Белёзоглу Эмре
Эмре Белёзоглу (тур. Emre Belözoğlu, лезг. Эмре Белезогълу[4]; 7 сентябрь 1980 йыл, Истанбул) — төрөк футболсыһы, «Фенербахче» клубының һәм Төркиә йыйылма командаһының ярымһаҡсыһы. ФИФА 100 исемлегенә индерелгән.
Эмре Белёзоглу | ||
Информация | ||
Тыуа | 7 сентябрь 1980[1][2][3][…] (44 йәш) Истанбул, Төркиә | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 170 см | |
Ауырлығы | 68 кг | |
Позиция | ярымһаҡсы | |
Клубы | ||
Клубы | Фенербахче | |
Номер | 5 | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
Гюнесспор | ||
1992—1994 | Зейтинбурнуспор | |
1994—1996 | Галатасарай | |
Клуб карьераһы* | ||
1996—2001 | Галатасарай | 102 (14) |
2001—2005 | Интернационале | 79 (3) |
2005—2008 | Ньюкасл Юнайтед | 58 (5) |
2008—2012 | Фенербахче | 103 (12) |
2012—2013 | Атлетико Мадрид | 7 (0) |
2013—2015 | Фенербахче | 56 (14) |
2015—2019 | Истанбул Башакшехир | 128 (15) |
2019—х. в. | Фенербахче | 19 (1) |
Йыйылма командаһы** | ||
1994—1995 | Төркиә (15 йәшкә тиклем) | 11 (7) |
1995—1997 | Төркиә (16 йәшкә тиклем) | 35 (20) |
1996—1997 | Төркиә (17 йәшкә тиклем) | 7 (2) |
1997 | Төркиә (18 йәшкә тиклем) | 6 (0) |
1998—1999 | Төркиә (21 йәшкә тиклем) | 12 (4) |
2000—х. в. | Төркиә | 101 (9) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаты | ||
Бронза | Корея/Япония 2002 | |
Европа чемпионаттары | ||
Бронза | Австрия/Швейцария 2008 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Шәхси тормошо
үҙгәртергәБелёзоглу 1980 йылдың 7 сентябрендә Истанбулда тыуа. Эмреның олатаһы — Белез Дағстандың Мискиндж ауылынан сыҡҡан, милләте буйынса лезгин. 18 йәшендә Белез имам Шамил әсирлегенән һуң Истанбулға күсеп килә һәм ғосман подданныйлығын ҡабул итә, хәрби хеҙмәттә була һәм тиҙҙән өйләнә[5].
Карьераһы
үҙгәртергәЭмре 12 йәшенән «Зейтинбурнуспор» клубында шөғөлләнә, 14 йәшенән — «Галатһарай» үҫмерҙәр командаһында. Эмреның карьераһы өсөн шул саҡтағы төп тренер Фәтих Темри күп эшләй. 1996/97 миҙгел аҙағында «Бешикташ» менән уйындың 2:2 иҫәбендә ул алмашҡа Эмрены сығара һәм тегенеһе еңеү тубын индерә, был «Галатһарайға» еңеү һәм чемпионлыҡ килтерә. Биш йыл эсендә «Галатһарай» составында Эмре илдең дүрт чемпионатында еңеү, илдең өс кубогын УЕФА Кубогын һәс УЕФА Суперкубогын яулай.
Уйынсы менән Милан «Интеры» һәм башҡа бер нисә клуб ҡыҙыҡһына. 2001/02 миҙгелен Белезоглу Италияла башлай. Ул унда «Босфор Марадонаһы» тигән ҡушамат ала. Эмре Милан клубы өсөн күп матчтар яулай, уның менән Италия Кубогын ала, 2002/03 миҙгелендә «Интерҙың» иң яҡшы футболсыһы тип таныла. 2004/05 миҙгелендә күп һанлы йәрәхәттәре арҡаһында яланға һирәк сыға.
2004 йылда ФИФА 100 исемлегенә индерелә.
2005 йылда төрөк 3,8 миллион фунтҡа «Ньюкасл Юнайтедҡа» күсә. Инглиз командаһында тулыһынса мөмкинлектәрен файҙаланыуға йәрәхәттәре ҡамасаулай.
Эмре — 2000 йылдан Төркиә йыйылма командаһының уйынсыһы . Уның менән ул 2002 йылда Японияла һәм Кореяла донъя чемпионатында 3-сө урын яулай. Милли команда өсөн барлығы 70-тән артыҡ уйын үткәрә. 2008 йылда Бельгия йыйылма командаһы менән матч алдынан Истанбулда Ҡазан «Рубины» уйынсыһы Гекдениз Карадениз менән һуғыша[6].
