Бикмәтовтар
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Бикмәтов
Бикмәтовтар — идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре. Иҫәт провинцияһы Һырҙы улусының (хәҙер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Ҡорман ауылы башҡорттарынан.
Билдәле вәкилдәре
үҙгәртергәБикмәтовтарҙың билдәле вәкилдәре:
- Әбделвәхит Сәйетғафар улы Бикмәтов (1776 — ?) — зауряд-яҫауыл. 1802 йылда, 1804 йылда, 1810 йылда, 1815 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. 1821 йылдан 3-сө башҡорт кантонының 1-се йорт старшинаһы. Ә З. Әсфәндиәров буйынса, Әбделвәхит Батыршин бер ни тиклем ваҡыт 3-сө башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡара[1].
- Дәүләтша Сәйетғафар улы Бикмәтов (1791 — ?) — яҫауыл (1835). 1815—1818 йылдарҙа 3-сө башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1818 йыл — 1840-сы йылдарҙа 3-сө башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй[2]. Төрки, ғәрәп, фарсы һәм урыҫ телдәрен белгән[3]. Хеҙмәте өсөн 9 рәхмәт ала. 1831 йылда Санкт-Петербургта император Николай I аудиенцияһында була. 4 ҡатыны була[4].
- Мөхәмәтвәли Бикмәтов (1791; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1792 — ?) — зауряд-яҫауыл. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән бүләкләнә. Ырымбур сик һыҙығында дистанция начальнигы булып хеҙмәт итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Бикмәтовтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 69, 95
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 105
- ↑ Тагирова Л. Ф., 2012, с. 119
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әсфәндиәров Ә. З. Бикмәтовтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.