Викидатала элемент тултырылмаған

Баҡыр Тау (татар. Бакыр Тау, Сарман баҡыр руднигы) — тау тоҡомдарын эшкәртеү сәнәғәте тарихи иҫтәлеге. Сарман районы үҙәге йәнәшәһендә урынлашҡан туристик объекты. ХVIII быуаттан ҡалған, тикшерелгән һәм әле лә һаҡланған иң боронғо рудниктарҙан һанала. Мәмерйә оҙонлоғо 2 000 метрға етә. Эсендә боҙолмай торған, таҙа һыулы күл бар. Һауа температураһы +7 С.

Баҡыр сығарылған мәмерйәләрҙең бүгенге тиклем бик азы ғына һаҡланып ҡалған. Белгестәр аңлатыуынса, моның сәбәбе элеккеге ваҡытта ҡулланылған технологияларға бәйле. Сарманда рудниктарҙа ер аҫты юлдарын көмбәҙ рәүешендәге итеп ҡаҙығандар, ҡаҙығандарын исә күп осраҡта ағас менән терәткәндәр. Ваҡыт уҙғас, ағас сереғән һәм мәғәрәлә ишелә барған. Сармандағыдарының үҙенсәлеге уларҙы бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлап ҡалған.

Туристик объекты

үҙгәртергә

2013 йылда 13 000 турист килгән. Мәмерйәгә кескенә генә тишектән эскә үтеү өсөн бер ни тиклем тырышырға тура килә. 15-20 метр аралыҡ уҙғас, инеү юлы киңәйә һәм унда баҫып йөрөргә мөмкин. Киләсәктә үҙеңде ниндәй көтәһен белмәйһең. Ләкин барыбер ниндәйҙер серлелек ымһындыра. Сарманлыларның хыялы – был яҡҡа туристтарҙы йәлеп итеү. Дөрөҫ, бер мәмерйә менән генә туристарҙы ҡыҙыҡтырып булмай. Сарманда тарихи рудниктарҙы оло туристик маршруттың бер өлөшө итеп тәҡдим итергә мөмкин. Бында комплекс асыу белгестәргә лә кәрәк. Улар үҙҙәре лә был мәғәнәләрҙе тикшереп бөтөрмәгән. Улар фекеренсә, тәүҙә баҡыр сығарылған урында музей ойоштороу, унда туристтарҙы йәлеп итеү тарих өсөн дә файҙалы, иҡтисади яҡтан да отошло. Болгар һәм Свияжск, Ҡазандағы Иҫке татар биҫтәһендә эштәр башланған бизнес әһелдәре өсөн райондарға иғтибар бирергә етди стимул тигән өмөт бар.[1]

Ҡыҙыҡ факт

үҙгәртергә

Яҙыусы Хәниф Хәйруллин 1950 йылдар башында «Ялҡын» журналында балалар өсөн «Баҡыр базы серҙәре» әҫәрен баҫтыра.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә