Бенардаки Дмитрий Егорович

Дмитрий Егорович Бенардаки (1799, Таганрог — 28 май 1870, Висбаден) — Рәсәй сәнәғәтсеһе, эре шарап откупщигы, суйын иретеү һәм тимер эшләү заводы хужаһы, суднолар хужаһы, Сормово заводына нигеҙ һалыусы, алтын сәнәғәтсеһе

Бенардаки Дмитрий Егорович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1799
Тыуған урыны Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 май 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Вафат булған урыны Висбаден, Гессен-Нассау[d], Пруссия
Ерләнгән урыны Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург)
Балалары Вера Дмитриевна Бенардаки[d], Николай Дмитриевич Бенардаки[d], Елизавета Дмитриевна Бенардаки[d], Александра Дмитриевна Бенардаки[d] һәм Екатерина Дмитриевна Бенардаки[d]
Һөнәр төрө эшҡыуар
Уҡыу йорто Гимназия № 2 имени А. П. Чехова[d]
Изображается на Портрет Дмитрия Егоровича Бенардаки[d]
 Бенардаки Дмитрий Егорович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Дмитрий Бенардаки сығышы менән грек, император Рәсәй флоты офицеры, 1787—1791 йылдарҙа Төркиә менән һуғышта «Феникс» судноһы крейсеры командирының Бенардаки Юрий Никифоровичтың улы. Дмитрий Бенардакиның тыуған урыны әлегә тиклем билдәһеҙ. XIX быуат баҫмаларында, шулай уҡ һуңғыларында булған кеүек, уның төрлө тыуған урыны күрһәтелә. Таганрогта үҫә, 1807 йылдан ирҙәр гимназияһында уҡый[1][2].

1819 йылдың 25 октябрендә Ахтыр гусар полкына юнкер булып хәрби хеҙмәткә инә. 1820 йылдың 23 апрелендә корнет дәрәжәһенә күтәрелә. 1823 йылдың 18 ғинуарында поручик чинында ғаилә шарттары буйынса хеҙмәтте ҡалдыра. 28.11.1850 һәм 06.09.1861 йылғы Сенат ҡарары буйынса тыумыштан килгән дворянлыҡта раҫлана.

1837 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1826) И.П.Осокин вариҫтарынан Үрге -Троицк, Түбәнге Троицк һәм Өҫән-Ивановка заводтарын һатып ала[3], 1859 — Әүжән-Петровский заводын. 1852 йылда Алафузов фабрикаһы төҙөй[4].

Бәләбәй өйәҙендә 8 ауылдан торған: Александровка, Дмитриевка (хәҙер юҡ), Анновка, Екатериновка, Елизаветино (барыһы ла — Бәләбәй районында), Константиновка, Леонидовка, Николаевка (барыһы ла — Туймазы районында) имениеларға эйә була[4].

1860 йылда Новгород машина фабрикаһы акцияһын һатып ала (Ҡыҙыл Сормово). Бенардаки ваҡытында заводта беренсе пар машиналары, токарь станоктары, күтәргес крандар барлыҡҡа килә, 1870 йылда ҡорос иретеү өсөн Рәсәйҙә тәүге мартен мейесе төҙөлә. Шулай Сормово заводында беренсе тимер суднолар төҙөлә, ә Ҡырым һуғышы (1853—1856) Каспий хәрби флотилиялары өсөн хәрби краптар төҙөлә. 1860 йылдан 1869 йылға тиклем Сормово верфе станоктарынан 40 пар машинаһы сыға. Улар араһында иң эре «Лев» судноһы Волга йылға пароходсылығы өсөн тәғәйенләнгән.

Файл:Могила Д.Е. Бенардаки.jpg
Д. Е. Бенардаки ҡәбере

1858 йылда сауҙагәр Рукавишников Василий менән бергә Амур компанияһын ойоштора. Амур өлкәһендә беренсе булып алтын таба башлай. Үрге Амур алтын сығарыу компанияһының ойоштороусыһы һәм хужаһы, , ул совет власы урынлаштырыуға тиклем эшләп килә. Ике «Граф Муравьев-Амурский» и «Дмитрий Бенардаки» пароходын төҙөй һәм Байкалға төшөрә. Бенардаки 1870 йылдың 28 майында Висбаденда, Германияла «үпкә фалижынан» вафат була. Санкт-Петербургта Грек сиркәүендә ерләнә, ул 1962 йылда һүтелә[5]. 2011 йылдың 2 сентябрендә Александро-Невский лавраһының сәнғәт оҫталары некрополендә күсереп ерләнә .

Петербург ирҙәр гимназияларының мохтаж уҡыусыларына хәйриә фонды ойоштора, ваҡ-төйәк енәйәт өсөн хөкөм ителгән балаларҙы ҡурсалай, бер нисә һөнәрселек колонияһы һәм приют булдыра.

Санкт-Петербургта Бенардаки үҙ аҡсаһына изге великомученик Димитрий Солунский хөрмәтенә Грек илсеһе сиркәүен төҙөй.

Бенардаки йыш ҡына Н. В. Гоголгә аҡса биреп тора, ул уны игелекле капиталист Костанжогло сифатында «Мёртвые души» поэмаһының икенсе томында күрһәтә[6].А. С. Пушкиндың Мәскәүҙәге танышы П. В. Нащокинға әүҙем ярҙам итә[7].

Д. Бенардаки Көнбайыш Европаның һынлы сәнғәте коллекцияһын йыя, ул Петербургта 1861 йылда император йорто ағзаларына һәм шәхси кешеләргә ҡараған картиналар күргәҙмәһендә ҡуйыла. Уның заказы буйынса Карл Брюллов эшләгән.

 
Анна Егоровна Бенардаки, 1844

1824 йылда Нежин грегының 17 йәшлек ҡыҙы Анна Егоровна Капуриға өйләнә. Бенардакиның Анна менән 8 балаһы — өс улы (Леонид, Константин һәм Николай) һәм биш ҡыҙы (Екатерина, Александра, Людмила, Вера һәм Елизавета) була. Ҡатыны Анна 1846 йылдың октябрендә вафат була.

Улы Константин Дмитриевич — Урал-Волга металлургия ойошмаһының Петербург комитеты ағзаһы була, Комаров тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ-Урал тау заводтары йәмғиәтен ойоштороусы. Леонид Дмитриевич — коллеж асессоры, Ырымбур губернаһында Спасск һәм Владимир алтын приискыларына хужа була, ә 1860 йылда Бәләбәйҙәге мәхәллә училищеһын төҙөүгә 300 һум иғәнә итә. Николай Дмитриевич (1838—27.09.1909) — Себер сауҙа банкыһын ойоштороусыларҙың береһе, Парижда диабеттан вафат була; уның ҡыҙы Мария[fr] (1874—1949) йәш сағында Марсель Пруст менән дуҫлаша һәм Жильберта Свандың «В поисках утраченного времени» романдары циклында прототиптың береһе була.[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 20 сентября России и Санкт-Петербургу вернули Бенардаки! – Московское Общество Греков. Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.
  2. Останки Дмитрия Бенардаки будут перезахоронены на одном из кладбищ Санкт-Петербурга. Дата обращения: 4 апрель 2013.
  3. Осокины // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. 4,0 4,1 Гудкова З. И. Бенардаки // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Кессиди И. Х. Дмитрий Егорович Бенардаки. Судьбы человека и его захоронения. Греция от greek.ru (5 февраль 2011). Дата обращения: 17 март 2019.
  6. См. свидетельство М. П. Погодина в «Русском архиве», 1865, № 7, стр. 895.
  7. Раевский Н. А. Друг Пушкина Павел Воинович Нащокин. — М.: Наука, 1976. — С. 31—32.
  8. Моруа, 2000

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Бенардаки, Дмитрий Егорович. — Иркутск. Историко-краеведческий словарь. — Иркутск: Сибирская книга, 2011. — 596 с.
  • Моруа Андре. В поисках Марселя Пруста / пер. с фр. Д. Ефимова. — С-Пб.: Лимбус—Пресс, 2000. — 382 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә