Биогеография

(Биогеограф битенән йүнәлтелде)

Биогеография — биология һәм география фәндәре сигендә барлыҡҡа килгән дисциплина; хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдарҙың. ерҙә таралыу һәм урынлашыу законлылыҡтарын (географияһын) өйрәнеүсе фән.

Биогеография
Рәсем
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Биогеография Викимилектә

Биогеографияның өйрәнеү әйбере (предметы) булып тора биоценоздарҙың Ер йөҙөндә таралып урынлашыу законлылыҡтары (ҡануны) булып тора.

Йәғни, географияға бәйле тере организмдар барлыҡҡа килтергән бергәлектәрҙе, шулай уҡ, айырым биләмәләрҙәге фауна һәм флора йыйылмаһының аңлата.[1].

Объекты, предметы һәм фән (алымдары)

үҙгәртергә

Биогеографияның өйрәнеү объекты — , Ер планетаһының тере организмдары биләгән өлөшө биосфера һәм уның компоненттары.

Биогеографияның өйрәнеү әйбере (предмет изучения) — организмдарҙың һәм бергәлектәрҙең таралыу законлылыҡтары, географик мөхит шарттарына бәйле организмдарҙың һәм бергәлектәрҙең (популяция, биота һәм башҡалар) .динамикаһы.

Биогеография фәненең тикшеренеүҙә үҙенсәлекле алымдарын (методтары) түбәндәге төркөмдәргә бүлергә мөмкин:

  • сағыштырма-географик;
  • фауна буйынса, флора буйынса, иҫәп буйынса;
  • экологик ҡылыҡһырлама;
  • тарихи ҡылыҡһырлама, эволюцион ҡылыҡһырлама;
  • Картография һәм геоинформация.

Төп бүлектәр

үҙгәртергә

Биогеография бүлектәре[1]:

Организмдар географияһы (Организмдар дөйөм географияһы):

  • Микроорганизмдар географияһы (бәшмәкмәктәрҙе лә ҡушып)
  • Фитогеография — үҫемлектәр географияһы (геоботаника)
  • Зоогеография — хайуандар географияһы

Үҫемлектәр япмаһы һәм хайуандар географияһы :

  • Микробоценоздар географияһы (бәшмәкмәктәрҙе лә ҡушып)
  • Фитоценоздар географияһы — үҫемлектәр япмаһы географияһы
  • Зооценоздар географияһы — хайуандар географияһы

Башҡа йүнәлештәре:

  • Синтетик биогеография — төрлө кимәлдәге экосистемалар һәмбиоценоздар географияһы .
  • Эволюционн биогеография — биотаның йәшәү мөхитенә яраҡлашыуы.
  • Экологик биогеография
  • Палеобиогеография
  • Биогеографияла һәм биогеографик фаразлау (прогнозирование) тренды.

Фәндә был яңы йүнәлеште нигеҙләүсе булып Александр Гумбольдт (1769—1859) һанала. Тап уның сәйәхәттәре, фәнни яҙмалары биогеография фәненә башланғыс бирә..

М. А. Мензбир биогеография тарихын дүрт осорға бүлә:

  1. Донъя барлыҡҡа килеүе тураһында библия аңлатмаларына таяныу осоро..
  2. Катастрофалар тәғлимәте осоро.
  3. Катастрофалар тәғлимәтенән баш тартыу.
  4. Дарвинизм тәғлимәте өҫтөнлөк алыу осоро.

1957 йылда Америка ғалимы Л. Стюарт биогеография тарихын өс осорға бүлә:

  1. Линней Карл систематикаһының төҙөлөүе һәм тере йән эйәләренең «ижад үҙәген» эҙләү осоро.
  2. Чарльз Дарвиндың эволюцион тәғлимәте барлыҡҡа килеүе.
  3. Генетика. закондарын асыу.

А. Г. Воронова фән үҫешен алты осорға бүлә:

  1. Мәғлүмәттәрҙең туплана башлау (өҙөк-өҙөк, тарҡау) осоро.
  2. Фауна һәм флора буйынса мәғлүмәттәр (веломости) туплау осоро;
  3. Үҫемлектәр һәм хайуандар географияһы буйынса эштәрҙе берләштереү дәүере;
  4. Тикшеренеү эштәренең йылдам үҫеш осоро;
  5. Үҫемлек төркөмдәре тураһында тәғлимәт булараҡ үҫеш осоро.
  6. Берҙәм биогеография фәне булараҡ үҫеше.
  • В. Б Сочава биогеографияны тереклек географияһының дөйөм законлылыҡтарын (ҡануниәтен) өйрәнеүсе фән тип ҡарай., Йәғни ботаник география һәм зоологик географияны берләштереүсе фән тип ҡарай.
  • А. П. Кузякин зоогеографияла яңы фәнни йүнәлеш эшләгән.— Ландшафт[2].зоогеографияһы

Төп төшөнсәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ, ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Экозона
  • Фауна буйынса районлаштырыу
  • Флора буйынса районлаштырыу
  • Синтетик биогеография
  • Биофилотик батшалығҡтар
  1. 1,0 1,1 Биогеография // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2012)
  2. Зоология һәм ландшафт зоогеография: ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы. П. а. Кузякин өсөнсө уҡыу иҫтәлегенә / ре л. н. Мазин, Равкин С. Е, В. А. Кузякин. М.: МОИП-Мәлдә, 2008. С. 291
  • Воронов, А. Г. Биогеография (с элементами биологии) [учебник для вузов]. — М.: МГУ, 1963. — 342 с.
  • Второв, П. П., Дроздов, Н. Н. Биогеография [учебник для вузов]. — М.: Владос-Пресс, 2001. — 302 с. — ISBN 5-305-00024-6.
  • Наймарк Е. Б. О предмете биогеографии // Журнал общей биологии. 2006. № 4.
  • Яблоков, А. В., Остроумов, С. А. Уровни охраны живой природы. / Под ред. Н. Г. Хрущёва. — М.: Наука, 1985. — 174 с. — (Человек и окружающая среда).
  • Биогеография // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2012)

Һылтанмалар

үҙгәртергә