Билдинг-баҡса (рус. Билдинг-сад) — 2012 йылда ойошторолған Рәсәй балалар баҡсаһы селтәре, һәм тағы ла франшиза буйынса таралған шул уҡ исемдәге бизнес-модель.

Билдинг-баҡса
Нигеҙләнгән

2012

Нигеҙләүсе

Марина Шилкина (нигеҙләүсе)
Ольга Целовальникова (координатор)[1]
Станислав Шилкин (милексе)[2]

Тармаҡ

мәғариф

Әйләнеш

йылына 60 млн һум («Эксперт» журналы мәғлүмәттәре буйынса)[2]

Сайт

http://билдингсад.рф

Селтәргә Яңы проекттарҙы үрләтеү буйынса стратегик инициативалар агентлығы булышлыҡ күрһәтә[2].

Тарих үҙгәртергә

Билдинг-баҡса Марина Шилкина менән 2012 йылда Һамар ҡалаһында ойошторола[3][4]. Башта был Һамар ҡалаһының «Филиппок» балалар баҡсаһы була, һуңынан ул «Билдинг-баҡса»ға әйләндерелгән[5].

2012 йылдың авгусында Билдинг-баҡсаны шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында төҙөргә планлаштырыла[6], ә шул уҡ йылдың ноябрендә Билдинг-баҡсаны Мәскәү өлкәһенең Ивантеевка ҡалаһында төҙөргә йыйынғандар[7]. 2013 йылдың майында шул уҡ өлкәнең Сергиев-Посад ҡалаһында бер Билдинг-баҡса асырға планлаштырылған[8]. 2014 йылдың 7 мартында Иркутск өлкәһендә тәүге Билдинг-баҡса Шелехов ҡалаһында асыла[9]. Сорғот ҡалаһында проектта саф һауала йөрөү урыны булмағанлыҡтан туҡтатыла[10].

«Эксперт» журналы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2014 йылда селтәрҙә 30 балалар баҡсаһы иҫәпләнгән. Бынан башҡа франшиза буйынса тағы ла Рәсәйҙең 5 субъектында 109 балалар баҡсаһы һәм 2014 йылдың йәйендә шул уҡ йылдың көҙөнә ҡарай йәнә биш төбәктә асырға планлаштырылған[5]. Проектты нигеҙләгән Марина Шилкинанан алынған «Ведомости» гәзите мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылға ҡарата билдинг-баҡсалар 17 Рәсәй Федерацияһы субъекттарында презентацияланған һәм 2014—2016 йылдарҙа уларҙы Рәсәйҙең 14 төбәгендә төҙөргә планлаштырылған[11].

Бизнес-модель үҙгәртергә

Селтәрҙең бизнес-моделе артабанғыса: тығыҙ төҙөлөшлө урындарҙа күп ҡатлы йорт һалыусы төҙөлөүсе йортто планлаштырғанда аҫҡы ҡаттарҙа балалар баҡсаһы өсөн урын ҡалдырыуы мөмкин. Һуңынан проектты эшләгән ваҡытта ул баҡсаны етәкләгән эшҡыуар менән ҡаралырға тейеш. Даими рәүештә муниципаль берәмектәре һәр бер уҡыған балаға субсидия түләргә, һәм ул субсидияның дәүмәле дәүләт балалар баҡсаларында һәр бер балаға киткән сығымдарға тиң булырға тейеш. Баҡса етәксеһе үҙ сиратында балалар аҫрауға киткән хаҡын субсидия суммаһына кәметә[1].

Баһалар үҙгәртергә

2012 йылда был проектты Рәсәй премьер-министры Владимир Путин хуплай. «Социаль проекттар» йүнәлешендәге проекттарҙы үрләтеү департаментының директор урынбаҫары Ирина Петрунина Билдинг-баҡса проекты хаҡында ыңғай фекерен әйтә[2].

Шул уҡ йылда Мәскәү өлкәһе хөкүмәте проектты ҡабул итә һәм уны үҙенең балалар баҡсаларындағы урындарҙың күп етешмәгән муниципаль берәмектәренә тәҡдим итә[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Эксперт, 2014, с. 27
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Эксперт, 2014, с. 28
  3. О нас. Билдинг-сад. Дата обращения: 3 май 2015. 2015 йыл 11 май архивланған.
  4. Шабалина, Ирина Через четыре года здесь будет билдинг-сад. — Самара: Самарские известия, 2012. — № 158.
  5. 5,0 5,1 Эксперт, 2014, с. 26
  6. Скрипко Елена Билдинг-сад. — Наро-Фоминск: Центр города, 2012. — № 31.
  7. 7,0 7,1 Первый в подмосковной Ивантеевке билдинг-сад откроется в январе, РИА Новости (28 ноября 2012). 3 май 2015 тикшерелгән.
  8. Дударева Ольга Что за детский сад? // Интервью брал Александр Вронский : Интервью. — Inside, 2013. — № 3.
  9. Первый "Билдинг-сад" открыли в Приангарье. Регнум (7 март 2014). Дата обращения: 3 май 2015. Архивировано 3 май 2015 года.
  10. Гладущенко, Евгения. «Билдинг-сады» тормозят, Бизнес-журнал (7 октября 2014). 3 май 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 3 май архивланған.
  11. Шилкина, Марина Истории успеха: «Билдинг-сад» экономит казне миллиарды рублей. Ведомости (27 ноябрь 2013). Дата обращения: 3 май 2015. Архивировано 3 май 2015 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Петрова, Валентина Все в сад. — Эксперт, 2014. — № 26. — С. 26—28.