Бекмәмбәтов Тимур Нуруахит улы

Тимур Нуруахит улы Бекмәмбәтов (25 июнь 1961 йыл) — Ҡаҙағстан кинорежиссёры, сценарист, продюсер, клипмейкер[4][5]. «Astana» халыҡ-ара экшн-фильмдар кинофестивален нигеҙләгән, уның президенты.

Тимур Бекмәмбәтов
Тимур Бекмәмбәтов 2012 йылдың мартында
Тимур Бекмәмбәтов 2012 йылдың мартында
Исеме

Тимур Нуруахит улы Бекмәмбәтов

Тыуған көнө

25 июнь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3] (63 йәш)

Тыуған урыны

Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһының (Ҡаҙаҡ ССР-ы) Гурьев (Атырау) ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәре

продюсер, кинорежиссёр, сценарист, клипмейкер

Карьераһы

1991 йылдан башлап

Наградалары
Дуҫлыҡ ордены
IMDb

ID 0067457

 Бекмәмбәтов Тимур Нуруахит улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1961 йылдың 25 июнендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Гурьев ҡалаһында (хәҙер — Атырау) тыуа. Атаһы — Нуруахит Бекмәмбәтов, әсәһе — Мира Богословская. С. М. Киров исемендәге 17-се Гурьев урта мәктәбен тамамлай. Энергетик атаһының кәңәше менән Мәскәү энергетика институтына инә, әммә сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуы көсәйеп, уны ташлай. Ашхабад эргәһендә артиллерия ғәскәрендә армия хеҙмәтен үтә. Хеҙмәттән һуң 1982 йылда Ташкентҡа күсә, унда «Ильхом» театры рәссамы була һәм «Үзбәкфильм» киностудияһында эшләй. Шунда Виктор Вержбицкий менән таныша, ул һуңынан Тимурҙың даими актёрына әйләнә, ул төшөргән бөтә фильмдарҙа ла ҡатнаша[6].

1987 йылда «театр һәм кино рәссамы» специальносы буйынса А. Островский исемендәге Ташкент театр-художество институтын тамамлай һәм, карьера эҙләп, Мәскәүгә китә, унда реклама роликтары производствоһына эшкә инә.

1989 йылда «Кредит-Москва» банкы тураһында реклама сюжеты эшләй. «Менатеп» банкының реклама клиптары авторы. 1992 йылда «Видео Интернешнл» компанияһы етәксеһе Михаил Лесин аша «Империал» банкы президенты Сергей Родионов менән таныша. 1992—1997 йылдарҙа Родионов заказы буйынса "Империал банкынан Бөтә донъя тарихы"ның 20 реклама ролигын төшөрә, ул роликтар Рәсәй рекламаһы классикаһына әүерелә. Рәсәй рекламаһы үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә. Рәсәй Реклама академияһы ағзаһы итеп һайлана. «Кукольный формат» театрының (Санкт-Петербург) продюсеры булып тора.

Ҡатыны Авдюшко Варвара Викторовна (18.03.1974) — костюмдар буйынса рәссам, кинопродюсер, ул театр һәм кино актёры Виктор Антонович Авдюшко менән гримёр рәссам Лариса Николаевна Авдюшконың ҡыҙы[7].

Кино карьераһы

үҙгәртергә

1993 йылда афған һуғышына арналған «Пешаварский вальс» фильмын төшөрә. 1994 йылда картина Карловы Вары фестивалендә һәм Кинотаврҙа приздар ала.

РТР телеканалы заказы буйынса һигеҙ сериялы «Наши 90-е» тигән нәфис фильм төшөрә. 1998 йылда продюсер Роджер Корман уны «Гладиатрикс» фильмын төшөрөү эшенә саҡыра. Съёмка Рәсәйҙә бара, фильм экранға 2001 йылда сыға.

2004—2005 йылдарҙа уға билдәлелек килтергән «Ночной Дозор» һәм «Дневной Дозор» фильмдарын төшөрә. 2005 йылда Голливудҡа саҡырыла, «Fox» кинокомпаниялар төркөмөнөң бер нисә проектында ҡатнаша. 2006 йылда «Киевстар» мобиль операторы өсөн ике реклама ролигының режиссёры була, уларҙа Жерар Депардьё төшә.

2007 йылда «Ирония судьбы. Продолжение» фильмының режиссёры була.

2008 йылда Голливудта «Особо опасен» фильмын төшөрә.

2009 йылда «9» йәнһүрәтенең (Тим Бёртон менән) һәм «Чёрная Молния» фильмының продюсеры була.

2012 йыл уртаһында «Авраам Линкольн: Охотник на вампиров» картинаһы сыға, Тимур Бекмәмбәтов уның режиссёры була. 2012 йылда «Приключения Алисы. Пленники трёх планет» фильмын продюсерлай.

2016 йылда — «Бен-Гур» картинаһының режиссёры. Йыл аҙағында «Взломать блогеров» тигән фильм сыға, Тимур Бекмәмбәтов уға продюсерлыҡ итә. Картина Рәсәй киноһы тарихында тамашасыларҙың иң түбән баһаһын ала.

