Бендеры ҡәлғәһе
Һеҙ ниңә Википедияла теркәлеп эшләмәйһегеҙ ул?Айсар (әңгәмә) 19:29, 13 ғинуар 2017 (UTC)
Ҡәлғә | |
Бендеры ҡәлғәһе
| |
Ҡәлғәнең көньяҡ яғынан күренеш | |
Ил | Ҡалып:В ПМР |
Ҡала | Бендеры |
Нигеҙләүсе | Ғосман империяһы |
Беренсе тапҡыр | 1538 |
Нигеҙләнгән | 1538 |
Төҙөлөшө | 1538—1540 йылдар |
Статус | XVI быуат архитектура һәйкәле, Мемориаль комплексы |
Бөгөнгө хәле | өлөшләтә һаҡланған, реконструкция бара |
Сайт | Рәсми сайт |
Бендеры ҡәлғәһе Викимилектә |
Бенде́ры ҡәлғәһе (молд. Cetatea Bendér (Tighína), укр. Бенде́рська фортеця) — XVI быуат архитектураһы һәйкәле. Днестр буйы Молдова Республикаһында (Молдавия), Днестр йылғаһының уң яғында, Бендеры ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан.
Ҡәлғәне төҙөү эштәре 1538 йылда, Бендеры Осман империяһына ҡушылғас, төрөк зодчийы Синан проекты буйынса башлана.
2008 йылдан алып бөгөнгәсә, Днестр буйы Молдова Республикаһының Эске эштәр министрлығы етәкселегендә ҡәлғәнең цитаделен реконструкциялау эштәре бара. 2013 йылда ҡәлғәнең Изге кенәз Александр Невскийҙың православие сиркәүен реставрациялау тамамлана.
Ҡәлғәне төҙөү эштәре 1538 йылда, Бендеры Осман империяһына ҡушылғас, төрөк зодчийы Синан проекты буйынса башлана. Ул бастион тибындағы көнбайыш европа ҡәлғәләре өлгөһөндә була. Бер ҡасан да һыу тулмай торған тәрән соҡор һәм бейек итеп өйөлгән текә ҡалҡыулыҡ менән уратып алына. Ҡәлғәнең өҫкө һәм аҫҡы өлөштәрҙән, шулай уҡ цитаделдән тора. Дөйөм майҙаны — яҡынса 67 га. Ҡәлғәнән көньяҡ-көнбайыш яҡлап тышында, һөнәрселек һәм сауҙа нөктәләре урынлаша. Днестр йылғаһының Ҡара диңгеҙгә ҡойған еренән алыҫ түгел, бейек ярҙа булғанлыҡтан, ҡәлғә төрөктәрҙең Рәсәйгә ҡаршы көрәш осоронда, терәк нөктәләрҙең береһе булып, хеҙмәт итә. Бендеры ҡәлғәһе «осман ерҙәрендә иң яҡшы нығытма»тип иҫәпләнә. Уның тураһында беҙгә килеп еткән мәғлүмәтте төрөк сәйәхәтсеһе һәм яҙыусыһы Эвлия Челеби яҙып ҡалдырған[2]. Ҡәлғәне баҫып алыу маҡсатынан ойошторолған һөжүмдәр күп йылдар буйына ҡабатлана килә. 1540 йылдың ҡышында Александр Корень етәкселегендәге молдаван яугирҙары Бендеры ҡәлғәһен уратып ала, әммә уны ҡулға төшөрә алмай. 1574 йылда господарь Ион Водэ Лютый гетман Иван Сверческийҙың казактары менән бергә Бухаресты баҫып алғандан һуң, Бендерыға яҡынлашып, уның ҡамап ала. [2]. Төрөктәр өсөн был көтөлмәгән хәл була. Молдаван казактарынан торған ғәскәр ҡала ситендәге районды баҫып алһа ла, нығытманың диуарҙары бирешмәй. Ғәскәр арығанлыҡтан, господарь ҡәлғәнең баҫып алған төньяҡ-көнбайышындағы бейеклектә лагерь ҡорҙора. Ләкин молдаван яугирҙары штурмға күсмәй тора, сөнки тап шул ваҡытта Аккермандан төрөктәргә ҙур ғына ярҙам көтөлә. Ион Водэ дошмандарын юҡҡа сығара, ләкин төрөк солтаны ҡырым ханына, ғәскәрен йыйып, Дунайға табан боролорға әмер бирә. Быны ишеткән Ион Водэ Бендеры ҡәлғәһен ҡамауҙан баш тарта[2]. 1584 йылда төрөктәр молдаван господаре Петр Хромойҙан Бендеры ҡәлғәһен төҙөкләндереүҙе талап итә. 1594 йылда запорожье казактары гетмандар Григорий Лобода һәм Северин Наливайко етәкселегендә ҡәлғәне яулап алырға ныҡыша. Ҡәлғә эргәһендәге һөнәрселек һәм сауҙа нөктәләре бөткәнсә яндырыла, әммә нығытма бирешмәй. Төрөктәрҙең иң яҡшы нығытмаларынан һаналған был ҡәлғәне яулап алырға молдавандарҙың да, казактарҙың да көсө етмәй. Уларҙың береһенең дә ҡәлғәне штурмға алырлыҡ артиллерияһы булмай. 1709 йылда Бендерыла швед короле Карл XII менән бергә Полтава һуғышынан бирле йәшәгән украин гетманы Иван Мазепа вафат була. 1713 йылда Бендерыла Карл XII ғәскәре менән тәүҙә уға һәм Мазепаға ҡасыр урын биреп, ә аҙаҡтан үҙҙәрен аманатҡа алырға ниәтләгән төрөктәр араһында яу сыға.