Беспалова Мария Александровна

Беспалова Мария Александровна ( 21 май 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (38 йәш), Санкт-Петербург) — Рәсәй еңел атлеты, сүкеш ырғытыусы. Еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 2000 һәм 2010 йылдарҙа милли әһәмиәтендәге беренселек еңеүсеһе һәм призеры, Лондон Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһе ҡалалары исеменән сығыш яһай. Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорты мастеры. Хәҙер уның һөҙөмтәләре допинг арҡаһында ғәмәлдән сығарылған.

Беспалова Мария Александровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй[1]
Тыуған көнө 21 май 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө метатель молота
Масса 85 килограмм[2]
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы метание молота[d]
Ҡатнашыусы Олимпиада уйындары 2012
Бейеклеге/буйы 183 сантиметр[2]

Биографияһы

үҙгәртергә

Мария Александровна Беспалова 1986 йылдың 21 майында Ленинградта тыуған.

Еңел атлетика менән Санкт-Петербург Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә тренерҙар Ю. Я Баландин, А В. Волков, И. Г. Водолага, Н. Н. Белобородовтар етәкселеге аҫтында шөғөлләнә .

Тәүге тапҡыр 2003 йыл миҙгелендә халыҡ-ара аренала сүкеш ырғытыуҙа үҙе тураһында белдерә, Рәсәй йыйылма командаһы составына индерелә һәи Шербруктағы үҫмерҙәр донъя беренселегендә ҡатнашып, унан көмөш миҙал алып ҡайта.

2004 йылда Гроссетолағы юниорҙар донъя беренселегендә ҡатнаша, әммә алдан квалификация этабында еңә алмай.

2008 йылда йәштәрҙең сүкеш ырғытыу буйынса Европа ҡышҡы кубогында Сплитта ҡатнаша һәм еңеү яулай.

2009 йылда Адлерҙа үткәрелгән Рәсәй Ҡышҡы оҙон ырғытыу буйынса чемпионатында еңеүсе була һәм 2009 йылда Чебоксарҙа Йәйге Рәсәй чемпионатында бронза призеры була.

2010 йылда Адлерҙа Ҡышҡы оҙон ырғытыу буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призеры була һәм Саранск ҡалаһында үткәрелгән Йәйге Рәсәй чемпионатында өсөнсө һөҙөмтә күрһәтә.

2012 йылда Чебоксарҙа Рәсәй чемпионатында сүкеш ырғытыуҙа йәнә бронза миҙал яулай. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Лондон Олимпия уйындарында ил намыҫын һаҡлау хоҡуғына эйә була — финалда 71,13 метр һөҙөмтәһе менән 11-се урынды биләй[3][4].

Лондон олимпиадаһында ҡатнашҡандан һуң, Беспалова Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡала һәм еңел атлетика буйынса эре халыҡ-ара ярыштарында ҡатнашыуын дауам итә. Мәҫәлән, 2013 йылда ул Ҡазан универсиадаһында сығыш яһай, 69,20 метр һөҙөмтәһе менән ярышта дүртенсе урын яулай.

2014 йылда Ҡазанда үткән Рәсәй чемпионатында көмөш призер була.

Чебоксарҙа 2015 йылда Рәсәй чемпионатында үҙенең ҡаҙаныштары исемлегенә тағы бер бронза награда өҫтәй.

2015 йылдың ноябрендә Бөтә Рәсәй Федерацияһының Антидопинг комиссияһы Халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһынан алынған документтар нигеҙендә сүкеш ырғытыусы Мария Беспалованы дүрт йылға дисквалификациялай — уның һынау ҡанында дегидрохлорметилтестостерон анаболик стероид эҙҙәре табылған[5].

2017 йылдың 30 мартында Лондонда допингҡа алынған һынау ҡайтанан үткәрелгәндән һуң, Халыҡ-ара олимпия комитеты Беспалованың был уйындағы һөҙөмтәһен ғәмәлдән сығара[6].

2019 йылдың 1 февралендә,билдәле булыуынса, Спорт арбитраж суды Макларен доклады һәм шаһит Родченков Григорий таныҡлауы буйынса 12 рәсәй атлеты антидопинг ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепле тип таныла. Улар араһында сүкеш ырғытыусы Мария Беспалова ла була. Һөҙөмтәлә уның 2012 йылдың 17 июленән алып 2015 йылдың 26 октябренә тиклем һөҙөмтәләре ғәмәлдән сығарыла[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Sports-Reference.com (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
  3. Мария Беспалова (инг.) — страница на сайте Международного олимпийского комитета
  4. Мария Беспалова — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  5. Дисквалификация. RusAthletics (5 ноябрь 2015). Дата обращения: 13 апрель 2020. 2020 йыл 3 февраль архивланған.
  6. IOC disqualifies four Russians from London Olympics over doping, Thomson Reuters (30 March 2017). 30 март 2017 тикшерелгән. 2018 йыл 7 август архивланған.
  7. Антидопинг: дисквалификации, ВФЛА (1 февраль 2019). 7 июль 2019 тикшерелгән.