Беляев Алексей Михайлович (онколог)
Беляев Алексей Михайлович (28 октябрь 1960 йыл, Армавир ҡалаһы, Краснодар крайы, СССР) — Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Н. Н. Петров исемендәге онкология ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры[1], Төньяҡ-Көнбайыш Федераль округының баш штаттан тыш онкологы, И. И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университетының онкология кафедраһы мөдире, Төньяҡ-Көнбайыштың онкологтар ассоциацияһы президенты, медицина фәндәре докторы, профессор.
Беляев Алексей Михайлович (онколог) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 октябрь 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Армавир, Краснодар крайы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хирург |
Эшмәкәрлек төрө | онкология[d] |
Эш урыны | Научно-исследовательский институт онкологии им. проф. Н. Н. Петрова[d] |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1960 йылдың 28 октябрендә Армавир ҡалаһында тыуған. Медицина училищеһында уҡыуын тамамлағандан һуң, Хәрби-медицина академияһына уҡырға ингәнгә тиклем, ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләй.
1986 йылда С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының Хәрби-диңгеҙ флоты өсөн табиптар әҙерләү факультетын «алтын» миҙал менән тамамлай. Хәрби-медицина академияһының икенсе курсынан хирургтың ғәмәли эшенә инә, ашығыс хирургия ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнаша. Ленинград хәрби-диңгеҙ базаһында хирург квалификацияһы ала, 3 йыл хәрби караптың медицина хеҙмәте начальнигы булып хеҙмәт итә һәм 2 оҙайлы океан походында ҡатнаша.
1989 йылдан 1992 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының адъюнктында уҡый, һуңынан Академияла хәрби-диңгеҙ госпиталь хирургияһы кафедраһында уҡыта.
1993 йылда «Морфо-функциональные особенности мягких тканей вокруг огнестрельной раны» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Санкт-Петербургтың «26-сы ҡала дауаханаһы» дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы һәм И. И. Джанелидзе исемендәге Санкт-Петербург ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институты базаһында ҡорһаҡ ҡыуышлығы шештәренә ашығыс хирургик саралар үткәрә.
2004 йылда «Циторедуктивные операции и гипертермическая внутрибрюшинная химиотерапия в комплексном лечении распространенных форм абдоминального рака» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]
2008 йылдан 2010 йылға тиклем — С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының хәрби-диңгеҙ госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире[3].
2004 йылдан 2010 йылға тиклем Санкт-Петербургтың И. И. Джанелидзе исемендәге ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институтының онкология ғилми бүлеген һәм онкология ашығыс ярҙам клиник бүлеген етәкләй, яман шештең төрлө төрҙәре, беренсе сиратта колоректаль яман шеш осрағында эсәк үткәрмәүсәнлеге менән ауырыған яман шеш ауырыуҙарына ашығыс һәм паллиатив ярҙам ойоштороу менән шөғөлләнә[4].
2010 йылда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Н. Н. Петров исемендәге онкология ғилми-тикшеренеү институты Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры итеп тәғәйенләнә, унда заманса юғары технологик медицина технологияларын әүҙем индерә башлай: киң таралған шештәрҙә химиотерапия технологиялары, аҙ инвазивлы, шул иҫәптән эндоскопик ҡыҫылыш, шулай уҡ дауалауҙың йыйылма һәм комплекслы ысулдарын киң ҡулланыуҙы, яман шеште дауалауҙа персонализацияланған алымдарҙы әүҙем индерә башлай[5][6][7].
2011 йылда И. И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университетының онкология кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә[8].
2013 йылда Н. Н. Петров исемендәге Онкология ғилми-тикшеренеү институты эгидаһы аҫтында ойошторолған Төньяҡ-Көнбайыш онкологтар ассоциацияһы президенты итеп һайлана[9].
2014 йылдың декабрендә Төньяҡ-Көнбайыш федераль округының баш штаттан тыш онкологы итеп тәғәйенләнә[10].
