Күҙәнәк циклы

Күҙәнәктең бер бүленештән икенсеһенә тиклемге ғүмере

Күҙәнәк циклы — күҙәнәктең бер бүленештән икенсеһенә тиклемге ғүмере. Йәғни, инә күҙәнәктең бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәндән алып, үҙе бүленгәнгә йәки үлгәнгә тиклемге ғүмере.

G1-фаза — пресинтетик (от ингл. gap — промежуток) фазала күҙәнәк үҫә, тереклек итә, мРНК, аҡһымдарһәм башҡа күҙәнәк компонентары синтезлана; S-фаза — синтетик(от ингл. synthesis — синтез)фазала ДНК икеләтелә (репликация). Шулай уҡ, центриоль икеләтелә. G2-фаза—постсинтетик фазала бүленеүгә (митозға) әҙерлек бара. кариокинез (күҙәнәк ядроһының бүленеүе); цитокинез (цитоплазманың бүленеүе).

Эукариот күҙәнәктең йәшәү циклы

үҙгәртергә

Эукариот күҙәнәктең йәшәү циклында ике осорҙо айырып күрһәтергә була:

  • Интерфаза — был күҙәнәктең үҫеү, тереклек итеү, бүленеүгә әҙерләнеү осоро. Интерфазала өс стадияны айыралар:
    • G1-фаза — пресинтетик (от ингл. gap — промежуток) фазала күҙәнәк үҫә, тереклек итә, РНК, аҡһымдар һәм башҡа күҙәнәк компонентары синтезлана;
    • S-фаза — синтетик(от ингл. synthesis — синтез)фазала ДНК икеләтелә (репликация). Шулай уҡ центриоль икеләтелә.
    • G2-фаза—постсинтетик фазала бүленеүгә (митозға) әҙерлек бара.
  • Митоз — эукариот күҙәнәктең бүленеү процесы. Бүленеү ике стадияла бара:

Йәшәү циклының дауамлығы төрлө күҙәнәктәрҙә төрлөсә. Тиҙ алмашыныусы күҙәнәктәртәрҙең (эпидермис, лайлалы тиресә күҙәнәктәре, ҡан тәнсәләре һәм башҡалар) йәшәү циклы 12—36 сәғәт тирәһен тәшкил итә.

Тағы ла ҡыҫҡараҡ күҙәнәк циклы (30 минут тирәһе) хайуандарҙың йомортҡа күҙәнәктәре тиҙ-тиҙ ваҡланыуы (бүленеүе) процесында күҙәтелә.

Күҙәнәктең йәшәү циклында митоз интерфазаға ҡарағанда бик күпкә аҙ ваҡыт араһын алып тора.

Күпселек күҙәнәктәрҙә бөтә митоз процесы, профазанан алып телофаза бөткәнгә тиклем, 1—2 сәғәт ваҡытты ала, ә интерфаза күп тапҡырға оҙағыраҡ дауам итә.

Махсуслашҡан, йәғни дифференциация үткән күҙәнәктәр бүленмәйҙәр.


  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.