Белозерцев Анатолий Константинович
Белозерцев Анатолий Константинович (16 июль 1941, Лайыш, Лайыш районы, Татар АССР-ы, РСФСР — 3 август 2015, Силәбе, Рәсәй Федерацияһы) — СССР һәм Рәсәй шағиры, прозаик, журналист, Рәсәй Яҙыусылар союзының Силәбе бүлексәһе рәйесе (1998—2013).
Белозерцев Анатолий Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Патронимы йәки матронимы | Константинович[d] |
Тыуған көнө | 16 июль 1941 |
Тыуған урыны | Лайыш, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 август 2015 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Силәбе, Рәсәй |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Жанр | повесть[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАнатолий Константинович Белозерцев 1970 йылда А.М.Горький исемендәге Урал дәүләт университетын тамамлай. Тәүге хикәйәләре һәм шиғырҙары район («Еңеү юлы») һәм республика («Совет Татарстаны») гәзиттәрендә баҫылып сыға.
СССР Журналистар союзы ағзаһы (1972), Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996).
1964 йылдың ғинуарынан Силәбелә йәшәй. «Металлург» әҙәби берекмәһендә шөғөлләнә. Өлкә радиоһында хәбәрсе булып эшләй, «Урал меридианы» йәштәр программаһын алып бара, һуңынан — әҙәбиәт мөхәрририәтендә һәм телевидение студияһында өлкән мөхәррир — Б.Ручьев, Л. Татьяничев, М. Львов, В. Сорокин, И. Лимонова тураһында фильм төшөрә (1977 йылда шағирә Лимонова хаҡындағы фильм Кишиневта телевизион йәштәр программаһының Бөтә Союз фестивале призына лайыҡ була).
1986—1991 йылдарҙа — Көньяҡ Урал китап нәшриәте, 1991—1993 йылдарҙа — «Вариант-китап» нәшриәте, 1997—1999 йылдарҙа «Возрождение Урала» гәзите мөхәррире, 1999 йылдан — «Алое поле» гәзите, 1999 йылдың ноябренән — «Налоговые вести» гәзите (йәмәғәтселек башланғысында) мөхәррире.
1999 йылдың авгусынан алып — Силәбе өлкәһе буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы янында уҡытыу-мәғлүмәт үҙәге директоры.
1998—2013 йылдарҙа — Рәсәй Яҙыусылар союзының Силәбе өлкә яҙыусылар ойошмаһы идараһы рәйесе.
КПРФ ағзаһы, Силәбе өлкәһе буйынса «Правда» һәм «Советская Россия» гәзиттәренең йәмәғәт хәбәрсеһе.
2009 йылдан «Илһам» әҙәби студияһы менән етәкселек итә, «Звездный голос» (2011) альманахына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге мөхәррире.
Дебют китабы — документаль-нәфис повесы «Созвездия Антура» (ғалим-океанолог, А.Н. Белкин тураһында) (1976). Силәбе металлургтары («Сильнее огня», 1986), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Ленин премияһы лауреаты, армия генералы В. И. Варенников, Советтар Союзы Геройы В. С. Архипов тураһында документаль китаптар авторы булып тора.
2005 йылда Бөйөк Еңеүҙең юбилейына ҡарата шиғри һүҙ оҫталары Б.Ручьев, Л. Татьяничева, М. Львов, В. Богданов, В. Сорокин һ.б. тормошо һәм ижадына арналған «Священного призвания стихия» китабын баҫтырып сығара.
Д. Н. Мамин-Сибиряк премияһы лауреаты.
Әҙәби ижады
үҙгәртергә- Созвездие Антура: Документальная повесть. Челябинск, 1976;
- Сильнее огня. Челябинск, ЮУКИ, 1986;
- Утреннее соло: Рассказы и новеллы. Челябинск, 1992;
- Свет любви. Стихи. Челябинск, Околица, 1999;
- Повесть о русском генерале. Челябинск, Околица, 2000;
- Сталинградский характер. Челябинск, 2000;
- Свет материнских глаз: Повесть, рассказы, новеллы. Челябинск, 2001;
- Родники памяти. Челябинск, 2002
- Энергия добра. Стихи. Челябинск, 2003
- Расстрелянная осень. Челябинск, Алое поле, 2003
- Человек из легенды. Челябинск, 2003
- Энергия добра. Челябинск, 2004
- Священного призвания стихия: Очерки о жизни и творчестве поэтов Южного Урала. Челябинск, 2005.
- И мужество, как знамя, пронесли. Челябинск, Алое поле, 2006
- Берёзовые сны. Стихи и проза. Челябинск, 2010
- Такая любовь. Очерки, рассказы, повесть. Челябинск, 2011
- Я выбрал сам свою судьбу. Стихи. Челябинск, 2012 — 92 с., 222 экз.
- Избранные произведения в трёх томах. Челябинск, 2014—2015.