Ғаиләһе
үҙгәртергәМауығыуҙары
үҙгәртергәИжади фотография.
Профессиональ ойошмалар эшмәкәрлегендә ҡатнашлығы.
үҙгәртергә- Төньяҡ-Көнбайыштың онкологтар ассоциацияһы президенты.
- Санкт-Петербург онкологтарының фәнни йәмғиәте идараһы ағзаһы.
- Н. Н. Петров исемендәге Онкология ғилми-тикшеренеү институтының «Онкология» һөнәре буйынса диссертация советы рәйесе.
- Хирургия буйынса юғары аттестация комиссияһы эксперты.
- «Вопросы онкологии» журналының редколлегия ағзаһы.
Наградалары
үҙгәртергә2015 йыл «Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» билдәһе.
Фәнни-практик эшмәкәрлеге
үҙгәртергә10 йылдан ашыу ҡорһаҡ ҡыуышлығы яман шешенең аҙған формалары булған пациенттарға ярҙам күрһәтеү проблемаһы менән шөғөлләнә.
Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡорһаҡ ҡыуышлығы канцероматозаһы осрағында химиогипертермик перфузиялары менән циторедуктив операциялар башҡара башлай. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы канцероматозаһы осрағында химиогипертермик перфузиялары менән адъювант режимда 150-нән ашыу циторедуктив операциялар башҡара. Яман шеш менән сирләүселәргә ашығыс ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә.
Әлеге ваҡытта колоректаль яман шеште, күкрәк һәм аналыҡ шеше ауырыуҙарын иртә стадияларҙа иҫкәртеү һәм асыҡлау маҡсатында Санкт-Петербург һәм Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы халҡы араһында яман шеште скрининглауҙы ойоштороу буйынса пилот проектын әҙерләй һәм тормошҡа ашыра[12][13]
А.M. Беляев — 200-ҙән ашыу фәнни баҫма һәм ете монография авторы, уйлап табыуға 7 патент авторы һәм авторҙашы, уның етәкселегендә 3 докторлыҡ һәм 10 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Беляев, А. М., Багненко, С. Ф., Рухляда, Н. В. Внутрибрюшинная химиотерапия злокачественных опухолей [Текст] : [монография] / — СПб. : Элби-СПб., 2007. — 238[1] с. — ISBN 978-5-93979-177-9
- Злокачественные новообразования в северо-западном федеральном округе России / под ред. проф. В. М. Мерабешвили, проф. А. М. Беляева. – Вып. 2. [Текст] / - СПб. : Издательство «Ладога», 2015 . –556 с. – ISBN 978-5-98635-078-3
- Химиоперфузионное лечение канцероматоза брюшной полости / Беляева О. А. [и др.]. [Текст] – СПб., 2016 . – 146 с. – ISBN 978-5-519-49472-4
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- ФГБУ «НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова» Минздрава России
- Николай Николаевич Петров
- Cайт ФГБУ «НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова» Минздрава России
- Информационный блог ФГБУ «НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова» Минздрава России
- Группа НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова в социальной сети ВКонтакте
- Группа НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова в социальной сети Facebook
- YouTube канал НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Cайт ФГБУ «НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова» Минздрава России
- Информационный блог ФГБУ «НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова» Минздрава России
- Группа НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова в социальной сети ВКонтакте
- Группа НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова в социальной сети Facebook
- YouTube канал НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Руководство института // Сайт ФГБУ «НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова» Минздрава России. — СПб., 2016 : URL: http://www.niioncologii.ru/institute/instituteHead (дата обращения 23.09.2016).
- ↑ Кафедра военно-морской и госпитальной хирургии: докторские диссертации {{{2}}}. // Сайт Федерального государственного бюджетного военного образовательного учреждения высшего образования Военно-медицинская академия имени С. М. Кирова Министерства обороны Российской Федерации. — 2016. — СПб : URL : Архивированная копия . Дата обращения: 23 сентябрь 2016. Архивировано 24 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 24 сентябрь архивланған. (дата обращения 24.09.2016).
