Бирмингем университеты
Бирмингем университеты (ингл. University of Birmingham, лат. Universitas Birminghamiensis) — Бойок Британияла һәм донъяла иң эре һәм абруйлы университеттарҙың береһе. Англияның Бирмингем ҡалаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Элиталы «Рассел» төркөмө составына инә, шулай уҡ Бөйөк Британияның « ҡыҙыл кирбесле университеттары» араһындағы иң боронғо һәм төп университеттарҙың береһе.
Студенттар һаны 30 мең кешенән артыҡ, ә баш кампусы 330 гектар майҙанда тора, шул арҡала Бирмингем университеты үҙәк Англиялағы иң эре уҡыу йорто булып тора.
Бирмингем университеты абитуриенттар рейтингында 2007 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 4-се урында тора, унда бер инеү урынына 9 кеше тура килә, шул уҡ ваҡытта Бөйөк Британия юғары уҡыу йорттарына бюджеттан аҡса бүленмәй[13]. Университет Бөйөк Британияның һәм донъяның ТОП-100 иҫәбендәге тәүге тиҫтәгә инә[14][15].
Күренекле уҡытыусылар һәм тамамлаусылар
үҙгәртергәБирмингем университетын тамамлаусыларҙың 8-еНобель премияһы лауреаттары[16] һәм 2-һе Бөйөк Британияның премьер-министры. Ф. Астон — инглиз физигы, Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1921), химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1922 йыл). 1919 йылда ул масс-спектрометр төҙөй һәм уның ярҙамында Астон 213 химик элементтарҙың 213 тотороҡло изотобын асҡан, атом йәҙрәләренең бәйләнешен ҡылыҡһырлаусы беренсе төргәк коэффициентының ҡыялығын төҙөй. Сэр Уолтер Хоуорс — инглиз химигы-органик һәм биохимик, Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1928), 1937 йылда аскорбин кислотаһы (витамин С) синтезлау өсөн химия буйынса Нобель премияһы лауреаты. Икенсе бөтә донъя һуғышында атом ҡоралы уйлап сығарыу эштәре менән шөғөлләнгән. Лорд Роберт Сесил — Бирмингем университеты ректоры (1918—1944), Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты (1937 йыл). Сэр Питер Медавар — инглиз биологы, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1960 йыл) организмды ҡартайыуҙан һаҡлау һәм организмға туҡыма өҫтәп ултыртыу өҫтөндә эшләй. Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1949) М. Уилкинсон — биофизик, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (1962 йыл) лауреаты, нуклеин кислоталарҙың молекуляр структураһын һәм уларҙың тере материяға мәғлүмәт тапшырыу өсөн әһәмиәтен" асҡан өсөн. Д. Вейн — британия фармакологы, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (1982 йыл), аспириндың фармакологик үҙсәнлектәрен өйрәнеү өсөн. П. Нерс — британия биохимигы . физиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһы (2001 йыл), күҙәнәк циклын эукариот циклин һәм циклинға бойондороҡло киназдар менән юлға һалыуҙы асыу өсөн. Король йәмғиәте Президенты. Рокфеллер университеты Президенты. Баллок Питер — Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты (2007 йыл) тупраҡ һәм климатты глобаль үҙгәреүҙән һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәте өсөн 2007 йыл.
- Н. Чемберлен — Бөйөк Британияның 60-сы Премьер-министры 1937—1940
- Сергей Болдуин — Бөйөк Британияның 55, 57-59-сы һәм Премьер-министры (1923—1924, 1924—1929 һәм 1935—1937 йылдарҙа>
Э Иден, Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры (1935—1938, 1940—1945), Бөйөк Британияның 64-се Премьер-министры (1955—1957), Бирмингем университеты ректоры вазифаһын биләгән (1945—1973).
Галерея
үҙгәртергә-
Иҡтисад факультеты бинаһы
-
Обсерватория университеты
-
Һынлы сәнғәт факультеты
-
Студенттар Союзы бинаһы
-
Иҡтисад факультеты бинаһы төндә
-
arsenalfan2013]]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ http://russellgroup.ac.uk/
- ↑ https://orcid.org/members/001G000001Znu93IAB-university-of-birmingham
- ↑ https://web.archive.org/web/20231020113811/https://orcid.org/members
- ↑ https://www.jisc.ac.uk/membership
- ↑ https://dpconline.org/about/members
- ↑ https://eua.eu/about/member-directory.html
- ↑ Our Members / Tier 6
- ↑ http://www.about.bham.ac.uk/facts/students.shtml
- ↑ (unspecified title)
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=147.188.0.0+-+147.188.255.255&type=inetnum
- ↑ https://fr.dentist/kb/university-of-birmingham/
- ↑ Students 2009 йыл 2 сентябрь архивланған.
- ↑ United Kingdom | Top Universities 2010 йыл 12 август архивланған.
- ↑ THE — QS World University Rankings 2009 — top universities | Top Universities 2010 йыл 2 ғинуар архивланған.
- ↑ University of Birmingham — University' ' s The Nobel Prize winners 2016 йыл 27 апрель архивланған.