Бибиһәйбәт
Бибиһәйбәт (әзерб. BibiheybətBibiheybət) — Баҡы ҡалаһының Сабаил районындағы ҡасаба.
Посёлок | |||
Бибиһәйбәт әзерб. Bibiheybət | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Район | |||
Координаталар | |||
Рәсми тел | |||
Халҡы |
1451 кеше | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Тарихы
үҙгәртергә2007 йылда Бибиһәйбәт автомагистрален киңәйтеү һәм мәсеткә реконстукция үткәреү маҡсатында Бибиһәйбәт ҡасабаһында йәшәгән бер нисә тиҫтә ғаилә яңы йорттарға күсерелә. Ҡасабала шулай уҡ спорт стадионы, балалар баҡсаһы, ял паркы төҙөлә[1].
Халҡы
үҙгәртергәЭксперттар иҫәпләүе буйынса 2013 йылда ҡасабала 2 227 кеше йәшәгән[2].
Йыл | 2005 йыл (баһа) | 2007 йылда (баһа) | 2011 йылда (баһа) | 2013 йылда (иҫәпләү) |
---|---|---|---|---|
Һаны (кеше) | 1 400 | 1 400 | 2 000 | 2 227 |
Мәсет
үҙгәртергәБибиһәйбәт ҡасабаһында "Бибиһәйбәт мәсете" комплексы урынлашҡан. Мәсетте XIII быуат уртаһында ширваншаһ Әбү-л-Фатх Фаррухзад төҙөгән. Ул 1936 йылда большевиктар тарафынан тулыһынса емерелә[3]. 1990 йылдар аҙағында мәсетте ҡабат тергеҙәләр. Бөгөнгө комплексҡа мәсеттән тыш хөрмәтле кешеләрҙең кәшәнәләре лә инә. Әзербайжандағы ислам ҡомартҡыларың береһе һанала.
Ятҡылыҡтары
үҙгәртергәБибиһәйбәт ҡасабаһы янында шундай уҡ атамалы нефть һәм газ коденсаты ятҡылығы бар. XIX быуатта тиклем бындағы нефть ҡоҙоҡтарҙан сығарыла, ә инде 1848 йылдың 14 июленән тәүге скважина быраулана[4]. Ошонда уҡ СССР заманында тәүге диңгеҙ скважинаһы ултыртыла. Был ятҡылыҡтағы ҡайһы бер нефть парафинһыҙ, шуға уларҙы майлау майҙары булараҡ файҙаланалар.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Аббасова, Рена. Из поселка Биби-Эйбат переселят еще 14 семей, 1news.az (10 август 2007). 20 апрель 2013 тикшерелгән.
- ↑ Bibiheybət:population figures . World Gazetteer. Дата обращения: 20 апрель 2013. Архивировано 20 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Л. С. Бретаницкий. Зодчество Азербайджана XII-XV вв. и его место в архитектуре Переднего Востока. — М.: Наука, 1966. — С. 158. — 556 с.
- ↑ Би-би-си