Бекхэм Дэвид
Дэвид Роберт Джозеф Бекхэм[10] (Бекем[11]; ингл. David Robert Joseph Beckham[12], английское произношение: [ˈbɛkəm ˈdʒəʊzəf ˈdeɪvɪd ˈrɒbət]; 2 май 1975 йыл)[13] — инглиз футболсыһы, ярымһаҡсы. Карьераһы дауамында «Манчестер Юнайтед», «Норт Преста Энд», «Реал Мадрид», «Милан», «Лос-Анджелес Гэлакси» һәм «Пари Сен-Жермен» клубтары өсөн сығыш яһай, шулай уҡ Англия йыйылма командаһы төҫтәрен яҡлай[14]. Айырыуса тупты штраф һыҙатынан тибеүҙә һәм стандарт ударҙарында юғары оҫталығы менән билдәле. 2011 йылда донъяның иң юғары эш хаҡы алған футболсыһы тип таныла[15].
Бекхэмдың профессиональ спорт карьераһы 1992 йылда 17 йәшендә «Манчестер Юнайтед» менән контрактҡа ҡул ҡуйылғандан башлана[16]. Бекхэм «Манчестер Юнайтед» менән Премьер-лигала — 6 тапҡыр, Англия Кубогында — 2 тапҡыр һәм чемпиондар лигаһы чемпионы титулын яулай. 2003 йылда ул «Реал Мадрид»ҡа күсә, унда дүрт миҙгел дауамында сығыш яһай[17], командалағы һуңғы миҙгелендә Испания чемпионатында еңә[18]. 2007 йылдың ғинуарында Бекхэм «Лос-Анджелес Гэлакси» менән биш йылға дөйөм суммаһы 32,5 миллион доллар булған контрактҡа ҡул ҡуя[19]. «Гэлакси» уйынсыһы булараҡ, Бекхэм Италияның «Милан» командаһы өсөн 2010—2009 йылдарҙа ҡуртым хоҡуғында уйнай. «Пари Сен-Жермендә» бер миҙгел үткәргәндән һуң, карьераһын тамамлай.
Бекхэм ФИФА версияһы буйынса «Йыл уйынсыһы» исемен ике тапҡыр яулай[16], 2004 йылда уҡ ул донъяның иң ҙур эш хаҡы алған футболсыһы була[20]. Бекхэм Британияның УЕФА-ның Чемпиондар лигаһында 100 матч уйнаған беренсе футболсыһы. 2000 йылдың 15 ноябренән[21] 2006 йылда донъя чемпионатына — карьераһы тамамланғанға тиклем Англия йыйылма командаһы капитаны була[22], ошо вазифала 58 уйын үткәрә. Бынан һуң да ул команда өсөн сығыш яһауын дауам итә, 2008 йылдың 26 мартында Францияға ҡаршы уйында Англия өсөн 100-сө уйынны үткәрә[23]. 2003—2004 йылдарҙа спорт тематикаһы буйынса эҙләүҙәрҙә[24] Google-да Бекхэм исеме иң популяр була һәм популяр, шул иҫәптән мода донъяһында ла, реклама бренды булып китә[25][26].
Бекхэм йырсы Girls Spice Виктория Бекхэм менән никахта (ҡыҙ фамилияһы — Адамс)[27] өс улы: Бруклин Джозеф, Ромео Джеймс, һәм Дэвид Круз һәм бер ҡыҙы — Харпер Севен бар[28][29].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ http://www.transfermarkt.co.uk/david-beckham/profil/spieler/3139
- ↑ Transfermarkt.com — 2000.
- ↑ Discogs — 2000.
- ↑ The posh wedding | Posh and Becks tie the knot — 1997.
- ↑ 6,0 6,1 http://www.psg.fr/fr/Equipe-Pro/300002/Fiche-Joueur/3122/Beckham-David
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 UEFA.com — 1998.
- ↑ 8,0 8,1 FIFA.com / FIFA
- ↑ http://celebritynetworths.org/david-beckham-net-worth/
- ↑ Beckham’s pride at OBE (инг.). BBC Sport (2003-06-13).
- ↑ Согласно правилам и фактическому произношению более корректная передача имени и фамилии — Дейвид Бекем.
- ↑ David Beckham — Rise of a footballer (инг.). BBC (2003-08-19).
- ↑ Биография Дэвида Бекхэма (рус.). РИА Новости (2013-05-16).
- ↑ Beckham reaches new caps landmark (инг.). BBC Sport (2009-03-28).
- ↑ Бекхэм стал самым богатым футболистом мира, опередив Роналду и Месси
- ↑ 16,0 16,1 Los Angeles Galaxy: Player bio (инг.), Los Angeles Galaxy.
- ↑ Beckham joins Real Madrid (инг.), BBC Sport (18 September 2003).
- ↑ Beckham bows out with Liga title (инг.), BBC Sport (17 June 2007).
- ↑ Beckham confirms LA Galaxy move (инг.), The Guardian (11 January 2007).
- ↑ Beckham is world’s highest-paid player (инг.), ReDiff (4 May 2004).
- ↑ Beckham’s England dream realized (инг.), BBC Sport (10 November 2000).
- ↑ Beckham quits as England captain (инг.), BBC Sport (2 July 2006).
- ↑ Beckham achieves century landmark (инг.), BBC Sport (26 March 2008).
- ↑ 2004 Year-End Google Zeitgeist (инг.), Google (1 January 2005).
- ↑ Brand it like Beckham (инг.), CNN Money (6 June 2007).
- ↑ Becks and Bucks (инг.), Forbes (5 September 2007).
- ↑ David and Victoria Beckham (инг.), The Times (27 April 2008).
- ↑ David and Victoria Beckham expecting fourth child (инг.), BBC News (9 January 2011).
- ↑ Victoria Beckham IS expecting a little Spice Girl, David confirms. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2012.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Бекхэм Дэвид Викиөҙөмтәлә | |
Бекхэм Дэвид Викимилектә | |
Бекхэм Дэвид Викияңылыҡтарҙа |
- Официальный сайт (инг.)
- Профиль футболиста на сайте ManUtd.com (инг.)
- Профиль футболиста на сайте RealMadrid.com (инг.)
- Профиль футболиста на сайте EnglandStats.com (инг.)