- ↑ Кафедра военно-морской и госпитальной хирургии: история кафедры и клиники {{{2}}}. // Сайт Федерального государственного бюджетного военного образовательного учреждения высшего образования Военно-медицинская академия имени С. М. Кирова Министерства обороны Российской Федерации. — 2016. — СПб : URL : Архивированная копия . Дата обращения: 23 сентябрь 2016. Архивировано 24 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 24 сентябрь архивланған. (дата обращения 24.09.2016)
- ↑ Сайт Клиники неотложной онкологии и колопроктологии при Санкт-Петербургском НИИ СП им. И. И. Джанелидзе . — СПб, 2016 : URL : http://spboncology.ru/about-us/istoriya-otdeleniya/ (дата обращения 23.09.2016) 2016 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Беляев А. М. В России нет бесплатной медицинской помощи, есть бесплатная медицинская помощь для пациентов {{{2}}}. // Доктор Питер: Петербургский сайт о здоровье. — 2015. — 17 сентября. — СПб : URL : Архивированная копия . Дата обращения: 23 сентябрь 2016. Архивировано 10 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 10 сентябрь архивланған. (дата обращения 23.09.2016)
- ↑ Насколько продвинулась онкомедицина, кто и чем лечит питерцев, почему в городе растет смертность и какие проблемы пока не удалось решить? Эксперты рассказали о проблемах в лечении больных раком // МК в Питере. — 2016. — 3 февраля. — СПб : URL : http://spb.mk.ru/articles/2016/02/03/eksperty-rasskazali-o-problemakh-v-lechenii-bolnykh-rakom.html (дата обращения 23.09.2016)
- ↑ Беляев, А. М. «У нас широкие технологические возможности и существенные организационные проблемы»: мнение Алексея Беляева, директора НИИ онкологии им. Н. Н. Петрова, главного онколога Северо-Запада, об эффективных способах борьбы с раком // РБК+ . — СПб, 2015 : URL : http://spb.rbcplus.ru/news/5677d33b7a8aa95888d51025 (дата обращения 23.09.2016)
- ↑ Сайт СЗГМУ имени И. И. Мечникова Кафедра онкологии . — СПб, 2016 : URL : http://szgmu.ru/rus/pdo/k/75#ф2 (дата обращения 23.09.2016)
- ↑ Профессиональную ассоциацию онкологов возглавил директор НИИ им Петрова // Доктор Питер: Петербургский сайт о здоровье. — 2013. — 10 июля. — СПб : URL : http://doctorpiter.ru/articles/6927/ (дата обращения 24.09.2016) 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Минздрав назначил главных внештатных специалистов по Северо-Западу // Доктор Питер: Петербургский сайт о здоровье. — 2015. — 30 января. — СПб : URL : http://doctorpiter.ru/articles/11050/ (дата обращения 23.09.2016) 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Биография А. М. Беляева // Сайт отдела абдоминальной онкологии НИИ хирургии и неотложной медицинской помощи ПСПБГМУ имени ак. И. П. Павлова. — 2016. — СПб : URL : http://onkoklinik.ru/otdelenie/sotrudniki/Belyaev (дата обращения 24.09.2016). 2016 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Третяченко М. В СГМУ откроют кафедру клинической онкологии 2016 йыл 10 сентябрь архивланған. // Газета Правда Севера. — 2015. — 2 сентября. — Архангельск : URL : http://pravdasevera.ru/-b4jov97b (дата обращения 23.09.2016).
- ↑ Барчук, А. А., Беляев, А. М. Концепция контроля онкологических заболеваний: на примере опыта СЗФО // Архив выступлений и публикаций XIX Российский онкологический конгресс г. Москва, 17-19 ноября 2015 г. — М. : RosOncoWeb: интернет портал Российского общества клинической онкологии в составе Oncology.ru : URL : http://www.rosoncoweb.ru/events/2015/11/17/archive/092.php (дата обращения 23.09.2016). 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.