Баҡы фуникулёры
Баҡы фуникулёры (әзерб. Bakı funikulyoru) — Баҡылағы (Әзербайжан) фуникулёр линияһы. Фуникулёр Нефтселәр проспектындағы майҙан менән Тауҙағы паркты тоташтыра.
Тарихы
үҙгәртергәФуникулёр Лемберанский Алиш Жәмил улы тәҡдиме буйынса төҙөлгән, 1960 йылда асылған. Вагондары Ленинград вагон ремонтлау заводында төҙөлгән.
2001 йылда Баҡы фуникулёрына капиталь ремонт үткәрелгән. Сираттағы ремонт 2007 йылда башҡарыла. Ремонт заманса технологиялар ҡулланыу вагондар хәрәкәт иткәндә рельстарҙан сыҡҡан шатырлаған тауышты бөтөрөргә мөмкинлек бирә.
2012 йылда Евровидение йыр конкурсы башланыуға Австрия- Швейцарияның Doppelmayr Garaventa компанияһы фуникулёрға реконструкция үткәрә. [1]
Әзербайжан транспорт министрлығы һәм Баҡы ҡала хакимиәте Баҡы фуникулёрын яңыртырға һәм уның юлын оҙонайтырға ниәтләй.
Техник характеристикаһы
үҙгәртергәТимер юлдар: бер юллы участка һәм айырымланған юл участкаһы (разъезд).
Тимер юлдарының оҙонлоғо: 455 метр.
Станциялар: Икәү. «Bahram Gyur» һәм «Шехидлер Хиябани»
Вагондар: CWA Constructions компанияһы етештергән ике вагон.[1]
Йөрөш: электр, арҡан.
Максималь тиҙлек: секундына 3 метр.
Машинаның һыйҙырышлылығы: 28 кеше.
Пассажирҙар ташыу: тәүлегенә 2000 кеше.
Вагондар 10 минут аша ҡуҙғала.
Станциялар араһында юл ваҡыты: 4 минут.
Юл хаҡы: 1000 АЗН (2017 йылдың 1 октябренә). Тик ҡулаҡса менән генә түләргә.
Эш сәғәте 10:00 сәғәттән алып 22:00 сәғәткә тиклем ябыла, дүшәмбе - ял көнө.
Галерея
үҙгәртергә-
Баҡы фуникулёры 2008 йылда
-
Фуникулёрҙың иҫке бинаһы
-
Фуникулёрҙың яңы бинаһы
-
Тимер юл айырымланған участок(разъезд)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 40-FUL Baku (ингл.). Doppelmayr Seilbahnen GmbH. Дата обращения: 8 декабрь 2017. Архивировано 10 апрель 2017 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергәБаҡы фуникулёры Викимилектә |