Бейектау (һырт, Ишембай районы)
Бейектау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә, Ишембай менән Ғафруи райондары сигендә урынлашҡан.
Урынлашҡан ере
үҙгәртергәИшембай һәм Ғафури райондарында Рәүҙәк һәм Егән йылғалары ҡушылған урындан Ғафури районы Красноусол ауылына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 4 км, абсолют бейеклеге 350 м.
Рельефы
үҙгәртергәТүбәләре яҫы, йомро. Битләүҙәре 80—100 м тәрәнлектәге уйһыулыҡтар менән йырғыланған. Өҫкө пермдең көңгөр ярусы гипстары,ангидриттары һәм өфө ярусының ҡыҙыл төҫтәге ҡомташтарынан тора. Рельефында карст формалары үҫешкән: упҡындар, ҡоҙоҡтар, мәмерйәләр, юғалыусы йылғалар һәм карст сығанаҡтары. Һырт итәктәрендә Ҡарлыман, Яҡын Төлкәс һәм Кесе Әрмет йылғалары (Ағиҙел йылғаһы бассейны) башлана. Ландшафтары элекке имәнлектәр урынындағы киң япраҡлы йыла, йүкә һәм саған урмандарынан тора. Бейектауҙың көнбайыш битләүҙәрен йүкә урмандары биләй.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы. Бейектау(недоступная ссылка)
Топонимика
үҙгәртергәТауҙың атамаһы бейеклегенә бәйле.