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • Т. Бекмәмбәтов үҙен Рәсәйгә ҡарағанда нығыраҡ ҡаҙаҡ кинорежиссёры тип һанай, сөнки уның ижадында атаһының туғандары һәм ҡаҙаҡ тамырҙары көслөрәк һиҙелә: «Үҙемдең фильмдарымды төшөргәндә мине бөтәһенән бигерәк ҡаҙаҡ хикәйәттәре һәм риүәйәттәре рухландыра ине. Мин һәр ваҡыт ошо хикәйәттәрҙең берәй өлөшөн кинематографиямда кәүҙәләндерергә тырыштым. Мин бөтә донъя ҡаҙаҡ тигән халыҡ барлығын белһен тип теләй инем».
  • Т. Бекмәмбәтов кинематографта үҙ ижадының нигеҙен ошолай тип билдәләй: «Миңә кешеләрҙе ҡурҡытыу оҡшай, ә американдар был эштә бик тәжрибәле. Әммә уларҙыҡын күсереп ҡуллана алмайым, Америка режиссёры ла була алмайым»[8]. Атаһы яғынан боронғо ҡаҙаҡ ырыуына ҡарай, шәжәрәһе Х быуатҡа тиклем асыҡланған. Әсәһе яғынан йәһүд туғандарын бер интервьюһында һуғыш ваҡытында Белоруссияла һәләк булғандар тип иҫкә ала[9], ләкин ҡатнаш милләтле ғаиләлә тәрбиәләнеүе тураһында ентекле аңлатма биргәне юҡ[10].
  • Т. Бекмәмбәтов яҙмышын Америка йә американ кинематографы менән даими нигеҙҙә бәйләүҙе планлаштырмай. Интевьюларының береһендә ул Голливуд тураһында былай ти: «…был бары тик оҙайлы командировка. Унда рәхәт, ҡыҙыҡ, кеше күп, мәғлүмәт, үҙеңде асыу мөмкинлектәре, ылыҡтырғыс проекттар — режиссёр өсөн дә, продюсер өсөн дә — күп. Миңә анимация эшләү тураһында белеү мөмкинлеге бирелде. Һәм мин уны файҙаландым»[11].
  • Т. Бекмәмбәтов «кино теле» сығарыу планы тураһында һөйләне. Кино теле компьютер ярҙамында автоматик рәүештә сценарий тексын кинофильмға күсереү мөмкинлеген бирә[12].

Фильмографияһы

үҙгәртергә
Йыл Фильм Статус
режиссёр продюсер сценарист
1987 «Перед большой дорогой на войну» Эйе
1993 «Пешаварский вальс» Эйе Эйе Эйе
2000 «Наши 90-е» Эйе Эйе
2000 «Гладиатрикс» Эйе
2002 «ГАЗ — русские машины» Эйе
2004 «Ночной Дозор» Эйе Эйе
2005 «Дневной Дозор» Эйе Эйе
2006 «Громовы» Эйе
2007 «Ирония судьбы. Продолжение» Эйе Эйе Эйе
2008 «Особо опасен» Эйе
2009 «9» Эйе
2009 «Чёрная Молния» Эйе
2010 «Ёлки» Эйе Эйе Эйе
2011 «Выкрутасы» Эйе
2011 «Аполлон 18» Эйе
2011 «Фантом» Эйе
2011 «Смешарики. Начало» Эйе
2011 «Ёлки 2» Эйе Эйе
2012 «Президент Линкольн: Охотник на вампиров» Эйе Эйе
2012 «Приключения Алисы. Пленники трёх планет» Эйе
2012 «Джентльмены, удачи!» Эйе
2012 «Снежная Королева» Эйе
2013 «Ёлки 3» Эйе
2013 «Горько!» Эйе
2013 «Игра в правду» Эйе
2014 «Горько! 2» Эйе
2014 «Ёлки лохматые» Эйе
2014 «Белки» Эйе Эйе
2014 «Снежная королева 2: Перезаморозка» Эйе
2014 «Ёлки 1914» Эйе Эйе
2015 «Он — дракон» Эйе
2015 «Самый лучший день» Эйе
2015 «Убрать из друзей» Эйе
2016 «Хардкор» Эйе
2016 «Бен-Гур» Эйе
2017 «Время первых» Эйе
2016 «Ёлки 5» Эйе Эйе
2016 «Взломать блогеров» Эйе

Клиптары

үҙгәртергә
  • Чичерина «Ту-лу-ла»
  • Чичерина «Жара»
  • Linkin Park «Powerless»

Бүләктәре

үҙгәртергә
 
Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләү
  • IV Халыҡ-ара реклама фестивалендә «Имидж рекламаһы» категорияһында Гран-при һәм приз («Альфа-банк-3» («День рождения») (Мәскәү-1994)
  • 1994 йылда Словенияла үткән Яңы Европа фестивалендә Имидж рекламаһының иң яҡшы блогы («Бөтә донъя тарихы, Империал банкы»);
  • Реклама фильмдарының II «Кипарис» халыҡ-ара фестивалендә «Имидж» номинацияһында «Алтын кипарис» («Александр Македонский» ролигы өсөн) (Ялта-1994)
  • Платина Тарлан — 2004
  • Дуҫлыҡ ордены (2011 йылдың 22 июне) — ватан кинематография сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн [13]
  • «Йылдың иң яҡшы сит ил режиссёры»на CinemaCon премияһы (Лас-Вегас, 2012)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сайттар һәм ресурстар

үҙгәртергә

Мәҡәләләр

үҙгәртергә

Интервью

үҙгәртергә