Англияла Эмре 3 тапҡыр расист әйтемдәрҙә ғәйепләнә. Швейцария менән уйындарҙан һуң донъя чемпионатына -2006 йылда сығыу хоҡуғы өсөн талашы арҡаһында 6 матчҡа дисквалификациялана. Һуңыраҡ ФИФА ваҡытты 4 матчҡа тиклем ҡыҫҡарта. Эмре үҙен артыҡ хәрәкәтсән уйынсы итеп күрһәтә.
2008 йылдың июлендә Эмре Төркиәнең «Фенербахче» клубы менән дүрт йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя[7][8].
2012 йылдың 29 майында Эмре Мадридтың «Атлетико» клубы менән ике йыллыҡ контракт төҙөй[9][10]. 2012 йылдың 25 октябрендә Мадридтың «Атлетикоһы» составында тәүге гол индерә[11].
2013 йылдың 31 ғинуарында уйынсы «Фенербахче» командаһына әйләнеп ҡайта. 2015 йылдың 30 июненә тиклем контрактҡа ҡул ҡуя[12][13]. 2013 йылдың 24 ғинуарында пенальти менән гол индереп, тәүге тапҡыр сығыш яһай.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- «Галатһарай»
- Төркиә чемпионы: 1996/97, 1997/98, 1998/99, 1999/00
- Төркиә чемпионатында 2-се урын: 2000/01
- Төркиә Кубогына эйә була: 1995/96, 1998/99, 1999/2000
- Төркиә Кубогы финалсыһы: 1997/98
- Төркиә Суперкубогына эйә була: 1997
- УЕФА Кубогы эйәһе: 1999/2000
- УЕФА Суперкубогы эйәһе: 2000
- «Интер»
- 2-се урын, Серия А: 2002/03
- 3-сө урын, Серия А: 2001/02, 2004/05
- Кубогы Италия Кубогы эйәһе: 2004/05
- «Ньюкасл Юнайтед»
- Интертото Кубогы: 2006
- «Фенербахче»
- Төркиә Суперкубогы эйәһе: 2009, 2014
- Төркиә чемпионы: 2010/11, 2013/14
- Төркиә Кубогы эйәһе: 2011/12, 2012/13
- «Атлетико» Мадрид
- УЕФА Суперкубогы: 2012
- Төркиәнең йыйылма командаһы
- 2002 йылғы донъя чемпионатында 3-сө урын
- 2008 йылғы Европа чемпионатының ярымфиналсыһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.tff.org/Default.aspx?pageId=30&kisiId=26323
- ↑ Emre Belözoglu // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ BELOZOGLU EMRE // https://bdfa.com.ar/jugadores-48304.html (исп.)
- ↑ Гьажиагъа Мегьамедшерифов. Куьр Рамазан (lez) // Лезги газет. — 2013. — № 42 (10531). Архивировано из первоисточника 2 февраль 2014.
- ↑ «Интернационале» дагестанского отлива . daginfo.com (23 февраль 2004). Дата обращения: 10 октябрь 2013. Архивировано 28 июль 2013 года. 2013 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ Карадениз исключен из сборной за драку
- ↑ Emre Belözoglu joins Fenerbahce 23 июля 2008. Официальный сайт «Фенербахче» (инг.)
- ↑ Эмре Белёзоглу подписал 4-летний контракт с «Фенербахче» 23 июля 2008. Soccer.ru
- ↑ «Атлетико» объявил о переходе Эмре
- ↑ Emre ya ejerce de rojiblanco (исп.). Sitio oficial del Club Atlético de Madrid (31 май 2012). Дата обращения: 31 май 2012. Архивировано 27 июнь 2012 года.
- ↑ Emre great goal Belözoglu’ndan
- ↑ El Atlético y el Fenerbahçe acuerdan el traspaso (исп.). Sitio oficial del Club Atlético de Madrid (31 ғинуар 2013). Дата обращения: 8 февраль 2013. Архивировано 11 февраль 2013 года. 2013 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Bir Gün Dilekler Gerçek Olur (төр.). Fenerbahçe Spor Kulübü Resmi Sitesi (31 ғинуар 2013). Дата обращения: 8 февраль 2013. Архивировано 15 февраль 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Страница на сайте «Футболисты мира» 2020 йыл 30 октябрь архивланған.
- Биография Эмре Белёзоглу на сайте «123 Football Stats» (инг.)