы хранятся в | Центральный государственный архив Болгарии[d] |
Тәүге йылдары һәм белеме
үҙгәртергәВиктория Атанасова Живкова 1859 йылдың 29 сентябрендә Велико-Тырново ҡалаһында тыуған. Неда Спиридонованың Һәм Атанас Живковтың биш балаһының иң кесеһе[3]. Апалары — Мариола һәм Роза[4], ағайҙары — Георгий Живков, сәйәсмән, өс тапҡыр Болгария Милли ассамблеяһы рәйесе итеп һайланған[5] һәм Никола Живков, Болгарияла беренсе балалар баҡсаһына нигеҙ һалыусы һәм Болгарияның беренсе милли гимны «Шуми Марица» һүҙҙәре авторы[6].
Ғаилә йыш ҡына йәшәү урынын алмаштырғанлыҡтан, Виктория Оряховта, Бөйөк Тырновола, Рустә, Габровола, Стара-Загорала уҡый[7]. Уҡытыусы булып китә һәм Берковицала, Истанбулда, Тырновола, Варнала уҡыта. 1874 йылда Виктория ағаһы Никола менән үҙ аҡсаларына ҡыҙҙар өсөн мәктәп һәм Варнала сиркәү төҙөйҙәр[4]. 1876 йылда Рәсәй империяһына күсеп килә, унда медицина курстарын тамамлай. Рус-төрөк һуғышы ваҡытында Бөйөк Тырновола һәм Свиштовта шәфҡәт туташы булып эшләй[7]. Һуғыштан һуң Петербургта Мария гимназияһында өс йыллыҡ педагогик курстар үтә. Был осорҙа Виктория ике тапҡыр яҙыусы И. С. Тургенев менән осраша[4]. 1881 йылда Болгарияға ҡайта һәм Әдирнәлә һәм Битолала уҡыта. Тиҙҙән Рәсәйгә әйләнеп ҡайта, унда Бестужев курстарына йөрөй. Викторияға студенттарҙың Рәсәй империяһында самодержавиегә ҡаршы сығыштары ҙур йоғонто яһай. Шул уҡ осорҙа Вела Димитрий Благоев менән таныша, тиҙҙән уға кейәүгә сыға[4].
Карьераһы
үҙгәртергә1884 йылда Благоева Болгарияға ҡайта, Унда София ҡалаһында ҡыҙҙар өсөн мәктәптә (Софийското образцово девическо училище) уҡыта[4]. 1885 йылдың июненән Виктория ире менән Болгарияла беренсе социалистик «Съвременний показател» журналын нәшер итәләр. Виктория уҡытыусыларҙы дискриминациялау, тигеҙлек, ҡатын-ҡыҙ белеме тураһында мәҡәләләр яҙа[3]. Благоеваны сәйәсәт темаһына асыҡ фекерҙәре өсөн бер нисә тапҡыр эштән сығаралар, шуға күрә ул йыш ҡына эш урынын алмаштырырға мәжбүр була. Ул София (1884—1885; 1905—1907), Шумен (1886—1887), Видин (1887—1890), Бөйөк Тырново (1890—1892), Стара-Загора (1892—1893), Пловдив (1893—1896; 1902—1903), Тулча (1901—1902) һәм Трастеник (1907—1912) мәктәптәрендә уҡыта. Һаулығы насарайыу сәбәпле, Виктория уҡытыу эшмәкәрлегенән китә[4].
1894 йылдан Благоева «Дело» журналын сығара башлай, унда болгар авторҙарының социалистик әҙәби әҫәрҙәре, шул иҫәптән Кирил Христовтың, Димитр Поляновтың, Иван Андрейчиндың шиғырҙары һәм Антон Страшимировтың прозаһы баҫыла. Виктория журналды 1896 йылға, иренең эшмәкәрлеге арҡаһында нәшриәт эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булағанға тиклем сығара[8].
1901 йылда Благоева Вела Димитрана Иванова, Екатерина Каравелова, Анна Кәримә, Кина Конова, Юлия Малинова һәм башҡалар[9] менән бергә Болгарияла беренсе милли ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын, «Болгар ҡатын-ҡыҙҙар союзы»н («Български женски съюз») төҙөйҙәр[3]. Ике йылдан һуң ойошманың башҡа ағзалары менән килешмәүсәнлек арҡаһында Благоева ойошманы ташлап китә. Уның фекеренсә, союз халыҡтың юғары ҡатламы проблемаларына йүнәлеш тота, шул уҡ ваҡытта эшсе синыфтың ихтыяжын онота. Вела Благоева «Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте» («Дамски труда») журналын сығара башлай, унда ул эшселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлай[3].
1905 йылда Благоева эшсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәүге белем биреү ойошмаһын булдыра, шул уҡ йылдың авгусында Софияла ҡатын-ҡыҙ-социалистар конференцияһын ойоштора. Был тәнҡиткә дусар була, шул иҫәптән ире яғынан да, сөнки ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙар берләшкән эшсе хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаҫҡа тейеш тип иҫәпләй. Шуға ҡарамаҫтан, Благоева ҡатын-ҡыҙҙарҙың бойондороҡһоҙлоғо, белем алыуға тиң юл, ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтенә түләү, фәхишәлек өсөн язаны бөтөрөү тураһында идеялар тәҡдим итеүен дауам итә[3].
Шәхси тормошо
үҙгәртергәВела менән Димитрҙың дүрт балаһы була: Стела (1887—1954), Наталия (1889—1943), Владимир (1893—1925) һәм Димитр (1895—1918). Вела Благоева Софияла 1921 йылдың 21 июлендә вафат була[3]. 1995 йылда Велико-Тырново мәктәптәренең береһе уның хөрмәтенә атала (Средно общообразователно училище «Вела Благоева»)[10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺайланма хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Методика на българския език за народните елементарни и трикласни училища. 1892
- Царица Теодора. Скица из българския живот от XIV век. 1894
- Процес. 1898
- След бурята. 1904
- Две повести из народния живот на българите. 1904[7]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://web.archive.org/web/20201107192137/https://www.wechanged.ugent.be/wechanged-database/
- ↑ https://www.wechanged.ugent.be/wechanged-database/
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 DeHaan, Francisca, Loutfi, Anna, Daskalova, Krassimira Biographical Dictionary of Women's Movements and Feminisms: Central, Eastern, and South Eastern Europe, 19th and 20th Centuries (инг.). Архивировано из первоисточника 3 сентябрь 2017.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Вела Благоева – Наука (болг.). www.horizonti.info. Дата обращения: 25 июль 2017. Архивировано 3 сентябрь 2017 года.
- ↑ ЖИВКОВ. Георги Атанасов - Съединението на България (инг.), Съединението на България (17 July 2015). 25 июль 2017 тикшерелгән.
- ↑ СТАРО ТЪРНОВО. Търновец е автор на химна “Шуми Марица” . Вестник Борба - областен всекидневник, Велико Търново. Дата обращения: 25 июль 2017. Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 СТАРО ТЪРНОВО. Вела Благоева – педагог и общественик . Вестник Борба - областен всекидневник, Велико Търново. Дата обращения: 25 июль 2017. Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ http://new.bg-history.info/Prochutata-plovdivska-gimnaziia--2029.html . new.bg-history.info. Дата обращения: 25 июль 2017. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2016 года. 2016 йыл 12 октябрь архивланған.
- ↑ Documentary Exposition | BAUW - The Bulgarian Association of University Women (ингл.). bauw-bg.com. Дата обращения: 25 июль 2017. Архивировано 27 февраль 2017 года.
- ↑ Mariyana Hristova. История на училището (болг.). velavt.net. Дата обращения: 26 июль 2017. Архивировано 8 июль 2017 года.